«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Күп һүҙ һөйләнә, әммә бер урында тапанабыҙ



05.02.2013 Күп һүҙ һөйләнә, әммә бер урында тапанабыҙ

Күп һүҙ һөйләнә, әммә бер урында тапанабыҙ
Михаил Горбачев СССР Президенты булған сағында, 2000 йылда һәр бер ғаиләнең үҙ ҡыйығы буласаҡ, тип вәғәҙә иткәйне. Әле 2013 йыл. Күптәрҙең фатирлы булыу теләге бары хыял ғына булып ҡала.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә йыл һайын 60 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Шулай ҙа торлаҡҡа бәйле һорау көн үҙәгендә ҡала бирә, һаман да фатирға сират кәмемәй. Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә яңы программа өҫтөнә яңыһы ҡабул ителә, әммә фатирҙарға хаҡ артҡандан-арта.
РФ Федерация Советы ағзаһы Аркадий Чернецкий Йәмәғәт палатаһында торлаҡ мәсьәләһенә ҡағыл­ған “түңәрәк өҫтәл”дә: “Көн­байышта ни тиклем күберәк фатир төҙөлһә, уның хаҡы шул тиклем арзаная. Ә беҙҙә – монополия, был механизм эшләмәй, – тип аңлата. – Былтыр бик күп халыҡ ипотекаға фатир һатып алған. Был улар­ҙың байығыуы тураһында һөйләмәй, ә халыҡ инфляцияға өмөтләнә”.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙең яңы юлдарын тәҡдим иткән. Тик улар “кәрәк”, “бәлки”ҙәр тирәһендә уралып йөрөгән. Кемдер, мәсьәләне Дания миҫалында хәл итәйек, ти. Был илдә ике һәм унан да күберәк фатиры булғандар­ҙан торлаҡтарын “дәүләт хаҡы” буйынса аҙ тәьмин ителгәндәргә ҡуртымға бир­ҙерттерәләр. Икенселәр төҙөүселәр иҫәбенә проблеманан сығыу юлын күрһәтә. Йәнәһе, яңы төҙөлгән бөтә фатирҙарҙың 10 проценты (ҡайһылар, күберәк – 20, хатта 30 проценты, тип бара) социаль ҡуртымға тапшырыла. Тик ошонда һорау тыуа: фатир хаҡының 30 проценты әлеге лә баяғы һатып алыу­сының иңенә төшәсәк бит...
Бынан ике-өс йыл элек сағыштырмаса хәлле кешеләр өсөн фатир һатып алыу үтә ҡатмарлы мәсьәлә түгел ине. 2012 йыл иһә был баҙарҙы бик күптәр өсөн япты. 2009 – 2011 йылдарҙа фатир алып өлгөрөүселәр отто. Ә фатир мәсьә­ләһен 2012 йылдың аҙағына ҡалдырыусыларға күберәк аҡса сығарырға тура килде. Тиҙҙән ил өҫтөнә ябырыласаҡ иҡтисади көрсөк тураһындағы имеш-мимештәр арҡаһында халыҡ “тере” аҡсаһын күсемһеҙ милеккә һалырға тырышты. Торлаҡ баҙарында һорау артҡас, һатыусылар кемуҙарҙан хаҡтарҙы арттырҙы.
Илдә иң ҡыйбат фатир – Мәс­кәүҙә. Бер квадрат метрҙың хаҡы сираттағы психологик барьерҙы ала – 200 мең һум! Икенсе урында Санкт-Петербург ҡалаһы килә, унда бер квадрат метр 102 мең һум тирәһе. Рәсәйҙә фатирға хаҡ буйынса Өфө һигеҙенсе урында тора. Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһында бер квадрат метр яҡынса 59 мең һум тора (бер йыл эсендә хаҡ 17 процентҡа артты). Стәрлета­маҡ­та ул – уртаса 30 700 һум. 67 меңгә яҡын халҡы булған Сибайҙа фатирҙың бер квадрат метры 27 – 35 мең һум тәшкил итә. Унда ике бүлмәле фатир яҡынса бер миллион ете йөҙ һумға барып төшәсәк.
Һүҙ аҙағында бер йылы хәбәр. Торлаҡ баҙары – иҡтисадтың индикаторы ул, донъяның финанс картинаһы ни тиклем күңелһеҙ булһа, фатирҙың квадрат метры шул тиклем арзаная. Бөгөнгө хаҡтарҙы иҫәпкә алғанда, тыныс йоҡ­лар­ға мөмкин, беҙгә бер ниндәй ҙә көрсөк тә, катаклизмдар ҙа янамай. Исмаһам, шуға шөкөр ҡылайыҡ.

Әйткәндәй

Өфө ҡалаһындағы “Эксперт” торлаҡ агентлыҡтары селтәре риэлторы Руслан Яушев әйтеүенсә, фатир алырға теләүселәр был эште йәйгә ҡалдырһын. Сөнки нәҡ ошо ваҡытта һорау кәмей, һөҙөмтәлә хаҡтар бер аҙ төшә, әммә август аҙағы – сентябрь башында ул кинәт күтәрелә. Ошо осорҙа ҡуртымға алыу хаҡы ла үҫә. “Декабрҙә фатир һатып алырға кәңәш итмәйем, сөнки тап шул осорҙа хаҡтар ныҡ күтәрелә, сөнки бөтәһе лә Яңы йылды яңы өйҙә ҡаршыларға теләй”, – тине ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға