18.12.2012 Иң күп эшһеҙҙәр – ҡатын-ҡыҙҙар
Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең 64 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең 42 проценты ауыл ерендә йәшәй.
БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө эшһеҙҙәрҙең 22 процентын – 16 – 29 йәштәгеләр, 11 процентын пенсия алды йәшендәге кешеләр тәшкил итә.
Республикала, дөйөм алғанда, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле декабрь башында иҡтисади йәһәттән әүҙем граждандарҙың 1,22 процентын тәшкил итте. Өфөлә был күрһәткес – 1,29 процентҡа, республиканың башҡа ҡалалары буйынса – 1,16 процентҡа, райондар буйынса 1,37 процентҡа тиң.
Иң юғары эшһеҙлек кимәле күҙәтелгән территориялар иҫәбенә Ағиҙел (6,67), Межгорье (2,51) ҡалалары, Дыуан (2,25), Бөрйән (2,24) һәм Архангел (2,15 процент) райондары инә.