«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә



16.11.2012 Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Концерт бик шәп үтте, ти­гәйнем инде. Сыңғыҙ Айт­ма­тов исемендәге рус драма театры шығырым тул­ды. Йәштәре лә, ҡарттары ла дәррәү килгәйне. Әйткәндәй, афиша, реклама-фәләнһеҙ ҙә шул тиклем залды тултырып була икән. Таныш-белештәренә, яҡташтарына шылтыратып, хәбәр итеп, башҡорт-татары, Башҡортостанды белгән башҡаһы берҙәм генә эркелеп килгән тамашаға. Был үҙе үк, берҙән, берҙәмлек күрһәткесе булһа, икенсенән, башҡорт моңона, бейеүенә шул тиклем танһыҡлауҙары тураһында һөйләй түгелме?!
Бейеүселәребеҙ бар сәхнәне генә түгел, бар ҡырғыҙ халҡын күтәрерлек рух-ҡеүәт менән баҫҡанда тамашасы тик кенә ултыра аламы һуң? Ултыра ала икән шул, тын да алмай. Урындарынан аҙ ғына ҡуҙғалырға ҡурҡып, шул тиклем бирелеп ҡараған тамашасыларҙы күптән күргәнем юҡ ине. Тамашанан һуң йырсыбыҙ Айгөл Әсәҙуллинаға «ҡырғыҙстандың халыҡ артисы» тигән исем тағып та ҡуйҙылар инде, рәсмиләштереп мисәт һуғырға ғына ҡалды. Эй яраттылар уның йырлағанын. Сәхнәнән сығармай бер булдылар. ҡайһы берәүҙәр, йәш Фәриҙә ҡудашева тыуған, тип һөйөнһә, ә «Туған тел» татар-башҡорт йәмәғәт ойошмаһында яҡташтар менән осрашҡанда «Азамат»ты йырлап таң ҡалдырған Рим Камалов атлы сал сәсле ағай, быуынлап-быуынлап һуҙыуы менән Лариса Долинаға тартҡан түгелме, тип ебәрҙе. Әйткәндәй, Рим ағай Өфө татары, үҙе әйтеүенсә, 1966 йылдың 16 сентябренән бирле ҡырғыҙ иле ҡояшы аҫтында йәшәй. Атаҡлы композиторыбыҙ Шамил ҡолбарисовтың ике туған ҡустыһы ла булып сыға ул.
– Бала саҡтан йырсы булырға хыяллана инем дә, тик ул саҡта «грамотность» етмәне, – тип йылмая йырсы. – Хәрби булыу модала ине. Ә йыр ғүмерлек юлдашым ул, бер ҡасан да ташламаным мин уны. ҡулда мылтыҡ-ҡылыс булһынмы, икмәк тотайыммы... бер ҡасан да моңһоҙ йәшәмәнем. Башҡорт йырҙарын Мәғәфүрҙе (Хисмә­туллин) тыңлап өйрәндем.
Рим ағай үҙе бик дәртле ҡарт, һәр ерҙә концерттар менән дә сығыш яһай икән. Үҙенең аҡсаһына дискылар ҙа сығарған. Репертуарында күберәк татар йырҙары. Араһында башҡорттоң оҙон көйҙәрен дә һуҙып ебәрә. Һәр кем дә башҡорт көйөн һуҙа алмай ул, шулай бит, тип мут ҡына йылмая.
– 1956 йылда Венгрияла бер башҡорт ҡурайсыһы гран-при алғайны. Шуның исем-фамилияһын белмәйем. Һоҡландырып, һыҙғыртып уйнай ине ул. Ә хәҙер күкрәккә һалып яңғыраталар икән. Үҫеш тип ҡабул итергәме инде быны? – тип һорап ҡуйҙы ситтәге яҡташым.
Ни әйтергә белмәнем. Шулай ҙа:
– Ишмулла ағай Дилмөхәмәтов булманымы икән? Үҫеш барҙыр. Рәсәй эстрадаһында ла ҡурайҙы файҙаланыусылар бар, мосолман илдәрендә аяҡ үрә баҫып ҡул сабалар ҡурайсыларға, – тинем. Дөрөҫө шул бит инде.
Айбулат Хисмәтуллин атлы ағай ҙа ҡушыла беҙҙең әңгәмәгә. Ул Арғаяштан, әйтеүенсә, ғорурланып әйтеүенсә, Табын ырыуынан. Алт­мышынсы йылдарҙан бирле бында йәшәй. Шулай уҡ хәрби кеше икән, отставкалағы подполковник.
– ҡырғыҙ иле балаларыма тыуған ер инде, бер ҡыҙым ҡырғыҙға кейәүгә сыҡты, икенсеһе татар егетен һайланы. Үҙ юлдарын таптылар, тыуған илдәре бында инде, – тип һөйләй ул. – Ә мин Уралымды һағынам, йыл да Арғаяшҡа ҡайтып торам. Һирәкләп булһа ла туғандарым да бында килеп сыға. Тәпәй баҫҡан, әпәкәй үҫкән ер мәңге онотолмай. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит инде боронғолар.
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Концертты ҡарағас, тамаҡҡа татлы ғына бер төйөр ултырҙы. Шул төйөрҙө йотҡан һайын күҙҙән йәш сыға. Һағыныу йәше лә, һоҡланыу йәше лә, – тип эскерһеҙ йылмая үҙе. Күҙ төптәре ялтыраған да кеүек шул.
Яҡташтарҙан иң өлкәндәренең береһе Үзбәк Әхмәт улы Мәсәғүтовтыр.1927 йылда Дүртөй­лө районының Иҫке Кәңгеш ауылында тыуған. Ауылда Үрнәк тип йөрөтәләр ине мине, ти түше орден-миҙал менән тулы ветеран. Һуңынан ата-әсәһен, уҡытыусы булараҡ, шул уҡ райондың Йәрми ауылына күсерәләр. Шунда үтә уның бала, үҫмер саҡтары. Ете синыфты Миңештелә һәм Салҡаҡ (Борай районы) ауылында уҡып бөтә. 1944 йылда әрмегә китеп, хәрби училище тамамлап, бар Союзды тигәндәй урап сыға ул. Алтмышынсы йылдар аҙағында ҡырғыҙстанға барып төпләнә. 1976 йылда пенсияға сыҡһа ла, ҙур-ҙур вазифалы урындарҙа эшләй. Бөгөн дә Бешкәктең бер районында ветерандар советы рәйесе әле ул.
– Бер мәл күңелем тынғылыҡ тапмай башланы, – тип һөйләй ул да. – Шулай ҙа була икән, үлтереп ауылымды һағындым. Ирҙәрҙе бөгөр­ҙәй һағыштар була икән. Түҙмәй ҡайтып киттем. Шишмәлә Роза Ураҡова исемле һеңлем бар ине. Баш табип булып эшләне ул. Тәүҙә уға барып урынлаштым да, уның ҡыҙы менән киттем ауылға, Йәрмигә. Бер туған юҡ. Кемгә барырға? Машинанан төшкәс тә бер өлкән генә ҡа­тын килә. Төҫ­мөр­ләйем мин һине, ти. Исе­меңде белмәйем, тик Мәсәғүтов абый­ҙың улы икәнеңде таныйым, ти. Эй, күңелемә йылы булып китте. Онот­мағандар, тимәк. Йәшлек дуҫым Ғилемша Дәүләтгәрәевтың ҡусты­һына барып, ҡунаҡ булып, таныш-белеште күреп, танһығымды ҡан­дыр­ҙым. Хәҙер быға байтаҡ ваҡыт үтте, һуңғы тапҡыр 1982 йылда ҡайттым. Хәҙер унда туғандар ҙа, таныштар ҙа юҡтыр инде. ҡайтҡы килә лә, тик... башҡаса күрмәмдер ҙә.
Һуңғараҡ ағайҙар мине ил хәлдәре менән таныштырҙы. Пенсиялары бик юғары түгел икән, ундағы аҡса менән биш мең ярым, йәғни беҙҙеңсә 3 − 4 мең һум килеп сыға. Күп түгел, әлбиттә. Эш хаҡы яҡынса 300 доллар, тинеләр. Аҙыҡ-түлектең хаҡы беҙҙәге кеүек икәнен иҫәпкә алғанда, хәлдәре улай уҡ арыу түгел, тип ҡуяһың. Рәсәйҙәге хәлдәр менән телевидение аша танышып бара икән улар. Һәр яңылыҡты беләләр.
– Нишләптер самолеттар күп ҡолай хәҙер. Элек улай уҡ түгел ине, – ти хәрбиҙәр.
– Европаны һыу баҫһа, Рәсәйҙе ҡоролоҡ ыҙалата, йә урмандары яна, – тип ҡуйҙы береһе.
– Илдәге хәлдәр менән таныш икәнһегеҙ, ышандым, – тим көлөп. – Донъяғыҙ бында булһа ла, күңелегеҙ беҙҙә икән.
Һүҙ ҙә юҡ, артистарыбыҙҙы бик маҡтанылар.
– Беҙ үлмәҫ борон тағы бер килеп һөйөндөрһәгеҙ икән, – тине Үзбәк-Үрнәк бабай. – Шаҡ ҡатырғыс бейеүҙәрегеҙҙе тағы бер күрһәм, башҡорт моңона тағы бер иҫерһәм, үлһәм дә, үкенмәмен, ә?!
– Татарстандан да, Башҡортостан­дан да артистар булалар, яңыраҡ Мәскәүҙән МВД-ының данлыҡлы бейеү ансамбле лә килеп ҡайтты. Тик бындай концерт булғаны юҡ ине. Ул рух, ул моң, ул ҡурай... һүҙ менән генә быны аңлатып булмай. Бер йылға етерлек көс-ҡеүәт бирҙегеҙ һеҙ беҙгә, – тине ойошма президенты Гөлсинә Үлмәҫҡолова. Шулай ҙа артистарыбыҙҙың эшенә иң ҙур баһаны Айбулат ағай биргәндер:
– Мин бөгөн башҡорт булыуыма тағы ла ғорурланып ултырҙым. Шул тиклем сая бейеүҙәр, иҫ киткес моңло йырҙар ижад иткән талантлы халыҡтың улы булыу бер бәхет икән ул. Шундай данлыҡлы мәҙәниәтебеҙҙе, ҡиммәттәребеҙҙе бар донъя­ға таратығыҙ әйҙә, яҡташтарым, милләттәштәрем, – теге татлы төйөр үҙен белдерәлер. Бындай затлы һүҙҙәр йөрәк төбөнән генә сыға бит ул.

Жалал-Абад
Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә

Жалал-Абадҡа концерттан һуң, төндә ҡуҙғалдыҡ. Болоттарҙан аша ҡараған тауҙарға табан юл алдыҡ. Ике бәләкәй автобуста. Ҙур авто­бус­тар менән ул тауҙарҙы артылып та булмайҙыр. Бына ҡайҙа ул «ҡәй­нә телдәре». Белореттағы «ҡәйнә те­ле», ҡырғыҙҙарҙыҡы менән сағыштырғанда, ауыҙын асыр-асмаҫ килендеке генә ул. Бик оҫта шофер­ҙар ғына был «зиг-заг»тарҙы тыныс ҡына үтә ала. Тауҙарҙан ғына биш-алты сәғәт барҙыҡ. Бер нисә сәғәттән артҡы бер тәгәрмәстең тормоз колодкаһы һаҫыҡ еҫ сығар­ҙы ла, тормозға баҫҡан һайын, сыйлап, даңғыр-доңғор килеп бер булды. Беҙ борсола төштөк, тормоз тотманы икән, Хоҙай ҡушмаһын, микроавтобусыбыҙ аҫҡа төшөп китһә, оло тауҙың ҡуйынында бәләкәй генә бер таш булып ятасаҡ бит. Борсолоу ғына тиһең, ҡурҡа төштөк. Тәжрибәле водителебеҙ Николай абзый тынысландыра:
– Һәйбәт кешеләргә беҙҙең тауҙар шәфҡәтле ул.
Оло йөк машиналарының өр-яңы тормоз колодкалары был тауҙарҙы менеп-төшөүгә генә етә икән. Улар был запас часты мотлаҡ бер нисә пар йөрөтөргә мәжбүр.
Аҫта беҙҙе 25 градус эҫелек оҙатып ҡалһа, бында, тау башында, ап-аҡ ҡар ҡаршы алды. Туҡтаған арала, беренсе тапҡыр ҡар күргән Африканан килгән туристар кеүек, эй ҡарҙы тотоп ҡыуанабыҙ, уста әүәләп йомарлап, иҫ киткес матур ҡаяларға һелтәйбеҙ. Шаярабыҙ. Эй, кеше күңелдәре! Киреһенсә, был йомшаҡ, һыуыҡ ҡарҙа Уралы­быҙҙың ҡышын күргебеҙ килдеме әллә?! ҡыш тигәндәй, бында әле, октябрь урталарында, ҡышҡа ныҡлы әҙерлек осоро бара, буғай. Тауҙар һөҙәкләнә барған һайын кукурузлы һәм мамыҡлы баҫыуҙар хасил була башланы. Юлда оҙаҡ барҙыҡ, таң атҡас, кешеләрҙең ат, ишәк һәм совет осоронан ҡалған «Беларусь» тракторҙары менән көлтәгә һалынған кукуруз һабағы ташыуына хайран ҡалдым. Тәүҙә был материалды төҙөлөш өсөн файҙаланалар кеүек тойолдо. Сөнки был тирәлә күҙҙе ҡамаштырыр ҡыҙғылт балсыҡтың шул тиклем күп булыуы арбағайны. Шуға ҡушып саман йорттар, үҙенсәлекле кирбестәр эшләмәйҙәрме икән, тигән шик бар ине. Тик ул шик бигүк дөрөҫкә сыҡманы. Шулай ҙа был затлы балсыҡ төҙөлөштә киң ҡулланыла икән. Юлда тура барыр ерҙә боролоп урап үткәндә, Николай: «Бына был ерҙәрҙе үзбәктәр үҙҙәренә даулап алды, теге яҡҡа сығырға ярамай. Балсыҡ шәп бында, шуға йәбешеп яталар», – тип аңлатты. Шундай ауылдар осраны, яртыһы – ҡырғыҙстанда, яртыһы Үзбәкстанда көн күрә.
– Бер-береһенә сығырға ярамаймы? – тип һорайбыҙ.
– Закон буйынса ярамай инде. Улар бер-береһен былай ҙа бик үк яратып етмәй, шуға үҙ-ара йөрөшөүҙәре лә шикле, – тип яуаплай руль артында ултырыусы.
Ә теге кукуруз һабағы, баҡһаң, мал аҙығы икән. Һуңғараҡ шоферыбыҙ Николай абзый ҙа, туҡтағанда һораштырған урындағы кешеләр ҙә аңғартты. Баҡһаң, былтыр ҡыш оҙон булған икән, дүрт айға тиклем һуҙылған да ҡуйған.
– Әҙерләнгән аҙыҡ бөттө лә ҡуйҙы. Халыҡ һаламды ла бик ҡыйбатҡа ала башланы. Көҙөн бер төк һалам 120 сом (беҙҙеңсә яҡынса 80 һум) ине, ә яҙға табан 480 сом булып китте. Алдыҡ инде. Хәҙер нимә бар, барыһын да әҙерләргә тырышабыҙ, – тине юлдағы бер хужа. Үҙенең аты, һыйыры, ҡуйҙары бар икән. Ысынлап та, уңыш йыйып алынған баҫыуҙарҙа мал күп күренде. Тик Үзбәкстанға сыҡҡас, был тарафтарҙа эштәрҙең күпкә көйһөҙөрәк барғанын аңлаясаҡбыҙ әле.
Тауҙарҙа баҫым да хәтәр: ҡолаҡҡа мамыҡ тығып ҡуйылғанмы ла, баш тубалдай ҡатты ла ҡуйҙы. Аҫҡа төшкәс кенә тын алыуҙары рәхәт икәне тойолдо. Жалал-Абадҡа инер алдынан ҡурбанбек батырға ҙур һәйкәл һәм киң арка ҡаршы ала.
– Бында балсыҡ күп булғас, һәр ерҙә һәйкәл дә арка, – тип шаярып ҡуйҙы Ишембай егете Динар.
Аҫта − мамыҡ баҫыуы. Беренсе тапҡыр күреүебеҙ. Аптыраныҡ, эй, тәбиғәт мөғжизәһе, үҫемлек эсенән йомшаҡ ҡына мамыҡ килеп сыҡһын әле. Йомшаҡ тип, араһынан бер төйөр килеп сыҡты. Емеше, ахыры. Һуңғараҡ үзбәктәрҙән уның серҙәренә ныҡлап төшөндөк. Мамыҡ бөтөнләй «безотходный» икән ул. Мамығын йыйып алаһың, һабағын малға бирәһең, ә баяғы төйөр-емеште тирмәндән үткәреп, май һығаһың. Ә ҡалдығын, майы һығыл­ған сүбен, мал яратып ашай икән. Әйтәм, был үҫемлеккә иғтибар ҙур. Бигерәк тә үзбәктәрҙә. Һуңғараҡ быға тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Әле беҙ буй-һыны менән бер сама роза сәскәһенә оҡшаған үҫемлеккә һоҡланып бер булабыҙ. Өҙөп алып, иҫтәлеккә сумка төбөнә һалыусылар ҙа күренде.
Жалал-Абадта беҙҙе сибәр ҡатын – Линара Рәшит ҡыҙы Наимбаева ҡаршы алды. Ул ошо ҡаланың һәм өлкәнең татар-башҡорт диаспораһы рәйесе икән. Үҙ туғандарын күргәндәй ҡосаҡлап уҡ алды.
– ҡояшлы Башҡортостандың егет-ҡыҙҙары ла ҡояштай балҡып тора әле, – тип һоҡланыуын йәшермәне хужабикә.
ҡыҙҙарҙы улар бик тә шифалы һыуҙар сығып ятҡан шифаханаға урынлаштырҙы. Беҙ ҙә ул һыуҙы тәмләнек. Йөҙҙәрсә метр тәрәнлектән сыҡҡан һыу шул тиклем йылы, хатта һыуыҡ көндә ҡулыңды тотоп торһаң, бар тәнең йылынасаҡ. Тәүге уртлағанда һыу тәмһеҙ кеүек. Һуңынан шешәләргә тултырып алған һыуҙы тәмләп бер булдыҡ. Составында көмөш бар, тинеләр. Ә шифахана эргәһендә урман-урман булып фисташка ҡыуаҡлыҡтары теҙелеп киткән. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ килгәндә уңыш осоро үткәйне, шуға ботаҡтарҙа тегендә-бында ҡалған бер нисә бөртөк менән генә мөрхәтһенергә ҡалды. Иң мөһиме, ағастың үҙенән алып тәмләү. Элек был байлыҡ халыҡтыҡы ине лә, хәҙер урындағы урман хужалығы үҙенә алған, тинеләр. Халыҡ уңыш йыйыуҙа ғына ярҙамлаша икән. «Кем өлгөргән – уныҡы булған» принцибы бында ла, тимәк, һәйбәт сәскә атҡан.
Ә егеттәр хатта кер йыуыу машиналары (юлда йөрөгәндәр, бигерәк тә бейеүселәр өсөн бик әһәмиәткә эйә был ҡорамал) булған фатир-ҡунаҡханаларҙа ваҡытлыса хужа булды. Концерт иһә Барпы исемендәге оло затлы театрҙа үтте. Концерттан һуң халыҡ таралыша алмай бер булды. Һеҙҙән айырылып ҡайтҡыбыҙ килмәй тора әле, тиҙәр. Алға китеп шуны ла әйтәйем, иртәгәһенә Ош ҡалаһына ла бер нисә машина яллап улар, тиҫтәләгән кеше, тағы ла концерт ҡарарға килгәйне. Линара апай ҙа шулай уҡ.
– Үҙ өйҙәребеҙҙә, илебеҙҙә булған кеүек хис иттек. Беҙ, башҡорттар ҙа, килгән ҡунаҡтарға шулай ихласбыҙ. Рәхмәт һеҙгә, – ошо сәфәрҙе ойоштороуға күп көс һалған филармония директоры урынбаҫары Эльвира Линир ҡыҙы Ғәлиәкбәрова шулай тигәс, диаспора рәйесе бигерәк ҡыуанды.
– Башҡортостанды бик күрге килә лә, тик юл төшмәй тора. Ә бында беҙгә ҡырғыҙстандың социаль-демократик партияһының (Прези­денттары Атамбаевтың партияһы, буғай) урындағы бүлексәһе һәм, әлбиттә, Жалал-абад мэрияһы бик ярҙам итә. Журналист аша уларҙың етәкселәренә рәхмәт әйтһәгеҙ, бик һөйөнөр инек.
Беҙ еткерәбеҙ рәхмәтебеҙҙе. Мөхтәр Абдулашан улы Арапбаев, Селек Борхан улы Акамбаев, башҡорттарҙың ҡайнар рәхмәт сәләмен ҡабул итегеҙ.
Мөнир ҡУНАФИН.
ҡырғыҙстан, Үзбәкстан.
Автор фотолары.

(Дауамы. Башы 83,85-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға