«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Карантин ҡоторған януарҙарҙан ҡотҡарырмы?



13.11.2012 Карантин ҡоторған януарҙарҙан ҡотҡарырмы?

Карантин ҡоторған януарҙарҙан ҡотҡарырмы?
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡоторған йәнлектәр күбәйеү сәбәпле, карантин иғлан ителә.
Был хаҡта БР Президентының указы ла сыҡты. Теүәлерәк әйткәндә, карантин зонаһына Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр, Борай районының Әбдрәшбаш, Бөрйәндең Килдеғол ауыл биләмәләре инә. Тап ошо төбәктәрҙә ҡырағай йәнлектәрҙең кешегә ташланыу осраҡтары теркәлгән. ҡотороҡ сире таралмаһын өсөн әлеге райондарҙа эт-бесәй күргәҙмәләре, уларҙы һатыу, карантин урынынан ситкә алып сығыу, ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла.

(Киләһе һанда Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан киңәйтелгән репортаж менән танышырһығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға