«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хат ташыусылар үҙ эштәренә яуаплыраҡ ҡараһын ине



27.11.2012 Хат ташыусылар үҙ эштәренә яуаплыраҡ ҡараһын ине

Һаумыһығыҙ, “Йәшлек”тәр! Яратып уҡыу­сығыҙ Гөлфиә булам. Тәүҙән үк “Йәшлек” редакцияһы коллективына ҙур рәхмәтемде белдерәм – шундай шәп, ҡыҙыҡлы йөкмәткеле гәзит сығараһығыҙ.
“Йәшлек”те ғаиләбеҙ менән бик яратып, ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Тик бер проблема бар – бер ҙә почтальондарҙан уңып булмай. Гәзит-журналды ваҡытында килтермәйҙәр, йә бөтөнләй килеп етмәй ҡала. “Яҙылмаҫбыҙмы әллә…” − тип тә уйлағайныҡ инде. Тик “Йәшлек”һеҙ бигерәк ҡыйын, гәзит-журналһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Шулай итеп, киләсәк көндәребеҙҙә яҡшыға ышанып, тағы ла яҙылдыҡ әле. Моғайын, почтальондар үҙенең эшенә яуаплыраҡ ҡарай башлар, ни тиһәң дә, киң матбуғат саралары кешеләргә бик кәрәк, ә почтальондар халыҡ менән гәзит-журнал араһындағы күпер булып тора. Шул күперҙең ныҡлы һәм ышаныслы булыуы шарт.

Юлмөхәмәтовтар ғаиләһе.
Ғафури районы,
Юлыҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға