05.02.2013 Газсылар шашҡандан-шаша
“ҡарауыл! Көпә-көндөҙ талайҙар!“ тигән мәҡәләне уҡып, үҙебеҙҙең хәлде яҙырға булдым. Газ өсөн былтыр 17 мартта түләгәйнек, 20 мартта контролерҙар килде. Газ счетчигын ҡаранылар ҙа, эшләмәй, тинеләр. Аптырап, өс көн элек кенә эшләп тора ине, ҡарап түләнек тә баһа, тинем. Газ плитаһын ҡабыҙып ҡаранылар, ысынлап та, счетчик эшләмәй икән. Пломбаһы ла боҙолмаған, уның ватыҡ булғанын белмәнек, тип аңлатыуыма ҡарамаҫтан, акт төҙөй һалдылар. Өйҙө, мейесте үлсәнеләр, солан да газдан йылына, тип бәйләнделәр. Газ ҡаҙанлығы соланда урынлашҡан, өйгә ингән торба ике метр, шул йылыта, тип ябырылдылар. Беҙ өйҙәге мейесте боҙмағайныҡ. Соланға ла мейес сығарҙыҡ. Ныҡ һыуыҡта өйҙән сыҡҡан торба туңа ла ҡуя, шуға мейес яғабыҙ. Үҙҙәре: “2008 йылғы счетчиктарҙың 100-ҙән бишәүһе генә яраҡлы”, – тип һөйләшеп торҙолар.
21 мартта Аҡъярға барып, яңы счетчик һатып алдыҡ, ҡуйҙыртыу өсөн түләнек. ҡулымда өйҙә ике кеше йәшәүе хаҡында белешмә лә бар ине. “Сибайгаз” ойошмаһына инһәк, 6 айға 4 кешегә 8918 һум 25 тин штраф көтөп ята. Түләмәйем, счетчик боҙолғанға беҙ ғәйепле түгел, тигәс, Сибайға инженерға шылтырат тип, номерын йыйып бирҙеләр. Садиҡов тигән кеше икән, ишеткеһе лә килмәй бының. Урындағы инженер А. Цыкало, һеҙҙең нормағыҙ тулмай, аҙ яғаһығыҙ, тип әрләп ташланы. Илай-илай барып прокуратураға ғариза яҙҙым. Улар Өфөгә яҙып ебәрҙеләр. Яуап килгәс, тағы барҙыҡ. Тик беҙҙең өсөн бер яҡшы хәбәр ҙә юҡ, штрафты түләргә ҡушҡандар. Ул арала штраф суммаһы артып, 9708,29 һум булып киткән. Пломбаһыҙ торған өсөн тип, апрель айына 1400 һум да өҫтәп яҙғандар. Нисек улай килеп сыға – 2008 йылғы счетчикты алмаштырырға ҡуштылар, үтәнек, 2 кеше йәшәйбеҙ тигән белешмә алып барҙыҡ, һаман, 4 кеше йәшәй, тип яҙып ебәрәләр. 20 көндән тағы барһаҡ, һеҙ бит белешмә килтермәгәнһегеҙ, тип ултыралар. Тағы ҡайтып, ауыл советынан белешмә алырға тура килде. Кеше һанын икәү тип төҙәтһәләр ҙә, штраф суммаһы тәки дүрт кеше өсөн тороп ҡалды.
Законды йүнләп белмәгән әбей-бабайҙы, аҙ яғаһығыҙ, тип тә әрләйҙәр, хәлдәренән килгәнсә мыҫҡыл итәләр. Көпә-көндөҙ, нахаҡҡа рәнйетелеп, законлы рәүештә газ ойошмаларынан таланабыҙ, йәмәғәт! Хәҙер ни эшләргә белмәй, газ хеҙмәткәрҙәренән ҡурҡып тик ултырабыҙ, ҡасан килеп инерҙәр ҙә, әрләй башларҙар, тип. Беҙҙе кем яҡлар һуң, кем ҡайтарыр хәләл тир түгеп йыйған пенсия аҡсаһын?! Ни өсөн газ ойошмалары көндән-көн ябай халыҡты талау яғында, уларҙы ауыҙлыҡлаған закондар ҡасан булыр?!
Рәшиҙә (66 йәш) һәм
Нурғәле СОЛТАНГИЛДИНДАР (72 йәш).
Хәйбулла районы,
Әлибай ауылы.