«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бер рюмка – ике ғүмер



27.11.2012 Бер рюмка – ике ғүмер

Һуңғы ваҡытта эскән килеш руль артына ултырыусыларға яза тураһында күп һөйләй башланылар. Нимәне күп сурытаһың, шул тағы ла күбәйә, тигән яҙылмаған ҡанун йөрөй халыҡ телендә. Иҫеректәр әҙәйҙе, тип уйлайһығыҙмы? Үкенескә күрә, юҡ.
Бына Өфөлә лә үткән шәмбелә эскән водитель бер түгел, ике кешенең ғүмере өҙөлөүгә сәбәпсе булған. «Фольксваген» автомобилендә ултырған иҫерек юлда «Тойота»ға бәрелә. Уныһы бәрелеүҙе күтәрә алмай, ҡаршы юлдағы «КамАЗ» аҫтына барып инә. Иҫереккә бер нәмә лә булмай, ә «Тойота»лағы 47 йәшлек водитель менән уның 44 йәшлек пассажиры һәләк була. Маҡсаттар, ниәттәр менән йәшәүсе ике кеше ғүмеренең әле урта тирәһендә генә бер эскән ир арҡаһында шулай мәғәнәһеҙ үлемгә дусар ителә.
Әйткәндәй, үткән ял көндәрендә Башҡортостан юлдарында 25 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, ике кеше үлгән, 33 кеше төрлө йәрәхәт алған.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға