«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Сүп-сарҙан арынырға ярҙам итегеҙ!»



16.11.2012 «Сүп-сарҙан арынырға ярҙам итегеҙ!»

Һуңғы ваҡытта «дежур телефон»ға шылтыратыуҙар бер аҙ һирәгәйҙе. Шунлыҡтан һорауҙарҙы ла йыйып-йыйып, берләштереп яуап бирергә тура килә. Тимәк, һорауығыҙға яуап һуңлаһа, яуап бирмәнеләр, тип борсолмағыҙ, мөмкин булғанса үтенестәрегеҙҙе кәрәкле урындарға еткерергә тырышырбыҙ.
Гөлфиә ВӘЛИЕВА, Әбйәлил районы, ҡаҙмаш ауылы:
– Иптәшем менән өс йыл элек айырылыштыҡ. Алиментҡа биргәйнем, бер йыл түләне лә ҡабат түләгәне юҡ. Үҙебеҙҙең райондың суд приставтарына мөрәжәғәт иткәйнем, сит өлкәлә йәшәгәс, ярҙам итә алмайбыҙ, тинеләр. Миңә хәҙер нисек итеп унан алимент түләтергә икән?
Был дөрөҫ түгел, улар һеҙгә ярҙам итергә тейеш. Йәғни районығыҙҙың суд приставтары бурыслы атайҙың йәшәгән урынын асыҡлап, башҡарыу ҡағыҙын шунда ебәрергә тейеш. Унан инде ирегеҙ йәшәгән урындағы суд приставтары унан алимент түләтеү хәстәрен күрергә бурыслы.
Рәис ҒӘЛИМОВ, Миәкә районы, Исламғол ауылы:
– Ауыл хужалығы академияһын тамамлап ҡайттым да ауылымда йәшәп ятам. Бына нисә йыл инде эшкә хоҡуғымды яҡлай алмайым. Үҙебеҙҙең хужалыҡта зоотехник, ветеринар булып эшләргә ине уй-ниәтем. Уҡып та ошо эшкә урынлаша алмайым, уҡымағандар рәхәтләнеп эшләп йөрөй. Хужаларға мөрәжәғәт итә торғас, үҙем эҙәрлекләүгә дусар булдым. Эшкә хоҡуғымды яҡларға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?
Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса Миәкә районы хакимиәтенә шылтыраттыҡ. «Беҙҙә дипломлы ветеринарҙарҙың эшһеҙ ятыуы мөмкин түгел, уларҙы эҙләп йөрөп эшкә алабыҙ. Ә инде һеҙҙең һорауығыҙ буйынса хужалыҡ етәксеһенә шылтыратып, хәлде асыҡланыҡ, 12 йыл элек эшләп киткәндән һуң эш һорап мөрәжәғәт итмәгән ул», – тип яуап бирҙе район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлинур Сатыев.
Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зәбир исемле ир уҙаманы «Уралец» мини-тракторы менән ҡыҙыҡһынып шылтыратҡайны. ҡайҙа эшләнә, күпмегә һатып алып була – ошо һорауҙарға яуап эҙләй ул.
Был мини-тракторҙы Силәбе трактор заводында эшләйҙәр. Уны Өфөлә лә һатып алырға була. Тәбиғи, Силәбенең үҙендә лә бындай мөмкинлек барҙыр. Уртаса хаҡы − 130 мең – 180 мең һум.
Орҡоя Шакирова, Баймаҡ районы, Калинин ауылы:
– Беҙҙең ауылдан 600 метр ғына алыҫлыҡта Сибай ҡалаһының сүп-сар түгеү урыны урынлашҡан. Ауылда тын алырлыҡ түгел, шунан насар еҫ килә, өҫтәүенә, полиэтилен ҡаптары беҙҙең яҡҡа осоп килеп, тирә-яҡты сүпләй. Был мәсьәлә буйынса ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, республика Прези­дентына, Рәсәй Президентына ла яҙҙыҡ. Тик әлегәсә бер ниндәй ҙә сара күрелмәй, аптырап, хәҙер һеҙгә шылтыратып ҡарарға булдыҡ. Өҫтәүенә, ауылдан 150 метрҙа ғына карьер башлана, 200 метр алыҫлыҡта дамба төҙөнөләр. Исмаһам, ошо сүп-сар өйөмөнән беҙҙе ҡотолдорһондар ине.
Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса редакцияла һөйләшеү булды, хәлде асыҡлау өсөн махсус хәбәрсе ебәрергә килешелде.
Тимербай Тимерғазин, Ишембай районы, Уразбай ауылы:
− Тәрилкә ҡуйҙырғайныҡ, Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһы бер йылдан ашыу ғына күрһәтте лә башҡа күрһәтмәне лә ҡуйҙы. Кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйбеҙ. ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәк тә, элемтә юҡ, тип яуап бирәләр. Беҙҙә генә түгел, тағы биш кешенең йортонда ла эшләмәй.
Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш инженеры Сергей Буйваловҡа мөрәжәғәт иттек. Ул иһә, бөтә һо­рауҙар­ҙы ла 88003470050 телефоны буйынса шылтыратып асыҡларға мөмкин, тип яуап бирҙе. Тик был телефонға кеҫә телефонынан шылтыратырға ярамай, ул стационар телефондан ғына шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә. Теле­фонға тәүлек әйләнәһенә шылтыратыр­ға була.

(Был һорауға тулыраҡ яуапты 8-се биттә табырһығыҙ).

Шылтыратыуҙарҙы
С. ЛОТФУЛЛИНА ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға