«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эргә-тирәбеҙҙе сүплеккә әйләндермәйек!



15.01.2013 Эргә-тирәбеҙҙе сүплеккә әйләндермәйек!

Эргә-тирәбеҙҙе сүплеккә әйләндермәйек!
Сәнәғәт үҫешкән һайын, магазиндарыбыҙға төрлө ялтыр-йолторға төрөлгән әйбер­ҙәр, шешә-һауыттар тулып, уларҙы ҡулланыусылар һаны артҡас, сүп-сар ҙа арта ғына. Техника үҫешкән һайын, халыҡ яңы ҡулайламалар алып, аҙаҡ ватылған электр сәйнүктәрен, кер йыуыу машиналарын, һыуытҡыстарын, компьютерҙарын ҡайҙа таш­ларға белмәй. Хә­ҙер төрлө гәзит-журнал, реклама ҡағыҙҙары күп сығарыла, улары ла һуңынан әләф-тәләф булып, ерҙә, подъездарҙа туҙып ята. Һөҙөм­тәлә урамдарыбыҙ сүп­леккә әйләнеп бара. Һуң­ғы йылдарҙа был хәл бигерәк тә йыш күҙәтелә. Элек һөт-араҡы ше­шә­ләрен, сепрәк, макулатура ҡабул итеү эше яйға һалынғайны, ҡаланың һәр урамында тиерлек ул пункттар бар ине. Хәҙер, үкенескә күрә, улар күренмәй. Һөҙөм­тәлә ҡағыҙ күпләп сүплеккә ташлана, юл буйҙары, урман-ҡырҙарыбыҙ оҙаҡ йылдар серемәй торған ҡалай-пластмасса һауыттар, полиэтилен пакеттар менән тулды. Йыл да мода үҙгәреү сәбәпле, кешеләр ҙә өр-яңы өҫ кейемдәрен сүплеккә ырғыта. Уларҙы ла, әрәм иткәнсе, йыйып, мохтаждарға, етемдәргә бирергә була бит. Әйтергә теләгәнем шул: тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, бысратмайыҡ тиһәк, республикабыҙҙа ҡағыҙ, сепрәк, төрлө шешә-банка һәм ватыҡ техниканы, иҫке мебелде ҡабул итеү пункттарын күпләп асырға кәрәк.
Өфөлә сүп-сар эшкәртә торған завод төҙөләсәк, тигән һүҙ булғайны, ә уның ҡасан эшләй башлаясағы хаҡында әлегә ишетелмәй. Совет заманында тик бер төрлө генә быяла шешәләрҙе йыялар ине. Әммә хәҙер йәшәйеш үҙгәрҙе, талаптар ҙа артты. Шуға ла, формаһына ҡарамай, төрлө быяла, ҡалай-пластмасса, полиэтилен кеүек материалдар­ҙы ла йыйыу ойошторолоп, уларҙы яңынан эшкәртеп, үҙебеҙгә лә, тирә-яҡ мөхиткә лә күпме файҙа килтерергә мөмкин бит.

Йыл һайын республикабыҙҙа 37 миллион тонна сәнәғәт ҡалдыҡтары барлыҡҡа килә. Ә көнкүреш ҡалдыҡтары йән башына көн һайын 1,1 – 1,3 килограмм иҫәпләнә. Был һанды тотош республикала йәшәүселәр һанына ҡабатлағанда, йылына 1,1 миллион тоннаға барып етә. Был ҡалдыҡтар йылдар, хатта быуаттар буйына тарҡалмай: ҡағыҙ – ярты йылдан алып 2 йылға тиклем, консерва банкаһы – 90 йыл, полиэтилен пакеттар 5 йылдан алып 2 быуатҡа тиклем, пластик һауыт – 4 быуат буйына, быяла мең йылдан алып миллион йылға тиклем тарҡалмай ятырға мөмкин.
Фәнирә ҒАЙСИНА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға