«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балыҡтар мәкегә мохтаж



25.01.2013 Балыҡтар мәкегә мохтаж

ҡышын балыҡтар һәм һыуҙа йәшәүсе башҡа йән эйәләре тонсоғоп, туңып үлмәһен өсөн мәке уйыу талап ителә. Балыҡтар ағын һыуы булмаған урындарҙа айырыу­са ауыр хәлдә ҡала − белгестәр билдәләүенсә, күлдәрҙә мотлаҡ мәке уйырға кәрәк.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Ауырғазы районының Талбазы ауылында “Балыҡтарҙы туңып үлеүҙән ҡотҡарайыҡ” тип аталған экологик акция башланды. Унда ауыл халҡы менән берлектә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы”ның иң әүҙем ағзалары ҡатнашты. Улар урындағы күлдә мәкеләр уйҙы, күл өҫтөн ҡарҙан да таҙартты. Сараның төп маҡсаты – һыу ятҡылығында йәшәүсе йән эйәләрен һауа менән тәьмин итеү. Мәке уйыу өсөн 40-лаған кеше сыҡты. Әйткәндәй, “Балыҡтарҙы туңып үлеүҙән ҡотҡарайыҡ” экология акцияһы бер генә тапҡыр ойошторолоп, онотола торғандарҙан түгел – ошо аҙна аҙағында ул дауам итәсәк.
Билдәле булыуынса, һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар февраль башы − март аҙаҡтарында күпләп ҡырыла башлай. Тап ошо ваҡытҡа һыу составындағы һауа тулыһынса тиерлек ҡулланылып, сарыф ителеп бөтә. Ә һауаһыҙ бер генә тере йән эйәһе лә йәшәй алмай. Һыуҙы яңынан һауа менән тулыландырыуға ҡалын боҙ ҡатламы ҡамасаулаһа, хәл мөшкөл, тигән һүҙ. ҡыш ни тиклем һыуыҡ булһа, балыҡтар шул тиклем күберәк ҡырыла. Шуға ла һалҡын көндәрҙә йылға-күлдәргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Элегерәк халыҡ мәкеләрҙе һыу алыу өсөн дә уя ине, хәҙер бөтә йортта ла тиерлек колонкалар йәки башҡа һыу сығанаҡтары бар. Шулай ҙа был ябай ғына эште ҡалдырмаһаҡсы − мәке уйыуға ни бары бер нисә минут ваҡыт кәрәк, ә уның файҙаһы бик күп.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға