«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Көнләшергә генә ҡала



22.02.2013 Көнләшергә генә ҡала

йәки Беҙҙең илдә кешеләрҙең хеҙмәте ике-өс тапҡырға түбәнерәк баһалана
АҡШ Президенты Барак Обама илендә минималь эш хаҡын арттырыуға тотонған, быны бер эш сәғәте өсөн 7, 25 долларҙан 9-ға тиклем күтәреүҙән башлай. Граждан ни тиклем бай булһа, ил шул тиклем тиҙерәк иҡтисади көрсөктән сығасаҡ, тигән фекерҙә ул. Иҡтисадсылар был программаны хуплай. “Яҡшы иҡтисад һәм яҡшы сәйәсәт. Минималь эш хаҡы күтәрелгәс, хеҙмәт баҙарындағы тигеҙһеҙлек кәмей”, – ти белгестәр. Кеше ни тиклем күберәк эшләһә, шул тиклем күберәк эш хаҡы аласаҡ.
Ә Рәсәйҙә нисек һуң? Беҙҙә айлыҡ минималь эш хаҡы 5 302 һум. Америка стандарты буйынса иҫәпләһәң, бер эш сәғәте яҡынса бер долларға тиң. Илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлегенең Амери­каға ҡарағанда 2,5 – 3 тапҡырға түбәнерәк булыуын иҫәпкә алһаң, беҙгә ике-өс тапҡыр әҙерәк эш хаҡы түләй­ҙәр. Былтыр ғына ил Прези­денты Владимир Путин, дөйөм эшһеҙлек 5,4 процентҡа тиклем кәмене, тине. АҡШ һәм Европа бындай күрһәткес тураһында хатта хыялланмай ҙа. Ә бәлки, илебеҙҙең аҡсаһы юҡтыр? Сочиҙа үтәсәк Олимпиада өсөн киткән триллион ярым һумды һәм Рәсәй миллиардерҙарының артыуын күҙ уңында тотһаң, улай булыуы мөмкин түгел!
Рәсәй федераль статис­тика хеҙмәте һанауынса, чиновниктың уртаса рәсми килеме 2012 йылда 57,9 мең һум булған (статистика тик “аҡ килем”де генә иҫәпләй, «откат»-ришүәттәр ҡушылмаған), был, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 112,5 процентҡа тиң. Шул уҡ ваҡытта ябай граждандарҙың эш хаҡы уртаса 14 процентҡа, йәғни 26 мең һумға тиклем үҫте.
Рәсәйҙә топ-менеджерҙар яҡшы эш хаҡы ала. Мәҫәлән, Иркутскиҙа уларға айына – 150 мең, Әстер­ханда – 150 мең, Хаба­ровскиҙа 90 мең һум түләй­ҙәр. Ә Кузбасс күмерсеһенең эш хаҡы былтыр саҡ 30 мең һумға етте. Владимир ҡалаһындағы тимер эшкәртеү заводындағы тәжрибәле эшсегә 16 мең һум эш хаҡы түләйҙәр. Әллә ҡайҙа алыҫ китәһе түгел, Башҡортостанда ла ундай миҫалдар күп.
АҡШ-та бындай тигеҙһеҙлек күҙәтелмәй. 2010 йылда Барак Обама топ-менеджер һәм ябай эшселәр­ҙең эш хаҡы араһындағы айырма асыҡ күрһәтелергә тейешлеген раҫлаған ҡарар ҡабул иткән. Үкенескә күрә, Рәсәйҙә эш хаҡтары меңәр тапҡырға айырыл­һа ла, был сер булып һаҡлана.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға