«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә һеҙ балағыҙҙы “бысраҡ” сайттарҙан һаҡлайһығыҙмы?



02.11.2012 Ә һеҙ балағыҙҙы “бысраҡ” сайттарҙан һаҡлайһығыҙмы?

Ә һеҙ балағыҙҙы “бысраҡ” сайттарҙан һаҡлайһығыҙмы?
1 ноябрҙән “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттәрҙән һаҡлау тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. Халыҡсан телгә күсереп әйткәндә, ”ҡара исемлектәге сайттар”ға бынан ары контроль киҫкен буласаҡ.
Әлеге исемлеккә иң тәү сиратта балалар порнографияһы, наркотиктарҙы, суицидты пропагандалаған мәғлүмәттәр ҡуйылған сайттар эләгә.
ҡара исемлекте Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкә­һен­дә күҙәтеү бу­йынса федераль хеҙмәт (“Рос­ком­­над­зор”) яҙасаҡ. Ки­сә zapret-info.gov.ru-ҙа сайттар реестры эшләй башланы.
Әйткәндәй, исемлеккә тыйылған мәғлүмәтле сайттар автоматик рәүештә индерелмәй. Тәүҙә улар­ҙың хужаларына иҫкәртеү яһала, әгәр ҙә бер тәүлек эсендә ҡағиҙә боҙоусы мәғлүмәтте алып ташламай икән, был эш хостинг-провайдерға (интернетта урын биреүсе компания) ҡушыла. Тегеһе лә, быныһы ла әйтелгәнде үтәмәһә, рәхим ит, сайт − ҡара исемлектә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: интернетта цензураға ҡаршы ҡайһы бер төбәктәрҙә пикеттар ҙа үтергә өлгөргән. Шулай уҡ “Роскомнадзор”ҙан белдереүҙәренсә, сайттарҙың берҙәм реестрына хакер һөжүме булған.
Кемгәлер виртуаль донъяны, ысынлап та, “йыуынды һыу” итеү файҙалыраҡ.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға