«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәмәкеселәрҙе “ҡыҫалар”



26.02.2013 Тәмәкеселәрҙе “ҡыҫалар”

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Документ йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуға сикләүҙәр индерә. 2013 йылдың 1 июненән белем биреү учреждениеларында (шул иҫәптән вуздарҙа ла), һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, власть органдары, йәштәр эштәре буйынса ойошмалар биналарында тәмәке тартыу тыйыла.
Шулай уҡ тәмәке тартыусылар өсөн махсус бүлмә булмаған офистар­ҙа, туҡталыштарҙа, балалар майҙансыҡтарында, автозаправкаларҙа, вокзалдарҙа, метрола тартырға ярамай.
2014 йылдың 1 июненән Закондың тағы ла ҡәтғи пункттары ғәмәлгә инәсәк – алыҫ араға барасаҡ поездарҙа, самолеттарҙа, судноларҙа тәмәке тартыу мөмкин булмаясаҡ. Йәмәғәт туҡланыуы биналарында ла “төтөн” сығарыу тыйыла.
Законға ярашлы, тәмәке төтөнөнән ирекһеҙҙән зыян күреүсе тартмаусы халыҡ еңел тын алып ҡалһа, аҡыллыларға был насар ғәҙәт менән ғүмерлеккә хушлашыу мөмкинлеге лә тыуа.

А. ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға