«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыу насосы ныҡ кәрәк!



06.11.2012 Һыу насосы ныҡ кәрәк!

Һыу насосы ныҡ кәрәк!
Бөрйән районының Аҫҡар ауылында йәшәүсе Гөлирә һәм Сәлих Ғәбиҙуллиндар «Йәшлек»тән отҡан бүләк ярҙамында өйҙәренә һыу үткәрәсәк
Күңелле шылтыраған телефон та­уы­шын ишеткән Гөлирә Ғә­би­ҙуллина ашыҡмай ғына барып трубканы ала:
− Алло, тыңлайым.
− Һөйөнсө! − трубканың икенсе яғында Рәзифә килененең шат тауышы яңғырай. − Һөйөнсөгә ни әйтерһең?
− Берәй сынаяҡ сәй эсерермен, − ти аптыраған хужабикә.
− Бер сынаяҡ сәй менән генә ҡотола алмаҫһың! − тип көлә килене.
− Ярай, берәй нәмә инселәрмен үҙеңә.
− Һеҙ «Йәшлек»тә бүләк отҡанһығыҙ! Һыу насосын!
− Ысынмы?! − тип Гөлирә Фәрит ҡыҙы килененә рәхмәт әйтә лә, өтәләнеп почтаны алырға йүгерә. Тап шул көндө бушамай йөрөп, гәзит-журналдарҙы ла сығып алмаған була бит әле ул. Тулҡын­лана-тулҡынлана гәзитте асып уҡып, «Йәшлек»-фараз»да отҡандарына ышанғас, тормош иптәшенән һөйөнсө ала: «Былтыр «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашып, дини календарь алғайныҡ, быйыл теләгең ҡабул булды − һыу насосы отҡанбыҙ!»
... Ошо ҡыуаныслы минуттарҙы тағы бер тапҡыр көлә-көлә иҫләгәс, ғаилә башлығы Сәлих Вәдүт улы, һыу үткәрергә уйлағайныҡ, шуға ла һыу насосы беҙҙең өсөн иң көткән бүләк, тине:
− Әлегә һыуҙы күршеләрҙән алабыҙ, киләһе йылда үҙебеҙгә ҡоҙоҡ ҡаҙҙырасаҡбыҙ. Һыу ҡаҙғас, үҙегеҙҙе мотлаҡ сәй эсергә саҡырырбыҙ!
Бөрйән районының Аҫҡар ауылында йәшәүсе Гөлирә һәм Сәлих Ғәбиҙуллиндар − «Йәшлек»тең күптәнге дуҫтары. Гәзитебеҙ матур, бай йөкмәткеле сыға, энәһенән ебенәсә уҡыйбыҙ, унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, тиҙәр.
− «Йәшлек»тән тыш, район гәзите «Таң»ды, «Шоңҡар» журналын, Нурия ҡыҙыбыҙға «Аҡбуҙат»ты алдырабыҙ, − Гөлирә апай ике йәш ярымлыҡ орсоҡ кеүек тиктормаҫ ҡыҙсығын тупылдатып һөйөп алды. − Ул тыуғас та алдыра башлағайныҡ, хәҙер журналын үҙе алдан ҡарап бөтмәйенсә беҙгә бирмәй. Һәр бер битен тәпсирләп ҡарағас, мин уға шиғыр, хикәйәләрен уҡыйым. Сәлих менән беҙ икебеҙ ҙә, аҙ ғына эштән бушаһаҡ та, ҡулға гәзит-журнал алабыҙ, шунан күрмәксе Нурия ла «Аҡбуҙат»ын ҡыштырлата башлай. Икенсе ярты йыллыҡҡа тиражды фаразлағанда, ун дүрт меңдән кәм булмаясаҡ, тип кесе ҡыҙыбыҙҙың тыуған айын-көнөн дә күрһәтеп яҙҙыҡ. Шулай итеп, Нурия арҡаһында бүләкле булдыҡ.
− Шайтан ғына өмөтһөҙ, беҙҙең өмөт бар ине, сөнки иғтибарлап ҡарап барһаң, тиражды яҡынса тоҫмалларға мөмкин ул, − тип Сәлих ағай ҡатынын йөпләне. − Ғөмүмән, 2012 йыл уңышлы беҙҙең өсөн.
Әйтмәксе лә, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай аждаһа йылы: июлдә Ғәбиҙуллиндар көмөш туйҙарын билдәләгән, 31 августа, уларҙы олатай-өләсәй итеп, ейәндәре Илнур тыуған. Беҙ барған саҡта өлкән ҡыҙҙары Әминә ай ярымлыҡ сабыйы менән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайт­ҡайны, түргә бишек эленеп, өй тәмле бәпес еҫенә тулғайны. Улдары Ғәбит Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында уҡый, Салауаттары, армиянан ҡайтып, Өфөлә эшләп йөрөй.
− Балалар үҫеп, өйҙән сығып киткәс, әбей-бабай ғына ултырып ҡалмайыҡ, тип бәпәй табып алдыҡ, хәҙер кинйә ҡыҙыбыҙға ҡарап һөйөнөп тик ултырабыҙ, − ти хужабикә. − Өлкәндәрҙең үҫкәнен эш араһында һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ, ә Нурияның һәр аҙымы, һәр һүҙе иғтибар үҙәгендә. Уны яратып ҡына үҫтерәбеҙ.
Нурияны ҡулдарынан да төшөрмәгән ата-әсәгә ҡарап, ҡырҡ йәштән һуң бала, ысынлап та, айырыуса танһыҡ икәнлеген күрәһең. Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән Гөлирә менән Бөрйән егете Сәлих Йоматауҙа уҡығанда танышҡандар. Өйләнешкәс, Аҫҡар­ға ҡайтып, Гөлирә − иҡтисадсы, Сәлих бухгалтер булып, «Нөгөш» колхозында эш башлағандар.
− Алыҫ булһа ла, тыуған ауылыма йыл һайын ҡайтып йөрөйбөҙ, − ти Аҫҡар килене. − Инәйем (беҙҙә, Мәсетлелә, әсәйҙе инәй тиҙәр) иҫән саҡта, ҡайтыр ер булғанда, нишләп ҡайтмаҫҡа?! Беҙ ғаиләлә ете ҡыҙ үҫтек, ирем дә ишле ғаиләнән. Улар бер ҡыҙ ҙа дүрт малай ине, ике ҡустыһы ике йыл элек бер-бер артлы китеп барҙы... Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, туғандар менән, аллаға шөкөр, татыу йәшәйбеҙ.
Күмәк хужалыҡ тарҡалып, эшһеҙ ҡалһалар ҙа, бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырғандары юҡ − Гөлирә апай донъя көтә, Сәлих ағай кәсеп итә (үҙе әйтмешләй, эшләйем тигән кешегә эш быуа быуырлыҡ). Мал һөйгән хужаның Иркә, Шоңҡар, Һандуғас, ҡарлуғас, Буян исемле аттары бар, ике һыйыр тоталар.
− Оло бейәне айыу алып ҡалды, ҡолоно сапсылған килеш ҡайтты, уны тиҙ генә һуйып алдыҡ, − ти ғаилә башлығы. − Айыу күп, ә ашар­ҙарына юҡ − ни сәтләүек уңманы, ни емеш-еләк булманы, эсен китергән бәшмәк менән генә туямы ни анау ҡәҙәрем ҙур йәнлек?! Шуға ла малға ташлана. ҡырҙа ятып бесән эшләгәндә айыуҙар аттарыбыҙҙы һағалап, ныҡ яҡынланы, төнө буйы бер нисә урында усаҡ яғып сыҡтым. Ғаиләм өсөн ныҡ ҡурҡтым да (Нурия ла беҙҙең менән ине), икенсе көндө ауылға ҡайттыҡ.
Айыу, йөнтәҫ табан, шым йөрөй, кешене ҡурҡытырға уйлаһа ғына шатыр-шотор килеп ботаҡтарҙы һындыра башлай, тигәнде ауыҙ асып тыңлап, төндәрен бүреләр олой башлаһа, йөрәк өшөп китә, тигәнгә шөрләп, Аҫҡар кеүек төпкөл ауылдарҙа батыр кешеләр йәшәй, тигән һығымтаға килдек. Аҫҡарҙа көслө елдән һуң Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарай алмай зар-интизар булһаң да, көнө-төнө тиерлек «Юлдаш» радиоһын рәхәтләнеп тыңлай алаһың. Шулай уҡ башҡа тарафтарҙа йәшәгән туғандар менән бәйләнеште юғалтмаҫ өсөн һарай янында МТС сигналын, соландағы тәҙрәгә терәп, «Билайн»ды, залдағы стенала «Мегафон»ды «эҙләп табырға» мөмкин. Бар ерҙә лә сигнал тотолмауының ыңғай яғы ла бар − уҡыу­сылар мәктәптә кеҫә телефонына әүрәп ултырмай. Әүжәндән почтаны Илфаҡ Шакиров ташый, Роза Аҫылғужина ике ауылға ла гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратырға өлгөрә. Шуға ла район, республика яңылыҡтары менән аҫҡарҙар хәбәрҙар.
Үҙебеҙгә төпкөл дә кеүек түгел, ер кендеге ошонда һымаҡ ул, тигән ирле-ҡатынлы Ғәбиҙуллиндар ме­нән беҙ күптәнге таныштарҙай хушлашып, Аҫҡарға юлды һыуытмаҫҡа һүҙ бирештек. Улар кеүек тоғро, киң күңелле, зирәк дуҫтарыбыҙ булғанда, алыҫ аралар арамы ни?! Кем белә, бәлки, «Йәшлек»-фараз»да отоусылар тағы ла ошо ауылдан булыр. Һәр хәлдә, Гөлирә апай менән Сәлих ағай сәй эсергә саҡырҙы бит әле, бүләк насос ҡына һынатмаһын, тип торабыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға