«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Беҙҙең депутаттар алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтеү яҡлы



08.01.2013 Беҙҙең депутаттар алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтеү яҡлы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә контролде көсәйтеүҙе тәҡдим итә. Улар закондар сығарыу башланғысы тәртибендә РФ Дәүләт Думаһына ошондай инициатива менән сыҡҡайны. Тиҙҙән федераль закон проекты тикшереләсәк.
Республика закон сығарыусылары алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә контролде көсәйтеүҙе күҙаллай. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, алкоголле продукцияны законһыҙ һатыусыны енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн дөйөм суммаһы 1 500 000 һумдан артыҡ булған маркировкаланмаған алкоголле эсемлек етештереү, ташыу һәм һаҡлау факты билдәләнергә тейеш. Ә республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, күп осраҡта енәйәт эшен ҡуҙғатып булмай. Сөнки беҙҙә ҙур ҡалаларҙа ла 1,5 млн һум суммаһына закон­һыҙ әйләнештәге алкоголле продукцияны табыу мөмкин түгел. Шуға күрә лә был хәл йәмғиәт тормошона ҡурҡыныс менән янай. Шулай итеп, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың закон проектында депутаттар атап үтелгән сумманы 1 500 000 һумдан 250 000 һумға тиклем төшөрөүҙе, шулай уҡ “һатыу маҡсатында” тигән һүҙбәйләнеште ҡулланмауҙы күҙ уңында тота.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға