«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Декрет: ял итергәме, әллә эшләргәме?



26.10.2012 Декрет: ял итергәме, әллә эшләргәме?

Декрет: ял итергәме, әллә эшләргәме?
Декрет ялында ултырған әсә рәхәтләнеп ял итә, тип уйлай­һығыҙмы? Ул иренә ашарға бешерә, өйөн таҙалыҡта тота, керен, һауыт-һабаһын йыуа, балаһын ҡарай, уны тышта алып йөрөй, кис һайын йыуындыра һ.б. Әммә бер генә нәмә – ул ял итмәй! Бынан тыш, ҡайһы бер әсәләр аҡса ла эшләргә тырыша бит әле. Кисәге студенттар реферат, диплом яҙып бирергә тәҡдим итә, оҫталар ҡул эшенә заказ ала, берәүҙәр текстар йыя, кемдер эргәләге магазинда кискеһен иҙән йыуырға ла риза.
Әхирәтем бер ашханаға эшкә урынлашты. Ике айҙан уның менән осрашҡас, эше менән ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, үҙ теләге менән китеп тә өлгөргән икән. “ҡалабыҙҙың бер ойошмаһы ашханаһына һауыт-һаба йыуыусы талап ителгәс, унда осоп-елеп тигәндәй барҙым. Беренсенән, өйөмә яҡын, икенсенән, эш ауыр түгел, аҡса бер ҡасан да артыҡ булмай, – тип һүҙ башланы әхирәтем. – Мине Тамара исемле ҡатын ҡаршы алды. Һауыт-һаба йыуыуҙан тыш, иҙәнде лә һөртөп алырға кәрәк икән. Был ике эш өсөн, декрет ялында ултырған ҡатын күҙлегенән ҡарағанда, яҡшы ғына эш хаҡы вәғәҙә иттеләр. Балаларҙы ҡалдырырға кеше табып, дәртләнеп эшкә керештем. Киске сәғәт 7-нән 11-гә тиклем бурысымды йүгереп йөрөп урын-еренә еткереп атҡарам. Кулинарҙар ҡамыр аштары, билмән, салаттар әҙерләй. Коллектив бик татыу, башлыса үзбәктәр тир түгә, татар, рус кешеләре лә бар. Ваҡыт табып, бергәләшеп сәй ҙә эсеп алабыҙ.
Ашханала санитария ҡағиҙәләренең әллә ни үтәлмәүе тәүҙә үк күҙгә салынды. Салат өсөн ҡырып ҡуйылған картуф, кишер ҙур-ҙур һауыттарҙа иҙәндә тора. Исмаһам, өҫтөн дә япмайҙар. Келәт янында торба тишелгән, йыш ҡына үтеп булмаҫлыҡ күләүектәр хасил була. Ә үзбәктәрҙең санитар китабын кем тикшергән тип уйлайһың?
Бер көн шулай, ғәҙәттәгесә, гамбургерҙар өсөн кәтлит ҡыҙҙырыл­ған табаларҙы өйөп ҡуйғандар. Йыуа башланым. Иң аҫҡы табаға етһәм, ни күрәм – кәтлиттәре алынмаған, шул килеш йыуырға һалын­ған. Гамбургер эшләүсе ҡатынды иҫкәртһәм, ул кәтлиттәрҙе алып, кире мейескә тыҡмаһынмы! “Яңынан бешерәбеҙ ҙә һатыуға сығарабыҙ”, − тигәс, бик асыуым килде. Ярты сәғәт майлы, порошоклы һыуҙа ятып тәмһеҙләнеп бөткән кәтлитле гамбургер кемгә эләкте икән?”
Әңгәмәсем ошо урынға еткәс, уйға ҡалдым. Бер дуҫым дауаханала ята. Йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлы эргәһендә һатылған майлы бәлеште тәмләп ашап ҡуйғас, бер аҙҙан аяҡтары тыңламаҫ була. Дарыуҙар йотоу ҙа ярҙам итмәгәс, “Тиҙ ярҙам” саҡыртырға тура килә. Уға көслө аллергия булған икән. Дуҫым ике аҙна буйы ҡыбырлай ҙа алмай ятты. Бына шулай, кемдеңдер һаулығында аҡса эшләйҙәр... Ярай, быныһы һүҙ араһында булды.
Әхирәтем дауам итте: “Эшкә урынлашҡан көндә үк документтарымды тапшырһам да, минең менән килешеү төҙөмәнеләр. Ә бер көн Федераль миграция хеҙмәтенән килеп тикшергәндәр. Үзбәктәрҙең тейешле документтары булмағас, арыу ғына штраф сәпәп киткәндәр. Шунан һуң ғына етәкселәр ҡыбырлай башланы.
Эш хаҡыма килгәндә инде, баштан уҡ яңы коллегаларым иҫкәртеп ҡуйҙы – уны һәр саҡ һуңлаталар. Ниһайәт, аҡса алыр көн етте. Әммә тейешле сумманың яртыһын ғына ҡулға тотторҙолар. Ике эште башҡарһам да, берәүһе өсөн генә яҙғандар. Шул көндә етәкселек менән һүҙгә килешеп, әйберҙәремде йыйып сығып киттем.
Был эш тәжрибәһенең ыңғай яҡтары ла булды. Әҙ генә булһа ла, аҡса түләнеләр. Яңы ғына мейестән сыҡҡан пицца-бәлештәрҙе ярты хаҡҡа алыу мөмкинлеге бар ине. Яңы таныштар таптым.
Балаңа йәш ярым булғансы дәүләт пособие түләй бит, тәрбиә менән шөғөллән, тиеүселәр ҙә табылыр. Тәүге балаға ай һайын бирелгән 2 700 һумлыҡ минималь пособие кейем, балалар аҙығы, коляска-уйынсыҡтарға етә, тип уйлайһығыҙмы? Сабый сирләп китһә, педиатр ҡиммәтле дарыу­ҙар яҙа. Ярай әле аҡса эшләүсе ғаилә башлығы бар. Бәпес үҫтереүсе яңғыҙ әсәләргә Хоҙай түҙемлек бирһен”.
Эйе, декрет аҡсаһы түләнһә лә, күптәр өҫтәмә аҡса эшләү юлын табырға тырыша. Интернеттағы форумдан алынған фекерҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Юлиә, ике бала әсәһе:
– ҡыҙыма туғыҙ ай булғас, яр­­ты ставкаға юрист булып эшкә урынлаштым. Аҡсаһы күп түгел ине, әммә хеҙмәт кенәгәһендә кәрәкле яҙыу барлыҡҡа килде. Балама өс йәш тулғас, тулы ставкаға эшкә сыҡтым. Икенсе ҡыҙым тыуғас, өҫтәмә килем алыу маҡсатында төрлө юридик һорауҙар буйынса консультация бирәм.
Аида, бер бала әсәһе:
– “Йәшерен һатып алыусы” ти­гән төшөнсә бар. Мәҫәлән, һатыу­сыларҙың кешегә мөнәсәбәтен, эш сифатын тикшереү өсөн магазин етәксеһе берәйһен яллай. Миңә бер коммерция банкыһының хеҙмәтләндереү сифатын тикшереү эше йөкмәтелде. Легендаға ярашлы, мин 150 мең һум кредит алырға тейешмен. Банкыла өс сәғәт ултыр­ҙым. Аҡсаһын бик әҙ түләнеләр, етмәһә, бер өлөшө юлға китте. Хәҙер икенсе килем юлын эҙләйем.
Татьяна:
– Магазинда иҙән йыуыусы булып эшләйем. Бик ҡәнәғәтмен. Хәллерәк кешеләрҙең өйөн дә таҙартырға йөрөйөм. Аҡсаһын шунда уҡ ҡулға тотторалар.
Нәзирә, ике бала әсәһе:
– Интернет аша аҡса эшләргә мөмкин. Төрлө сайттар өсөн мәҡәләләр яҙырға, фекерҙәр ҡал­дырыр­ға була. Ләкин аҡсаһы бик әҙ, тинләп кенә йыйыла. Шуныһы бар – интернетта алдаҡ күп, уяу булырға кәрәк.
Һаналған өҫтәмә килем сығанаҡтары, башлыса, ҡалала йәшәүселәргә ҡағыла. Ауылдарҙа эшһеҙлек тамыр йәйгәндә, йәш балалы ҡатынды эшкә алырға атлығыусы етәкселәр юҡ. Ә ҡалалағы йәш әсәләр эшкә сығыр ине – балалар баҡсаһында урын етмәй. Быныһы инде бөтөнләй икенсе тема...

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға