«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Түләйбеҙ ҙә түләйбеҙ! Ә нимә өсөн – аңламайбыҙ…



04.12.2012 Түләйбеҙ ҙә түләйбеҙ! Ә нимә өсөн – аңламайбыҙ…

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһына ҡағылдыңмы, бөтмәҫ-төкәнмәҫтәй тойолған проблемаларға килеп юлығаһың. 2012 йылдың 1 сентябренән Рәсәй халҡы өсөн был тармаҡта тағы ла бер яңылыҡ өҫтәлде – хәҙер торлаҡ хужалары дөйөм йорт ихтыяждары өсөн дә хаҡ түләй башланы. Әле тап ошо мәсьәлә халыҡ теленән төшмәй тип әйтерлек. Рус телендә ҡыҫҡартып ОДН (общедомовые нужды) тип билдәләнгән был түләүҙең квитанцияларға өҫтәлеүе йәмғиәттә төрлө һорауҙар уята. Әлбиттә, бер кемдең дә кеҫәһенән артыҡ аҡса сығарғыһы килмәй. Шуға ла кешеләр, был өҫтәмә түләүҙәргә асыҡлау индереүҙе һорап, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән идара итеүселәргә яҙма рәүештә лә, шылтыратып та мөрәжәғәт итә. Шылтыратыуҙарҙың бик күп икәнлеген билдәләп үтергә кәрәк.
Ошо көнүҙәк проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медве­девтың Башҡортостан Республика­һын­дағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә беҙҙең төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөгөнгө торошона, перспективаларына ҡа­ғы­лышлы мәсьәләләрҙе ҡараған брифинг ойошторолдо. Сараны “Бер­ҙәм Рәсәй” партияһының беҙҙең республикалағы рәйесенең Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Рәил Әсәҙуллин алып барҙы. Брифингта БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Юрий Кислицын, БР прокуратураһының иҡтисад өлкә­һендәге закондарҙың үтәлешен күҙәтеү бүлеге башлығы Динар Фәтхетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары Елена Родина һәм башҡа бик күп белгес ҡатнашты.
Билдәләп үтеүебеҙсә, дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләй башлау халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡтар һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был яңылыҡ РФ Хөкүмәте ҡарары буйынса индерелде. Шулай булғас, әлеге яңылыҡты дөрөҫ аңлап, ҡабул итергә генә ҡала. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты алып барған өсөн түләүҙәрҙе билдәләгән квитанцияларҙа яңы барлыҡҡа килгән графала күрһәтелгән сумма бәләкәй түгел. Хәҙер иҫәпләү при­бор­ҙары ҡуйылған йорттарҙа бөтәһе лә аныҡ рәүештә – приборҙарҙа күрһәтелгән һандар буйынса башҡарыла. Ә приборҙар юҡ икән, түләү тарифтар буйынса дәүләт комитетында раҫланған нормативтар буйынса билдәләнә.
Быйылғы йылдың 1 сентябренә тиклем кешеләр ут, һыу кеүек коммуналь хеҙмәттәр өсөн фатирҙары эсендә торған счетчиктар буйынса ғына түләне. Баҫҡыс майҙансыҡтарын йыуыу, яҡтыртыу, лифттарҙы хеҙмәтләндереү һәм башҡа хеҙмәттәрҙе башҡарғанда түгелгән сығымдарҙы фатир хужалары ҡапламаны. Хәҙер был хата төҙәтелде – һәр ерҙә дөйөм йорт приборы ҡуйылған йәки ҡуйыласаҡ. Ул йортҡа индерелгән бөтә утты, һыуҙы, газды һанап тора. Һәр фатир хужаһы үҙ счетчигы ярҙамында тик үҙендә генә тотонолған ресурстарҙы билдәләй. Ике прибор­ҙың күрһәткестәрен сағыштырып, айырманы йортта йәшәүсе бөтә кешеләргә лә бүлеп сығалар. Был ваҡытта фатирҙарҙың майҙаны ла күҙ уңында тотола. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына кеүек. Ғәҙел дә тойолғандай. Ләкин был тәү ҡарамаҡҡа ғына.
Хәҙер һәр бер квитанцияла йорт эсендә кешеләр йәшәмәгән урын­дар­ҙың майҙаны күрһәтелгән. Унда подвалдар, магазиндар, офистар ҙа ингән булырға тейеш. Күп йорттар­ҙың кешеләр йәшәмәгән урындарының майҙанын күрһәткән графаһында “ноль” цифраһы ғына күренә. Квитанцияларға ярашлы, дөйөм йорт ихтыяждары өсөн торлаҡ хужалары ғына түләй. Ә Хөкүмәт ҡарары буйынса сығымдар йорттоң бөтә майҙандарына ла бүленергә тейеш. Офистар һәм башҡаларҙың күҙ уңында тотолоуы кәрәк. Тағы ла бер проблема бар – бер кем дә кешеләр­ҙең фатирына инеп, счетчиктарын тикшереп йөрөмәй. Шуға ла ҡайсаҡ фатир хужалары идара итеүсе компанияларға тотонолған ресурстар хаҡында ялған мәғлүмәт еткерә. Һөҙөмтәлә түләнмәгән сумма тағы ла дөйөм йорт ихтыяждары графаһына күсерелә. Кемдер ялғанлаған өсөн тотош йорт менән түләй­ҙәр булып сыға инде.
Үрҙә билдәләнгән һәм башҡа бик күп мәсьәләләр тиҙ арала хәл итеүҙе көтә. Күп фатирлы йорттар менән идара итеү өсөн фатир хужалары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты алып барыусылар араһында заманса һәм камил килешеү төҙөргә кәрәклеге аңлашыла. Ни тиһәң дә, кешеләр аҡсаһын нимә өсөн түләгәнен аңлар­ға тейеш. Әле республика парламентарийҙары тап ошо документты төҙөү менән мәшғүл. Килешеүҙең проекты әҙер ҙә инде.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға