«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тартыусылар өсөн “Ҡоро закон”



16.11.2012 Тартыусылар өсөн “Ҡоро закон”

Һуңғы осорҙа ил етәкселәре беҙҙе йә йылмайтҡан, йә илатҡан ҡанундар уйлап сығара, тәҡдимдәр индерә. Ә бына тәмәке тура­һындағы яңы за­кон­дары күңелде йы­лытты әле. Ак­циз­­дарҙы арттыр­ған, йәмәғәт урын­­­­дарында тартыу­ҙы тыйған чи­нов­никтарға рәхмәт әйтке килә. “Атай, зинһар, тә­мәке тартма”, “улым, ташла шул зәхмәтте”, “ҡыҙ ба­шы менән оял­май төтәтә!” тип үтенеүсе-оялдырыусылар­ҙың көткән мәле етте, ниһайәт! Бындай ҡаты сараларҙан һуң тартыусылар армияһы кәмер, тип ышанайыҡ.
Ил етәкселәре әҙерләгән “Тәмәке тартыуҙың эҙемтәһенән халыҡ һаулығын һаҡлау тураһындағы” закон проектында түбәндәге урындарҙа тартыу тыйыла:
мәғариф, мәҙәниәт һәм күңел асыу учреждениеларында, йәштәр менән эшләүсе ойошмалар, физкультура һәм спорт хеҙмәте күрһәткән бинала һәм биләмәлә;
медицина һәм санатор-курорт хеҙмәте күрһәтелгән бинала һәм биләмәлә;
пассажир ташыусы һауа һәм йөҙөү судноларында, алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа;
ҡала һәм ҡала яны транспортында;
тимер юл вокзалы, автовокзал, аэропорт, диңгеҙ һәм йылға порттары, метрополитен станцияларына ингән урынға 10 метр яҡынлыҡта;
торлаҡ хеҙмәте, коммуналь ҡунаҡхана хеҙмәте һәм башҡа ваҡытлыса йәшәү урыны күрһәтелгән бинала;
сауҙа, баҙар, көнкүреш хеҙмәте, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте, стационар булмаған сауҙа объектында;
социаль хеҙмәт күрһәтеү бинаһында;
дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органы биләгән бинала;
хеҙмәт урынында һәм зонаһында;
күп фатирлы йортта;
пляж һәм балалар майҙансығы биләмәһендә.
Был урындарҙа тик вентиляцияһы булған махсус бүлмәлә тартырға мөмкин. Законды үтәмәгән өсөн дисциплинар, административ, енәйәт яуап­лылығы ҡаралған.
Быйыл 8 октябрҙә ларектарҙа тәмәке һатыу, балалар өсөн аудиовизуаль яңы әҫәрҙәрҙә тартыу процесын күрһәтеүҙе тыйған закон проекты ҡабул ителде.
2014 йылдың 1 июленән кафе, бар һәм ресторандарҙа тартыу тыйыласаҡ. Ә вокзал, автовокзал, аэропорт, порт һәм метронан, шулай уҡ ошо объекттарҙан ун метр радиуста тартыу әленән үк рөхсәт ителмәй. Бынан ары пляжда, балалар майҙансығында төтәтеүселәр ҙә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
2014 йылдың йәйенән медицина учреждениеларында, шифахана-ҡунаҡ­ханаларҙа, пассажирҙар та­шыу­сы объекттарҙа “тәмәжник”тәргә тәмәкеләрен төпкәрәк йәшерергә тура килер. Ике йылдан магазин кәштәләренән тәмәке юғаласаҡ. Һатыусы клиенттың һорауы буйынса ғына уның хаҡын әйтә, һата аласаҡ.

Зыянлы һәм мәғәнәһеҙ шөғөл
Республика онкологтары тәмәке тартыусыларҙың һаулығы өсөн борсола

Тәмәке тартыу – донъя тарихындағы иң ҙур һәләкәт. Ә тәмәке етештереүселәрҙе һәм таратыусыларҙы террорсыларға тиңләргә була. Донъя онкологтары, тәмәке тартыу XXI быуатта миллиардҡа яҡын кешене ҡырасаҡ, тип саң ҡаға. Боҙ урынынан ҡуҙғалды ке­үек, илдә ошо насар ғәҙәткә ҡар­шы көрәш йәйелдерелә. Күптән түгел Рәсәй табиптары РФ Дәүләт Думаһына тәмәкегә ҡаршы закон проектын хуплап, мөрәжәғәт ебәрҙе.
Башҡортостан өсөн дә тәмәкегә бәйле проблема ят түгел. Рес­публика клиник онкология диспансерының баш табибтың медицина буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-онколог, хирург Рөстәм Әйүпов менән ошо зәхмәттең эҙемтәләре хаҡында әңгәмәләштек.

– Рөстәм Тәлғәтович, һүҙҙе шунан башлайыҡ, һеҙ тәмәке тартаһығыҙмы?
– Юҡ. Тәмәке тартыу – зыянлы һәм мәғәнәһеҙ шөғөл, етмәһә, үҙен аҡламаған матди сығымдар талап итә. Унан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
– Табип-онколог булараҡ, тәмәкенең организмға нисек йоғонто яһауы хаҡында һөйләгеҙ әле?
– Тәмәкеләге көслө канцерогендар организмды ағыулай. Бер тәмәкелә − дүрт меңгә яҡын, ә уның төтөнөндә биш меңдән ашыу химик берләшмә бар. Шуларҙың алтмышы кешелә яман шеш барлыҡҡа килтерә. Тартыусы бер йылда 500 рентген нурланыуы ала.
Кеше ни тиклем күберәк тарта, онкология сире барлыҡҡа килеү мөмкинлеге шул тиклем арта. Яман шештәрҙең 25 – 30 процентына нәҡ тәмәке менән “дуҫлыҡ” ғәйепле. Тартыу арҡаһында ирен, тел һәм башҡа ауыҙ ҡыуышлығы органдары, тамаҡ, ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр, бронхылар, бәүел ҡыуығы, бөйөр, йыуан эсәк, һөт биҙҙәре, балаятҡы көпшәһе күҙәнәктәре зыян күрә, лейкоз барлыҡҡа килеү хәүефе арта. Мәҫәлән, көнөнә ике ҡап тәмәке тартҡан кешелә ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше барлыҡҡа килеү ихтималлығы 10 тапҡырға күбәйә. Көй­рәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында һөт биҙҙәре, ир-егеттәрҙә үпкә, енси органдар яман шеше таралған.
Тартыусы үҙен генә түгел, яҡындарын да ағыулай. Көйрәтеүсе ирҙең ҡатынында үпкә яман шеше йышыраҡ осрай. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға тәмәке төтөнөн бөтөнләй һуларға ярамай. Был сабый­ҙың үҫешенә, сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай.
Тартыусылар араһында (35 − 69 йәш) үлем осрағы өс тапҡырға юғарыраҡ, уларҙың ғүмер оҙонлоғо 20 – 25 йылға әҙерәк. Тәмәкенән баш тартыу яман шештән һәм башҡа сәбәптән үлеү хәүефен бер нисә мәртәбә кәметә.
– Ямаш шеш нисек барлыҡҡа килә?
– Тәмәкеләге канцерогендар һау күҙәнәктәрҙе мутациялай, нормаль эшмәкәрлеген сафтан сығара. Тар­тыусы бөтә кеше лә яман шешкә дусар була, тип аңларға ярамай. Стресс, дөрөҫ туҡланмау, насар экология, нәҫелдән килгән ауырыуҙар, ҡаҡшаған иммунитет һәм тартыу ошо сиргә юлыҡтыра.
– Тәмәкегә ҡағылышлы закондар һөҙөмтәле булырмы?
– Башҡа илдәрҙең тәжрибәһенән сығып фекер йөрөткәндә, эйе, өмөт уяна. Тәмәкегә тыйыу индерелгән дәүләттәрҙә тартыусылар һаны 18 − 25 процентҡа тиклем кәмегән. Күптән түгел бер хеҙмәттәшем Норвегияла уҡыуҙа булып ҡайтты. Уның әйтеүенсә, был илдә тәмәке иркен һатыуҙа бөтөнләй юҡ. Күҙгә ташланып бармаған махсус бүлмәлә генә һатып алырға мөмкин. Әгәр беҙ ҙә ошо ысулды файҙаланһаҡ, никотин бәйлелегенә дусар булыу­сылар һиҙелерлек кәмейәсәк, балалар һәм үҫмерҙәр тартыр­ға өйрәнмәйәсәк.
Бик йыш ҡына тәмәке етештереүсе предприятиелар йәш быуын араһында тәмәкегә ҡаршы профилактика эшендә бағыусы була. Белгестәр уларҙың сығыштарын анализлағас, тәмәке етештереүселәрҙең “изге” эшендә йәшерен реклама булғанын асыҡлаған, йәғни улар психологик алымдар ярҙамында йәш быуында “тартыу – ололоҡ билдәһе”, “еңел тәмәке һаулыҡҡа зыян килтермәй” һ.б. ялған ҡараш тыуҙыра. Шуға күрә бындай ойошмаларҙы тәрбиә эшенә яҡын юллатырға ярамай.
Башҡортостан онкологтарын тәмәке тартыуға бәйле хәл-торош бик борсой. Республика власть органдарына киң мәғлүмәт саралары менән берлектә әүҙем эшләргә, сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙурыраҡ иғтибар бүлергә кәрәк.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға