«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ҠЫШҠЫ МӘШӘҠӘТТӘР



08.02.2013 ҠЫШҠЫ МӘШӘҠӘТТӘР

ҡышын шәхси хужалыҡтарҙағы эш туҡтап ҡалғандай була. Тик был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Ысынында, һәр хужа баҡсаһын, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон һәйбәт ҡыш сығарыу өсөн тир түгә. ҡаҙҙар һәм күркәләрҙе ҡышлат­ҡанда һәр хужа белергә тейешле бер нисә кәңәшкә туҡталып китмәксебеҙ.

Күркәләр
ҠЫШҠЫ МӘШӘҠӘТТӘР
Күркәләр өсөн ҡыш бик ауыр осор. Сөнки был ҡоштар йылы яҡта, һалҡындар бик һирәк булған ерҙә тыуған. Уларҙы имен-аман ҡыш сығарыу өсөн дөрөҫ аҫрау талап ителә.
Тәүҙән үк билдәләргә кәрәк, күркә һалҡындың үҙенә әллә ни бирешеп бармай. Ул ни бары һалҡын елдең үтәнән-үтә өрөп тороуын һәм дымды яратмай. Шуға ла күркә аҫралған урынды даими рәүештә елләтеп торорға кәрәк. ҡоштарҙың кетәгендә температура 2 – 3 градус һалҡындан да түбән төшөргә тейеш түгел. Даими йылылыҡ өсөн кетәктең иҙәненә һалам түшәргә була, тик уның ныҡлап киптерелгәнен генә һайлағыҙ. Дымлы һалам күгәрә һәм ҡоштар ауырый башлай.
Күркәләрҙе көнөнә өс тапҡыр ашатырға тәҡдим ителә. Аҙыҡтың һыуһыл булыуы яҡшы, мөмкинлек булғанда ҡош-ҡорттоң аҙығын өҫтө алынған һөттә әҙерләү файҙалы. Тик һөтлө аҙыҡты кискә табан бирмәйҙәр, кисен күркә йәсмин, бойҙай, кукурузға мохтаж. Шулай уҡ был ҡоштар кишер менән сөгөлдөрҙө лә ярата. Витаминдар тураһында ла онотмайыҡ: бешекләнгән бесән онтағы, киптерелгән кесерткән күркәләрҙе төрлө сирҙәрҙән һаҡлап ҡалыр. ҡарағастың ботаҡтары каротинға бик бай, улар ҙа ҡош-ҡорттоң организмына яҡшы тәьҫир яһай. Уларҙы алдан ваҡлап әҙерләйҙәр. Шулай уҡ күркәләр мышар емешен дә үҙ итә.
ҡош-ҡорт хәрәкәт етмәгән ваҡытта үҙен насар тоя башлай. Шунлыҡтан күркәләрҙе һәр ваҡыт тышҡа алып сығырға кәрәк. Һарай тирәһендә уңайлыраҡ, ышығыраҡ урынды һайлап, ҡарҙан таҙартып, ергә сепрәк йәйеп, ҡош-ҡортто шунда сығаралар. Иң мөһиме − күркәләр елдән һәм 15 градустан да түбән булған һалҡындан һаҡ­лан­һын.

ҡаҙҙар

ҡышын ҡаҙҙарҙы төрләндереп ашатығыҙ. Клевер, люцерна, йәш кесерткәндән әҙерләнгән сифатлы бесән файҙалы. Бындай бесәндең составында аҡһым ғына түгел, кәрәкле витаминдар ҙа етерлек.
ҡаҙҙарға ашатыу өсөн ҡарағай һәм шыршы ботаҡтарын ноябрь башынан алып март айына тиклем әҙерләйҙәр. Яҙ һәм йәй айҙарында ылыҫлы ағастарҙа ыҫмала һәм эфир майҙары күп, ә был инде ҡоштарҙың организмына файҙа түгел, күберәк зыян килтерә. Ботаҡтарҙың ололарын түгел, яңы ғына сыға башлағандарын һайлай­ҙар, уларҙа витаминдар күберәк. Ылыҫлы ағастарҙы ҡаҙҙарға кисен биреү яҡшыраҡ. Уларҙың ботаҡтарын ныҡлап онтарға һәм бойҙай, ҡатнаш аҙыҡ ҡушырға кәрәк. Бер тәүлектә бер оло ҡаҙға 25 – 30 грамм тирәһе ылыҫ ботағы етә. Витаминдар менән тәьмин итеү һәм туйҙырыуҙан тыш, ылыҫ ҡаҙҙарҙы эстәрендәге төрлө паразиттарҙан да ҡотҡара. ҡыҫҡаһы, был ботаҡтарҙың файҙаһы бик күп.
Кишер, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр ҙә бер ҙә артыҡ түгел. Уларҙы йомшармаһын өсөн ҡом менән күмеп һаҡларға кәрәк. Был йәшелсәләрҙе лә ҡаҙҙарға ваҡлап турап биреү яҡшы. Шулай уҡ балан, мышар, ҡара миләш еләктәре лә ҡаҙҙарға бик ярап ҡалыр ине. Улар ҡыш көнө лә ваҡланған йомортҡа ҡабығына, аҡ­бурға мохтаж. Аҙыҡ һалыу урындарында һәр ваҡыт ваҡ ҡына таштар, быяла тотоу мотлаҡ. Уларҙы һа­уыттарға йәлләмәй һа­лығыҙ – ҡаҙҙар үҙҙәренә кәрәк тиклемен аласаҡ. Билдәле булыуынса, ҡы­шын ҡаҙҙар ваҡ таштарға һәм быялаға һәр ваҡыт ҡытлыҡ кисерә, ә был инде уларҙың ашҡаҙаны эшләүгә насар йоғонто яһай.
ҡаҙҙар эс китеүе менән яфалана башлаған осраҡта уларға ваҡланған күмер менән ағас көлөн ашатырға кәрәк. Бик һәйбәт ярҙам итә. Тоҙ тураһында ла оноторға ярамай – ҡаҙҙарға бирелгән аҙыҡ­ҡа һыуҙа иретелгән тоҙ ҡушалар. Ул аҙыҡтың тәмен яҡшырта һәм ҡош-ҡорттоң организмын натрий менән тулыландыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға