«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Итексе лә йөрөрмө икән итекһеҙ?



14.12.2012 Итексе лә йөрөрмө икән итекһеҙ?

Итексе лә йөрөрмө икән итекһеҙ?Оҫталыҡ, эшһөйәрлек һәм тәжрибә кешене алмаштырғыһыҙ итә
Ленин урамындағы аяҡ кейеме оҫтаханаһына килеп, итексе булып эшләп ҡарарға теләк белдергәс, итек оҫтаһы, итәғәтле генә әйткәндә, юғалып ҡалды. Хәйер, быға ғәжәпләнәһе түгел, моғайын, көн дә урамдан кешеләр инеп, үҙҙәрен ярҙамсы, өйрәнсек итеп тәҡдим итмәйҙер (уның урынында һәр кем аптырар ине). Шуға ҡарамаҫтан, Юрий Дубовец ишеген асып, изгеләрҙән-изге урынға – оҫтаханаһына үткәрҙе (күрәһең, башҡа сараһы ла ҡалмағандыр бисараның: ишек төбөндә ярамһаҡ йылмайып, инәлеп, ҡатын-ҡыҙ эш һорап торһон әле!). Бында кәштәләрҙә үҙ йондоҙло сәғәтен көтөп, рәт-рәт булып итектәр, туфлиҙар, ботинкалар, ботильондар теҙелгән – ниндәйҙәре генә юҡ! Араларында күне ярайһы ғына таушалғаны ла, тейешле тәрбиә күрмәй кәкрәйеп ҡатҡаны ла, мине күрегеҙ, тип ялтырап ҡуҡырайғаны ла туп-тулы. Әллә ниндәй яйланмалар, эш ҡоралдары мөйөштәргә һибелгән.
Бар нәмәне иғтибар менән күҙҙән үткәреүҙе Юрий үҙенсә аңланы:
– Йәл, әммә бында бөтә ер ҙә бысраҡ, шуға ултырырға тәҡдим итергә лә ҡурҡам.
Мин оҫтаханаға аҡ салбар кейеп килергә «башым» еткәнгә, ни эшләргә белмәй стена буйында тик торҙом, ә ул үҙ эше менән мәшғүл булды: заказдар ҡабул итте, аяҡ кейемен ремонтланы, асҡыстарҙың дубликатын яһаны... Ашыҡмаһа ла, тиҙ эшләй, ҡулы килешеп кенә тора. Бер аҙҙан шым тороуҙы өнәмәй, мине иҫкәртте:
– Әгәр ҙә көлкө килһә, ҡурҡмағыҙ, бында ул ғәҙәти күренеш.
– Ыста, нимәгә? – танауымды көслө елем еҫе бөрөп барғанын белә-күрә иҫәр һорау биргәнгә оялып ҡуйҙым. – Ю-юҡ, борсолмағыҙ, мин ныҡ ул.
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ... Тик беренсе көндәрҙә эштән һуң баш ауырта. Һөт эсерһегеҙ.
Мин үҙемде токсикоман ролендә һис тә күҙ алдына килтерә алманым, фантазиям етмәне, шуға ла, табуретка ситенә генә терәлеп, еңде һыҙғандым. Шул тиклем тиҙерәк эшкә йәбешкем килде, хатта устарым ҡысып китте. Ә ниңә, журналистар бөтәһе лә аҡһөйәк, тип уйланығыҙмы? Яңылышаһығыҙ. Беҙ ручка һәм блокнот ҡына түгел, мәҫәлән, һыйыр һауыу аппаратын да, көрәк тә тотоп өйрәнгән кеше. Ә инде итексенең эшен уйнап ҡына үтәй алырға мөмкин. Һәр хәлдә, оҫтаханаға килгәнсе, мин шулай уйлай торғайным: алаһың ҡулға беҙ, тишек тишәһең дә, еп үткәрәһең, шуны нығытып тартҡас, тағы бер тишек тишәһең дә артабан дауам итәһең – бының ниндәй ауырлығы булһын?
Юрийҙың миндә ҡайғыһы юҡ, клиенттар бер туҡтауһыҙ килә (күпселектә асҡыстар менән). Минең эшһеҙ йонсоп ултырыуға ла байтаҡ булып китте. Әйткәндәй, Юрий ябай итексе генә түгел, ул асҡыс эшләү буйынса ла оҫта, күҙ асып йомған арала теләһә ниндәй асҡыстың дубликатын эшләп бирә. Махсус белеме юҡ, үҙ аллы өйрәнгән (заманында төҙөүсегә уҡыған). Бала сағында, атаһының быйма ямағанын күреп, мине лә өйрәт, тип ныҡышҡан. Атаһы, ваҡыты етһә, өйрәнерһең, ә әлегә уйна, тип мыйыҡ аҫтынан ғына көлгән булған. Ысынлап та, донъя баҫҡас, Юрий үҙенән-үҙе быйма ла ямарға, һөнәренең башҡа серҙәренә лә өйрәнгән. Әңгәмә барышында уның әсәһе яғынан олатаһының да итексе булыуы асыҡланды. Нисек итеп Мәскәү ассирийҙарын йәки айсорҙарын хәтерләмәйһең: баш ҡалала һаманғаса айсорҙарҙың будкалары бар, унда элекке итек таҙартыусы, итекселәрҙең тоҡомдары бил бөгә – һөнәр быуындан-быуынға тапшырыла килә. Әйткәндәй, боронғо профессияларҙың береһе абруйлы тип һаналмай: эше ауыр, саңлы, бысраҡ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уҡыуҙан һәләте булмағандар өсөн һәләк уңайлы һөнәр – шәхси эшҡыуарлыҡ йәһәтенән перспектива бар. Карьера эшләмәйһең, әлбиттә, ләкин ас та ултырмайһың, сөнки кешеләрҙең һәр ваҡыт аяҡтары буласаҡ, ә аяҡтарында – тишелгән, йыртылған, ҡыйыш баҫылып боҙолған аяҡ кейеме.
Юрий һис бер тынғы белмәй эшләүен дауам итә, ә мин һаман ҡул ҡаушырып тик ултырам. Оҫта миңә аяҡ кейемен ышанып тапшыра алмайым ти: «Һеҙ берәй нәмәне боҙорһоғоҙ, ә миңә яуап тоторға». Бер һүҙһеҙ уның менән ризалашам да бит, әммә, бәлки, берәйһе кескәй генә ремонт талап иткән аяҡ кейемен килтерер, тигән өмөтөмдө өҙмәйем. Мәҫәлән, ботинкаларға олтан йәбештерергә генә хәлемдән килер ул. Тик ултырһам да, уйҙарымда әллә ҡайҙарҙа йөрөйөм: имеш тә, урамда китеп барғанда туфлиҙың үксәһе һына, ә мин һыр бирмәй, тиҙ генә шуны кире ҡағып та ҡуям – халыҡтың иҫе китә... Инде үксә ҡағырға ғына өйрәнеп ҡайтһам бөгөн. Ләкин итексе өйрәтергә ашыҡмай, хатта заказдарҙы ла үҙе ҡабул итә. Тимәк, ышанмай, фамилияларҙы бутап ҡуйыр, тип хафалана. Буш ултырып ялҡҡас, ҡыйыуһыҙ ғына Юрийға өндәшәм (бәлки, кеше «өлгөргәндер»?):
– Исмаһам, мин бында берәй нәмә эшләр инем...
– Нимә?
– Һуң, белмәйем...
– Бына мин дә белмәйем шул.
Уның тауышынан әлеге ваҡытта ми­нең яҡтан уға иң ҙур ярҙам уны ҡаңғыртмау икәнлеген төшөнәм. Шуға ла телемде тешләп, тағы тик ултырам. Хәйер, шым ғына үҙен күҙәтәм – хәтәр етеҙ эшләй: шапылдатып набойканы һурып сығара ла, зырылдатып үксәне тигеҙләй, шунан бырау менән тишек яһап, яңы набойканы ҡағып ҡуя ла, уның ситтәрен бысаҡ менән ҡырҡа. ҡыҙыҡ, ни өсөн урыҫтар итексе тураһында әллә күпме насар әйтем уйлап сығарҙы икән? Мәҫәлән, «итекһеҙ итексе», «итексе кеүек иҫерек», «итексе һымаҡ боҙоп ташлаған», «итексе кеүек һүгенә»... Бәләкәй саҡта бер урыҫ ҡасабаһындағы клубҡа киноға барғайным, пленка өҙөлгәс, кешеләр ауыҙ тултырып, тәмләп тороп киномеханикка: «Саппо-о-жник!» – тип асыуланғайны. Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡ был һөнәр эйәләрен бик үк матур сифаттар менән биҙәмәгән. Минең ҡарашҡа иһә, был төптө дөрөҫ түгел. Аяҡ кейемен ремонтлаған, теккән оҫтаның күҙе шәп күрергә те­йеш, шулай уҡ дөрөҫ кү­ҙәмә, яҡшы координация эскелек, йыйнаҡһыҙлыҡ менән ярашамы ни? Һәр хәлдә, хәҙерге итекселәр үҙҙәренең эш урынына, һөнәренә яуаплы ҡарай кеүек.
– Нимәгә тотонһаң да, күңел һалып эшләргә кәрәк, – итек кейҙерелә торған тимер «тәпәй»гә эйелгән Юрий асылып китте. – Социализм ваҡытындағылай арлы-бирле, минән китте – эйәһенә етте, тип түгел. Капитализм ҡанундарына яраҡлашыр өсөн тәү сиратта эшеңде тулыһынса бирелеп башҡарырға кәрәк. Хәҙер бөтә ерҙә лә, шул иҫәптән беҙҙең һөнәрҙә лә сифат талап ителә. Кешеләр менән аралаша белеү ҙә мөһим роль уйнай.
Әйткәндәй, клиенттар берәй нәмә менән ҡәнәғәт булмай иреш-талаш ҡуптарғанда, мин тыныс ҡына яуаплаһам, улар тағы ла нығыраҡ ҡайнап китә. Ниңә икән?
Мин иңбаштарымды һикертеп, был да кеше булмышының бер сере, тинем. Һәм тағы ла оҫтаға ҡамасауламай ултырыуымды дауам иттем. Тыңлайым ғына, сөнки ҡулдарымдан тыш, ҡолаҡтарым да буш. Юрийҙың һүҙҙәре буйынса, итексенең эше йә күп, йә аҙ. Уларҙың да ҡыҙыу айҙары була – яҙ һәм көҙ. Үҙенсәлекле «ҡалайсы айҙарында» уны итектәр, туфлиҙар менән күмеп ташлайҙар. Һәм барыһының да аяҡ кейеменә ремонт «тиҙ генә, бына бөгөн үк» талап ителә. Әммә тиҙ генә килеп сыҡмай – аврал. Шуға ла Юрий сананы йәй рәтләргә, йәғни ҡышҡы итектәрҙе ремонтҡа йәйен килтерергә (һәм кире­һенсә) кәңәш итә. Бына бөгөн дә халыҡ, көҙгө һалҡындар башланып, миҙгел араһы (демисезон) аяҡ кейеме бар­лығын иҫенә тө­шөр­гәс, оҫтахананың ишегенә ябылырға ла ирек бирмәй.
– Ошо туфлиҙарҙы рәтләргә мөмкинме? – көләс йөҙлө ҡатын уңайһыҙланып ҡына тәҙрә аша аяҡ кейемен һона.
– Һеҙ уларҙы сүплеккә ырғытығыҙ, сөнки барыбер бер нәмәгә лә эшкинмәйәсәк, – туфлиға бер ҡараш ташлап, ҡәтғи ҡарар сығара оҫта.
– Йәбештереп булмаҫмы? Уңайлы бит улар, ташлауы йәл.
– Йәл булғас, ремонт тураһында алданыраҡ уйларға кәрәк ине, ханым.
Сираттағы клиент итек килтерҙе:
– Набойканы юғалтып йөрөп тик ятылды.
– Ике үксәне лә киҫеп ташларға тура килер.
– Тапалғанын ғына ҡырҡып булмаймы?
– Нишләп булмаһын, була, әгәр ҙә бер аяҡҡа сатанлап йөрөгөгөҙ килһә.
ҡыҙ аҡһаҡлап йөрөргә теләмәй, шуға ла үксәне ҡырҡтырырға ризалаша: «Бейек үксәлә аяҡтар матурыраҡ күренә лә бит...»
Ремонтланған аяҡ кейемен алырға тип, студентка йүгереп килеп инде:
– Уларҙы кейергә мөмкинме?
– Юҡ, тик бер айҙан ғына, – тип шаярта Юрий, һәм ҡаштары кинәт өҫкә осҡан ҡыҙыҡайҙың йөҙө йылмайыуҙан яҡтыра:
– Ой, ысын икән тип торам! Рәхмәт төшкөрө! Мин итектәрҙе лә килтерермен.
– Рәхим итегеҙ, шат булырмын.
Эшһеҙлектән тамам йонсоп (тик ултырыуҙы рәхәт тип беләһегеҙме?), мин ҡайтырға йыйындым. Итекханалағы беренсе һәм һуңғы эш көнөмдә аяҡ кейеменә ҡағылышлы иң мөһим ҡағиҙәне генә ятланым: ул оҙаҡ һиңә хеҙмәт итһен тиһәң – яҡшылап тәрбиәлә. Шулай уҡ итекселәрҙең ҡайһы бер эш ҡоралдарының исемен белдем. Оҫтахананың айырыуса шиксел клиенттарын тынысландырырға ашығам: аяҡ кейемдәренә тырнаҡ осо менән дә ҡағылманым, тимәк, бер кемдең дә бер нәмәһен дә боҙманым. Эйе, шуны ла әйтергә онотмайым әле – аяҡ кейемен ремонтҡа алып барырҙан алда, зинһар, уны таҙартығыҙ. Һеҙҙең дә йөҙөгөҙ ҡыҙармаҫ, оҫтаның да күңеле булыр.
Шулай итеп...
Аяҡ кейемен урамға сығыр алдынан түгел, ә өйгә ҡайтҡас таҙартырға кәрәк. Саңын, бысрағын таҙартҡас, төнгөлөккә крем һөртөгөҙ – был күнде йомшарта, ярылыуҙан һаҡлай. Иртән аяҡ кейемен щетка, сепрәк менән ялтыратырға ғына ҡала.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға