«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кемгә – майшәм, кемгә – гәзит…



14.12.2012 Кемгә – майшәм, кемгә – гәзит…

Эш хаҡымдың ҡап яртыһын гәзит-журнал яҙҙырыуға сарыф итеп, өйөмә ҡайтып етеүгә, тып итеп, бер танышым килеп тә инде. ҡулында ‒ буйтым ғына күренгән һәлмәк сумка. Уны түргә уҙҙыр­ҙым да, был тағы нимәләр ҡылып йөрөй икән, тип бер сумкаһына, бер үҙенә ҡараным. ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә, тиҙәр уны. Ә мин уны үтә ябай, эскерһеҙ Алла бәндәһе һымаҡ күрәм. Таҙа күл кеүек, эсендәгеһе тотош күренеп торғандай.
Танышым ул-был хәлдәрҙе һорашҡылаған булды ла кинәт кенә миңә текәлде.
– Майшәм алдыңмы? – ти был.
– Тоҙ кеүек, әллә майшәмде лә бөтә тиҙәрме? – тим.
– Әйткәндәй, тоҙ алдыңмы?
Мин баш һелктем.
– Мин палатка һымаҡ бер нәмә лә йүнләнем әле.
– Һуң! – мин әйтәм. – Әллә оҙайлы походҡа йыйынаһыңмы?
Танышым миңә, ҙур ҡара күҙҙәрен оторо түңәрәкләндереп, аптырап ҡараны. Үҙе ҡысҡырып әйтмәһә лә, һин ҡалай донъянан артта ҡалған тома наҙанһың, тигән уйҙарын уҡырға була ине.
– Һин ахырызаман тураһында бер нәмә лә белмәйһең, күрәһең, – ти был.
– Әлләсе, – тип иңбашымды һикертәм.
– Ә ер убылһа?
– Ер убылһамы? Һинең палаткаңда, майшәм яндырып, тоҙ ялап, минең гәзиттәрҙе уҡып ятмаһаҡ?
Танышым үпкәләңкерәп, шымтайым китте. Мин уны эстән ихлас йәлләнем дә былай тинем.
– Ни бит әле, тоҙлоҡ та, майшәмлек тә аҡса ҡалманы, ошоларға яҙылдым, – тип, квитанцияларҙы күрһәттем. – Ә һин быйыл да яҙҙырманыңмы?
– Юҡ шул! – Ул, уңайһыҙланып, майшәм менән шырпы тултырылған сумкаһына ҡараны.
– Хет быйыл берәүһенә яҙылам тиһәм, әбезәтелнә бер нәмәһе килеп сыға, – тип уфтанды ул.
– ҡара әле, әй, ахырызаманы булмаһа, был тиклем майшәмде нишләтергә икән?
– Аптырама, – тип тегене йыуатам. – Утыңа экономия булыр. Майшәмең бөткәнсе яндырыр ҙа яндырырһың.
– Ә һин, донъя бөтмәһә, тағы нишләй­һең?
– Минме? Һиңә тыуған көнөңә самай шәп гәзит «Йәшлек»те яҙылып ҡуям да 22 декабрь көнө ҡунаҡҡа барам.
Ул ышанып бөтмәне, шулай ҙа бит остарынан эскерһеҙ йылмайыу йүгереп үтте.

Сәғирә ҒӘЛИУЛЛИНА.
Белорет районы,
Шығай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға