«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Алло, аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ…”



05.02.2013 “Алло, аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ…”

Өфөлә телефон енәйәтселәре йыл башынан 15 кешене алдаған.
Барлыҡ енәйәттәр бер үк сценарий буйынса ҡылына. Таныш булмаған кеше, ололарға шылтыратып, улығыҙ йәки ҡы­ҙығыҙ ауыр юл-транспорт ваҡиғаһына осраны, уның ғәйебе арҡаһында ҡаза күреүселәр, йә үлеүселәр бар, тип хәбәр итә. Балағыҙҙы ҡотҡарырға теләһәгеҙ, ашығыс рә­үештә ҙур суммала аҡса күсерегеҙ, тип, 70 – 150 мең һум аҡса таптыра. Енәйәтселәр балаһын төрмәнән алып ҡалыу өсөн барыһына ла риза ата-әсәгә аҡсаны төрлө абонент номерҙарына күсерергә ҡуша. Зыян күреүселәрҙең бөтәһе лә – оло йәштәге кешеләр.
Ошондай шылтыратыу ҡабул итһәгеҙ, һаҡ булығыҙ! Енәйәтсе­ләр­ҙең һаман да эҙенә төшә алмайҙар, һеҙ ҙә уларҙың ҡармағына ҡабып, алданып ҡалмағыҙ.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға