«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Быуат афәте



04.12.2012 Быуат афәте

Быуат афәте
ҡыштың тәүге көнө Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. Бына инде 25 йыл буйына был ҡурҡыныс сир донъяла оло проблемалар­ҙың береһе булып һанала.
Рәсәйҙә бөгөн СПИД менән зарарланыусы 680 мең кеше теркәлгән, ә 88 меңдән ашыуы үлгән. Башҡортостанда диспансер иҫәптә 10 357 кеше тора, уларҙың 86 проценты хеҙмәт йәшендә (21 – 40 йәш). 2012 йылда республикала 2161 кешелә СПИД ауырыуы табылған, уларҙың 1401-е – ир-ат (65 процент), 760-ы – ҡатын-ҡыҙ. Ауырыуҙар һаны үткән йылға ҡарағанда 32 процентҡа күбәйгән.
Уҙған йылдарға ҡарағанда, СПИД менән ҡатын-ҡыҙҙар күберәк сирләй, уларҙың бала табыу йәшендә булыуын иҫәпкә алғанда, сирҙең балаға күсеү хәүефе уғата ҙур. 1987 йылдан алып СПИД менән ауырыған әсәләрҙән 1807 бала донъяға килгән. Бөгөн ВИЧ-инфекцияһы буйынса перинаталь бәйләнештә бул­ған 335 бала иҫәп­кә алынған, 120 балаға СПИД диагнозы ҡуйылған.
Быуат сиренән үлеүселәр һаны артҡандан-арта. Быйыл ун ай эсендә 465 ауырыу вафат булған. Уларҙың уртаса йәше – 21 – 40.
Үрҙәге ҡот осҡос һандар ВИЧ-инфекцияһын актуаль милли проблема тип ҡарарға, ә был ауырыу­ға ҡаршы көрәште дәүләттең өҫтөнлөклө социаль сәйәсәте тип иҫәпләргә кәрәклеген талап итә.

Л. ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға