«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 19 000 тонна ядро ҡалдығы



02.11.2012 19 000 тонна ядро ҡалдығы

19 000 тонна ядро ҡалдығы
2001 йылда Рәсәй президенты илгә юғары токсик ядро ҡалдыҡтары (яраҡ­һыҙланған ядро яғыулығы) индереү мөмкинлеген биргән указға ҡул ҡуйған. Ошонан һуң беҙгә Поль­ша, Сербия, ҡаҙағстан, Чехия, Лат­вия, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән тонна ҡалдыҡ килтергәндәр. Бөгөн ҡалдыҡтар Рәсәйҙә 19 мең тоннанан артығыраҡ булып киткән. Улар Силәбе өлкәһенең “Маяҡ” йәм­ғиәтендә, Красноярск − 26, Томск − 7 биләмәләрендә күмелгән, тигән мәғлүмәт бар. Йәнә лә “Гринпис” хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Швей­цария­нан ике мең тоннанан ашыу яраҡһыҙ ядро яғыулығы һәм 550 кубометр ядро ҡалдығы килтереп түгеү тура­һында килешелгән. Үрҙәге илдәр, тимәк, үҙ биләмәләренең экологияһы өсөн борсолоп, хәүефле ҡалдыҡтар­ҙы ситкә сығарыу яйын күрә, ә беҙҙекеләр, аҡсаға ҡыҙығып, бөтөн сүп-сарҙы бәрәкәт килтерерҙәй тупраҡҡа күмә.

Poleznoeznanie. ru сайтынан һәм “Йәнле журнал” биттәренән
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға