«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡоралайҙар ҡурсалауға мохтаж, Ә кешеләр?..



26.02.2013 Ҡоралайҙар ҡурсалауға мохтаж, Ә кешеләр?..

Беҙҙә хәҙер ҡоралайҙарҙы ҡурсаулыҡта ҡурсалай­ҙар (Кушнаренко районында ҡырағай йәнлектәрҙе тәрбиәләү өсөн асылған ҡурсаулыҡ тураһында һүҙ бара). Бик матур күренеш. Борон-борондан халыҡ һунарсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнһә лә, ҡырағай йәнлектәрҙе ҡырып, урманды ҡырҡып бөтөрмәгән, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараған. Ғөмүмән, тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә тырышҡан.
Үҙеңдән түбәндәргә, ярҙамға мохтаждарға кешелекле, мәрхәмәтле булыу әҙәми затты кеше итеүсе сифаттарҙың береһелер, моғайын. Бына ошо матур күренеште (яралы, көсһөҙ йәнлектәрҙе, ҡоралай балаларын ҡурсаулыҡта тәрбиәләү) кешеләр йәмғиәтенә лә күсереп булмаҫмы икән?
Беҙҙең йәмғиәттә лә бит яралы, ҡоралай хәлендәгеләр күп. ҡоралайға ике генә ҡурҡыныс янаһа (беренсеһе – йыртҡыс хайуан, икенсеһе – йыртҡыс кеше), кешелек йәмғиәтендә йәшәүсе йән эйәләренә ҡурҡыныс янаусы хәлдәр һәм мәлдәр бихисап. Кешеләргә тоҙаҡтарҙың төрлөһө ҡоролған: пирамида йәтмәһе, кредит тоҙағы, эшһеҙлек, эскелек, төрлө секталар, аферистар һ. б. Кемдәр эләгә һуң был тоҙаҡтарға? Әгәр ҡоралай балаларының аяғы яраланһа, кешеләр­ҙең ни сәбәптәндер күңелдәре яраланған, ҡайһы берҙәре ҡиблаһын юғалтҡан, араларында ҡатмарлы тормош юлдарында аҙашҡандары ла байтаҡ.
Әлбиттә, кешеләр өсөн ҡурсаулыҡ төҙөү кәрәкмәй, ә бына ҡурсалаусы ролен депутаттар башҡарһа? Оҙаҡламай ҡоролтайға һайлауҙар етә, ә һайлауҙар алдынан депутатлыҡҡа кандидаттар әүҙемләшә. Депутат нимә эшләй ала һуң?

Халыҡҡа, бигерәк тә ауыл халҡына, лекциялар ойоштора ала, темалар һәм проблемалар бик күп.
Социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙе шефлыҡҡа алырға мөмкин (был турала «Башҡортостан» гәзите Стәрлетамаҡ районы тураһында яҙып сыҡты).
Республика матбуғат баҫмаларына яҙылырға ярҙам итә ала. Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдың тиражы кәмене. Уларҙы күберәк ауыл кешеләре уҡый. Сөнки улар мәғлүмәтте ошо баҫмалар аша белә.
Район, ауыл советтары депутаттары, айырыуса һеҙгә өндәшәбеҙ, осрашайыҡ, танышайыҡ, уйлашайыҡ!

Люциә ХӘКИМОВА.
Әлшәй районы,
Раевка ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға