«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Иҫерек булһа ла, әсәй әсәй инде



14.12.2012 Иҫерек булһа ла, әсәй әсәй инде


Өфө районында бер бала үҙен алып аҫраған ата-әсәһенән сығып ҡасҡан. 13 йәшлек ҡыҙыҡай ҡайҙа юлланған тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, үҙ әсәһен эҙләргә!
ҡыҙҙы һәм уның ҡустыһын биш йыл элек икенсе бер ғаилә тәрбиәгә алған, ә әсәләрен, эскән һәм балаларын ҡарамаған өсөн, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр.
Балаға әсәй, ниндәй булһа ла, ҡәҙерлелер инде. Үҫмер ҡыҙ интернеттан ике туған ағаһын таба ла, әсәһенең ҡайҙалығын һораша. Теге ҡатын иһә балаһы артынан үҙенең бер әшнәһен ебәрә. ҡыҙыҡай шул иргә эйәреп, өйҙән сығып китә. Ярай әле ҡустыһы ла, класташтары ла уның ниәтен хоҡуҡ һаҡлаусыларға һөйләй. Оперативниктар эҙ юллап барып тапҡанда, бала, ҡото осоп, Киров райо­нындағы бер притонда лаяҡыл иҫерек әсәһенең эргәһендә ултырған була.
Бала өсөн әсә барыбер әсә булып ҡала, ә иҫерек әсәгә унан да ҡәҙерлерәге эсеү булыуы ҡот осмалы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға