«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бөртөкләп йыйыла алтын



23.11.2012 Бөртөкләп йыйыла алтын

Бөртөкләп йыйыла алтын
Хеҙмәт хәүефһеҙлеге, унан бигерәк, эш менән тәьмин итеүселәрҙең намыҫһыҙлығы хаҡында «Йәшлек»тә быйыл яҙып сыҡҡайныҡ инде. Үкенескә күрә, бындай хәл-ваҡиғалар бөтә Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда ла сәскә ата бирә. Сираттағы ғәҙелһеҙлек осрағы хаҡында беҙгә Сибайҙан хәбәр иттеләр.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына ҡараған Сибай ер аҫты руднигында була был хәл. Шахта­ларҙы нығытыусы булып эшләүсе Илдар Хәбиловты эш ваҡытында руда тейәгес менән йәрәхәтләйҙәр. Эш булғас, бындай бәлә-ҡазаның булыуына бер ҙә аптырарға ярамай: кеше факторы, ҡорамал­дар­ҙың иҫкереүе, хәүефһеҙлек техникаһын еренә еткереп үтәмәү − әҙме ни төрлө сәбәптәр? Бында, ҡазанан бигерәк, комбинат етәкселегенең уны йәшереп маташыуы аптырата...
Ваҡиғаларҙы Илдарҙың ҡатыны, Миләүшә Хәбилова, түбәндәгесә һөйләп бирҙе:
− 24 октябрҙә сменаға эшкә сығып киткән ирем 25 октябрь төнөндә, сәғәт 2-се яртыла ҡайтырға тейеш ине. ҡайтманы. Телефонына шылтыратһам, уныһы һүнгән. Төндө шулай билдәһеҙлектә үткәрҙем.
Иртәгеһенә, ҡорбан байрамына әҙерләнеп йөрөһәм, Сибай ҡала дауаханаһынан таныш шәфҡәт туташы шылтыратып, Илдарҙы төндә дауаханаға алып килеүҙәрен, әле уның травматология бүлегендә ятыуын әйтеп, һушымды алды.
Йәһәт кенә барып, рудниктан килтерелгән Илдар Хәбиловтың хәлен, ҡайһы бүлектә, палатала ятыуын һораштым. Шәфҡәт туташтары рудниктан берәүҙе лә килтермәүҙәрен әйтеп аптыратты:
− Илдар Хәбиловты ауылдан алып килделәр. Ауылда тракторҙан тапалған, тип яҙыл­ған ҡабул итеү журналында, бына ҡарағыҙ.
Миләүшә хәлдең айышын Илдарҙан ишетә: ҡазаның шахтала булыуын йәшереп, ауылда булды, тип теркәтеүҙе Илдар мастерының талабына буйһоноп эшләгән икән.
− Иптәше менән иретеп йәбештереү аппаратын руда тейәгестең һоҫҡоһона ултыртып булашҡан арала, абайламаҫтан техника урынынан ҡуҙғалып киткән, Илдарҙың аяғын эләктереп алған. Бер нисә метр өҫтөрәп алып барғандан һуң ғына, иптәштәре күреп ҡалып, тейәгесте туҡтаттыра.
Бөртөкләп йыйыла алтын
ҡан күргәс, Илдар үҙе лә, иптәштәре лә албырғап төшә. Тегенеһен саҡыралар, быныһын. ҡасан баяғы тейәгестең һоҫҡоһона һалып, өҫкә сығарғансы, егеттәр эш кейемен сисеп, таҙа кейем кейгәнсе, ике сәғәт ваҡыт үтеп тә китә. Аяғы йәнселгән Илдарҙы дауаханаға алып барырға ашыҡмайҙар. Иң аяныслыһы, Илдарҙың сменаһының мастеры килеп, уға коньяк эсергә тәҡдим итә.
Ауыртыу шогын баҫыр, эс, тип ҡыҫтаһалар ҙа, Илдарҙың эсергә хәле булмай. Эсһә, автоматик рәүештә, эшкә эсеп сыҡҡан, тип иҫәпләп, эштән ҡыуырҙар ине, алған йәрәхәтен производствола алынған йәрәхәт тип иҫәпләү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Әйткәндәй, баяғы мастер Илдарҙы, аяғымды ауылда тракторҙан тапаттым, тип әйт, тип өгөтләп, күндергән була.
− Башҡа осраҡта шахтала эшләү хаҡында оноторға тура киләсәк, тип ҡурҡытҡан. Илдарҙы ла, уның менән бергә эшләгән егеттәрҙе лә: исмаһам, берәүһе булһа ла миңә шылтыратып, Илдар менән шундай хәл булды әле, тип аңғартһасы! Берәүһенә: «Илдар һине һәр саҡ машинаһына ултыртып эшкә алып бара, эштән алып ҡайта, һиңә әҙерәк булһа ла оят түгелме уны шул хәлдә ҡалдырып, миңә әйтмәүең»,− тиһәм, оят, тик миңә бит артабан эшләргә кәрәк, тигән булды.
Ирҙәр ҡурҡып торһа ла, Миләүшә ир түгел шул − дөрөҫлөк даулай башлаған. Сибай ҡала прокуратураһына барып, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай ер аҫты руднигында булған производствола алынған йәрәхәтләнеүҙе йәшереү хаҡында ғариза яҙып һалған.
− Тағы ла, Илдарҙың ҡайһы ваҡытта дауаханаға килтерелеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр­ҙе, рудникта был хәлдең ҡайһы ваҡытта теркәлгәне тураһындағы мәғлүмәттәрҙе барып алдым. Рудникта, үҙҙәренең Илдарҙы ике сәғәт буйы табипҡа алып бармауҙарын йәшерергә тырышып, ваҡытты алдап яҙғандары асыҡланды. Етмәһә, дауаханала ятҡан Илдарға, янына килеп, комбинатта эшләүсе ҡайһы бер кешеләр баҫым яһап маташты башта. Йәнәһе, әйҙә был мәсьәләне ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ ғына, үҙ-ара килешеп кенә хәл итәйек, артабан эшләгең килһә, баштан һөйләшкәнсә, йәрәхәтте ауылда алдым, тип иҫбатла.
Миләүшә Хәбилованың һөйләгән һүҙҙәре Сибай ер аҫты руднигы хаҡында электән ишетелеп килгән имеш-мимештәрҙе иҫкә төшөр­ҙө. Фәлән-фәлән кешене таш баҫҡан, тегенеһе штольняға осоп төшкән һ.б., һ.б., Утһыҙ төтөн булмай, тигәндәй...
Үкенескә күрә, был юҫыҡта артыҡ эҙләнергә, төпсөнөргә тура килмәне. Таныштарҙың таныштары аша тигәндәй Илдар Хәбилов кеүек хәлгә тарыған егеткә юлыҡтым.
Руслан Хәмитов хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та Сибай ер аҫты руднигында эшләй башлай. Туғыҙ йәштән − әсәйһеҙ, 17 йәштән атайһыҙ ҡалған егеткә артыҡ һайланып йөрөргә ваҡыт та, мөмкинлек тә булмай − бер туған ҡустыһын да, үҙен дә ҡарарға кәрәк. Шахталарҙы нығытыусы эше, ауыр булһа ла, яҡшы түләнә торғандарҙан иҫәпләнә, шуға эшләргә була.
2009 йылдың 12 ғинуарында Руслан бәләгә тарый. Бөгөн инвалид коляскаһында ултыр­ған егет ул ваҡиғаны теләр-теләмәҫ кенә иҫкә ала: «Иптәшем менән икәүләп 389-сы горизонтта эш участкаһына китеп барабыҙ. Беҙҙең артыбыҙҙан килгән тейәгес машина, яңылыштан һоҫҡоһо менән шахта түбәһендәге ҙур елләтеү торбаһын эләктереп төшөрҙө. Уны-быны аңғарып та өлгөрмәнем, торбаның осо арҡама төштө. Иҫемә килһәм, аяҡтарым иҫ белмәй, уларҙы ҡыбырлата алмайым. Иптәштәрем килеп, мине баяғы ПДМ-дың һоҫҡоһона тейәп, өҫкә алып сыҡты.
Сығып барғанда, мастерым яныма килеп, кеҫәһенән бер шешә араҡы сығарҙы ла, миңә 100 грамм ҡойоп бирҙе. Эсһәң, ауыртыуы баҫылыр, тиһә лә, эсмәнем. Ныҡыша ла ныҡыша. Һин мине махсус рәүештә эсереп, эштән ҡыуҙыртырға тырышаһың, тигәс кенә, шешәһен алып, янымдан китте.
Сибай дауаханаһында томография үткәс, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡала дауаханаһына алып киттеләр. Умыртҡа һөйәгем һынып, арҡа мейеһе зарарланғайны.
Бөртөкләп йыйыла алтын
Магнитогорск дауаханаһында ике көн буштан-буш яттым. Магниттар Сибай ер аҫты руднигынан мине дауалау өсөн аҡса күсеүен көттө. Икенсе көндө төштән һуң яныма комбинаттың профком рәйесе, участка начальнигы, тағы ла кемдер инде. Өсөһө лә бер һүҙле − дауалау өсөн аҡса күсерһендәр тиһәң, эштә түгел, өйҙә имгәндем, тип ризалаш, тип ныҡыша. ҡырҡа һуғып баш тарттым. Иртәгәһенә барыбер умыртҡа һөйәгенә операция эшләнеләр. Хәҙер беренсе төркөм инвалидымын. Производство травмаһы алһам да, комбинат миңә компенсацияны үҙ ирке менән түләмәне. Суд аша уларҙан 350 000 һум аҡса түләттереүгә өлгәштем. Ошо сумманы түләмәҫ өсөн Сибай ер аҫты руднигы етәкселеге күп тапҡыр яныма вәкилдәрен ебәреп, мине, был хәлгә ҡалыуым өй шарттарында булды, тип әйттерергә тырышты. Был практика йыш ҡулланыла: эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, бәләгә тарыған эшселәр производствола алған имгәнеүҙәрен йәшерә. Бөгөн иһә мин инвалид коляскаһындамын, эшләп, үҙемде-үҙем аҫрарлыҡ хәлдә түгелмен. Етмәһә, ВТЭК-тан, инвалидлығыңды алабыҙ, эш эҙлә, тип аптыраттылар. Аяғымда саҡ-саҡ баҫа башлауым берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Реабилитация дауалауы үтер өсөн йөҙәрләгән мең һум аҡса кәрәк, әммә был хаҡта тик хыяллана ғына алам».
Составында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, шул иҫәптән элекке Сибай баҡыр-көкөрт комбинаты булған Урал тау-металлургия компанияһының хужаһы, тип әйтәйемме икән, Искәндәр Мәхмүдов атлы олигарх Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә билдәле бай кеше иҫәпләнә. Forbes журналына ышанһаң, 2011 йылда уның байлығы 9,9 млрд доллар тәшкил иткән. Был Рәсәй буйынса − 12-се, Ер шарында 88-се урында тороусы иң бай кеше тигәнде аңлата. Иң аяныслыһы: һәр бер участка начальнигы, һәр бер мастер, эш ваҡытында имгәнгән кешегә араҡы эсереп, былай ҙа үтәлер-үтәлмәҫ кенә хоҡуҡтарынан да мәхрүм итергә тырышыу − былар Мәхмүдовтың үҙенән килгән инструкцияға ярашлы эшләнәме икән? Әллә, урта звено етәкселәре үҙҙәре, байға ярамһаҡланып, шундай инициатива менән сығыш яһаймы икән? Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй...

Әйткәндәй, эшкә бер ниндәй документһыҙ, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктажһыҙ алынып, 5-се ҡаттан осоп төшөүсе Өфө егете, 16 йәшлек Алмас Фәйзуллин хаҡында яҙғайныҡ бит. Бәхеткә күрә, егет, умыртҡа һөйәге һынһа ла, бер ай тигәндә аяғына баҫыуға ирешкән. Уны эш менән тәьмин итеүсе «Титан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уға бер тин ярҙам күрһәтмәһә лә, уны күрмәмеш-белмәмеш булһа ла, егетебеҙҙең бәхете булған икән. һаулыҡты бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай шул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға