«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Идеаль пенсия Ниндәй булырға тейеш?



01.02.2013 Идеаль пенсия Ниндәй булырға тейеш?

Идеаль пенсия Ниндәй булырға тейеш?
Социаль тикшереүҙә ҡатнашыусылар кәмендә 15 меңдән 30 мең һумға тиклем пенсия алырға теләй икән. Ә уртаса күрһәткес яҡынса 20 820 һум тәшкил иткән. Ә һеҙҙеңсә идеаль пенсия ниндәй булырға тейеш?
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөндән пенсия 6,6 процентҡа артты. Был бәләкәй генә һандар ил ҡаҙнаһынан өҫтәмә 23 млрд һум сығым талап итә. Ә ябай граждандар алдында ул ни бары яҡынса 615 һум. Эйе, апрелдә пенсия тағы ла үҫәсәк, был юлы тик 3 процентҡа. ҡана һуң, ана шул проценттарҙың дө­йөм суммаһы июлдән артасаҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүгә етһә... Етмәһә, шул мәлдәрҙә көнкүреш тауарҙарына, аҙыҡ-тү­леккә лә хаҡ үҫә торған.
Халыҡ фекерен өйрәнеүсе “Ромир” холдингы пенсияға ҡағылышлы со­циаль тикшереү үткәргән. Рәсәй халҡының 62 проценты бер ни кимәлдә пенсия реформалары, пенсия системаһындағы үҙгәрештәр хаҡында хә­бәрҙар. Билдәле булыуынса, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар − 55, ир-егеттәр 60 йәштән пенсияға сыға. 2030 йылда хаҡлы ялға сығыу йәшен 63-кә, ә 2050 йылда 65-кә еткереү тураһында фекер алы­шыу­ҙар булғайны. Рес­пон­денттарҙың 87 проценты бындай тәҡдимгә ҡырҡа ҡаршы. Был кеше ғүмере ҡыҫҡарыуға, эшһеҙлек артыуға бу­лышлыҡ итәсәк, йәмғиәттә социаль көсөргәнеш үҫәсәк, ти улар.
Эшләүсе пенсионер­ҙар­ға пенсия түләү мәсьә­ләһе, һәр ваҡыттағыса, ҙур ажиотаж тыуҙыра. Яуап биреүселәрҙең 91 проценты, улар тулы күләмдә законлы пенсияһын алырға тейеш, тигән фекерҙе яҡлаған. Сөнки хаҡлы ялдағылар­ҙың күбеһе бер пенсияға ғына йәшәүе ауыр булғанға күрә эшләүен дауам итә. Улар араһында юғары эш хаҡы түләнгән вакансия биләгәндәр юҡ кимәлендә.
Пенсионерҙар алған аҡса күләме менән риза түгел. Улар кәмендә ике тапҡырға күберәк алырға теләй икән. Бөгөнгө пенсияның уртаса күләме ил буйынса ун мең һум тирәһе. Был аҡса, ҡартлыҡ – шатлыҡ, тип ҡыуанып йәшәргә, әхирәттәрҙе сәйгә саҡырыр­ға, ейән-ейәнсәрҙе бүләк-тәмлекәстәр менән һөйөндөрөргә етмәй шул. Электр уты, газ, торлаҡ һ.б. өсөн түләүгә һәм һөт-икмәккә айыныҡы-айына китеп тора. Был йәһәттән ауылда йәшәгәндәргә бер аҙ еңелерәк кеүек.
Социаль тикшереүҙә ҡатнашыусылар кәмендә 15 меңдән 30 мең һумға тиклем пенсия алырға теләй икән. Ә уртаса күрһәткес яҡынса 20 820 һум тәшкил иткән. Ә һеҙҙеңсә идеаль пенсия ниндәй булырға тейеш? Шул һорау менән хаҡлы ялдағы бер нисә уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

z Шәмсиямал АЛТЫНБАЕВА, Мәләүез райо­ны, Иштуған ауылы:

− Мин хеҙмәт ветеранымын, 41 йыл эш стажым бар. Элек “таяҡ”ҡа, йәғни трудоденгә эшләнек, ул саҡта пенсия тураһында кем ҡайғыртһын? Производствола йөрөгәндәр, ҡала халҡы рәхәтләнеп аҡсаһын да алды, бөгөн пенсиялары ла юғары.
1 февралдән аҡса арта, тип һөйөнсөләһәләр ҙә, бөгөнгө пенсиям алты мең һумға тулмай. Бер минеке генә түгел, ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең күптәренеке шулай. Уныһы-быныһына аҡса кәрәк, бөтә әйбер ҡиммәт, пенсия ғына етмәй. Ай һайын ун мең һум биреп торһалар, миңә тап-таман етер ине.

z Таһир ЛАТИПОВ, Өфө ҡалаһы:

– Табип-анестезиолог булып эшләнем, был һөнәр зыянлы һанала, шуға бер йыл йыл ярым­ға иҫәпләнде. Хеҙмәт стажым – 68 йыл. Ғүмерем буйы медицинаға хеҙмәт итеп, бөгөн ун бер мең һум пенсия алам. Был суммаға бөтөнләй риза түгелмен. Әлеге мәлдә ярты ставкаға энә терапияһы юҫығында эшләйем. Башҡаса булмай, бер пенсияға ғына йәшәрлек түгел!
Сит илдең ололары рәхәтләнеп сәйәхәт ҡыла, ә беҙ иһә һумды тингә ялғап көн күрергә мәжбүрбеҙ. Италияла йәшәүсе таныштарым ай һайын бер мең евро пенсия ала. Шул аҡсаға хеҙмәтсе лә тоталар, һаулыҡтарын да нығыталар, донъяның бар рәхәтен татыйҙар. Мин илле мең һум пенсияға бик ҡәнәғәт булыр инем.

z Сәлимә ХӘСӘНОВА, мәғариф ветераны, Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылы:

– Элекке заманда аҡсалы эштән бушы күберәк булды, йәғни йәмәғәт эштәрендә күп йөрөнөк. Ә улар өсөн, билдәле, түләнмәне.
Пенсияны өҙлөкһөҙ, айҙыҡын айына, өйгә үк килтерәләр, рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Бөгөнгө пенсияң етәме, тип һорайһығыҙ, юҡ, етмәй шул. Айына кәмендә ун мең һум бирһендәр ине, тигән теләгем бар. Дарыуҙарҙың хаҡы ныҡ арта, сәләмәтлеккә күп аҡса кәрәк. Өфө, Магнитогорск ҡалалары дауаханаларына барып ҡайтҡансы бер айлыҡ пенсия бөттө лә ҡуйҙы. Ярай әле, балаларым бар, улар миңә ныҡ ярҙам итә, ҡәҙер-хөрмәт итеп кенә торалар. Яңғыҙ-ярым кешеләргә бер пенсияға ҡарап йәшәүе ауырҙыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға