«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Алтын таяуыбыҙ һин, әсәйебеҙ!



23.11.2012 Алтын таяуыбыҙ һин, әсәйебеҙ!

Алтын таяуыбыҙ һин, әсәйебеҙ!
Беҙҙең әсәйебеҙ Асия Хәмәтхужа ҡыҙы Һатыбалдина Көйөргәҙе районының Үрге Баба ауылында Фәғилә менән Хәмәтхужа Вәлитовтар ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы иң ауыр йылдарға тура килгән, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күреп үҫкән. Бик иртә атайһыҙ ҡала. ҡәҙерле кешеһен һуғышҡа алалар, ул яу яланында ятып ҡала. Олатайымдың әсәйебеҙҙе, мөғәллимә итәм, тигән теләге тормошҡа ашмай. Ғаиләлә өлкән бала булған­ғалыр, бөтә ауырлыҡ уның иңенә төшә, туғандарын ҡараша.
Үҫеп буй еткергәс, әсәйебеҙ Көйөргәҙе райо­нының Түбәнге Баба ауылынан Мөхә­мәзғәле Һатыбалдин менән тормош ҡора. Ете балаға ғүмер бирәләр. Хәҙер инде атайыбыҙ беҙҙең арала юҡ инде. ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә бик яҡшы тәрбиә биреп үҫтерҙе. Тик яҡшылыҡҡа, дөрөҫлөккә генә өйрәтте. Һәр ваҡыт әсәйем беҙгә: «Яҡшы һүҙ − йән аҙығы, яман һүҙ − баш ҡаҙығы», − ти торғайны. Матур итеп бәйләргә, сигергә, тәмле итеп аш-һыу, бәлеш-ҡоймаҡ бешерергә тик әсәйҙән генә өйрәндек. Атай-әсәйебеҙ тырышып ете балаға үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе алырға ярҙам итте. Яҡын кешеләребеҙҙең хыялы тормошҡа ашты: бәләкәй ҡыҙҙары Гөлсинә – уҡытыусы. Әлеге мәлдә Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында балаларға белем бирә. Рәмил кейәү менән өс бала үҫтерәләр. Улдары Мөхтәр әсәйҙе ҡарарға ауылда тороп ҡалды. ҡатыны Юлиә менән дүрт бала ҡарай­ҙар. Миңлеямал – ике ҡыҙ әсәһе. Икеһе лә юғары белем алды. ҡыҙы Хәтифә ҡәҙим кейәү менән бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләне, Хәҙисә алыҫ Себерҙә йәшәй. Әсәйебеҙ уңғанлығы, намыҫлы хеҙмәте менән беҙгә һәр саҡ үрнәк. Совхоз эшендә яҡшы эшләне: йәшелсә баҡсаһында сөгөлдөр үҫтерҙе, күп йылдар аш бешереүсе булып кешеләрҙе тәмле аштары менән ҡыуандырҙы, тәмле икмәк тә бешерә ине.
Барыһына ла нисек өлгөргән икән?! Күпереп бешкән тәмле икмәктәре мейес ауыҙына һыймай тәгәрләп килеп төшә торғайны. Хужалыҡта утыҙ алты йыл бал ҡорто тоталар. Беҙ, балалар, ҡош балалары кеүек, үҙ ояларыбыҙҙы ташлап, таралышып бөттөк инде. Тыуған нигеҙгә ялға ғына ҡайтырға форсат тейә, әсәйебеҙҙең аҡыллы кәңәштәренә мохтажбыҙ. Көслө рухлы ҡәҙерлебеҙ тормоштағы һы­нау­ҙарҙы сабыр итеп лайыҡлы күтәрә белде.
Беҙҙең балалар йәй көндәрендә өләсәй­ҙәрендә үҫте. Ул бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен дә яратып кейҙе. Әсәйебеҙ бигерәк ҡунаҡсыл кеше, олоғайһа ла, бер ваҡытта ла ҡыйынһынып тормай, кеше ҡаршыларға ярата. Тәмле аштары, баллы, майлы сәйҙәре менән һыйлай.
Тик яҡшылыҡҡа ғына өйрәткәнең өсөн, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам иткәнең өсөн рәхмәтлебеҙ һиңә, ҡәҙерле кешебеҙ. Беҙгә, балаларыңа, кәңәшсе, терәк булып, бәхетле ҡартлыҡта йәшә!

Әлфиә АСҡАРОВА.
Томск өлкәһе,
Стрежевой ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға