11.01.2013 Һыра һемереү “модаһы” бөтөрмө?
Йыл башынан, “Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция әйләнешен һәм етештереүҙе дәүләт көйләүе тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, ҡайһы бер нормалар ғәмәлгә инде.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, алкоголь продукцияһы төшөнсәһе киңәйҙе. Һүҙ һыра һәм һыра нигеҙендә етештерелгән эсемлектәр хаҡында бара. 1 ғинуарҙан тап ошондай эсемлектәр төнгө ваҡытта, йәғни киске сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем һатыуҙан тыйылған алкоголь продукцияһы иҫәбенә индерелде. Анығыраҡ әйткәндә, составында этил спирты эсемлектең күләменә ҡарата биш процент самаһы булһа, стационар булмаған сауҙа нөктәһендә һыра, һыра ҡушылған эсемлектәр һатылырға тейеш түгел.
Алкоголь продукцияһын рекламалауға ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә бар. Этил спирты биш һәм унан да күберәк процент тәшкил иткән эсемлекте рекламалау баҫма матбуғатта, ваҡлап һатыусы стационар сауҙа нөктәләрендә, интернет селтәрендә генә мөмкин буласаҡ. Ә телепрограммаларҙа, телеканалдарҙа бөтөнләй тыйыласаҡ.
Бынан тыш, приз рәүешендә алкоголь продукцияһы бирелгән конкурстар, уйын-лотереяларҙы ла рекламаларға ярамай. Рөхсәт ителгән реклама тексында алкоголдә биологик әүҙем матдәләр, витаминдар булыуы яҙылырға, рекламала кешеләр образы, мультипликация формаһы ҡулланылырға тейеш түгел.
Боҙ ҡуҙғалды. Закон сығарыусылар, власть эскелеккә ҡаршы сараларҙы киңәйтеү яғында. Айырыуса йәштәрҙе ялмап алған һыра алкоголизмы барлығын таныу үҙе үк ниндәйҙер өмөт бирә. Закон һәм ҡағиҙәләр бар-барлыҡҡа, хәҙер уларҙы үтәргә, уларҙы боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырырға ғына кәрәк.