«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Галифе



23.10.2012 Галифе

 Галифе
Бөйөк Ватан һуғышының икенсе йылы булғандыр, яраланып ҡайткан ағай­ҙар хәрби формала йөрөй торғайны, хатта армияға барырға йәше етмәгән егеттәр ҙә, киндер салбарҙарын ташлап, галифе кейә башланы. Ауылға кейем-һалымды беҙгә күрше йәшәүсе һуҡыр Ғилметдин бабай Ырымбурҙан алып ҡайтып һата ине. Ул бик күп умарта тотто.
Бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә ҡалған. Абдрафиҡ ағай ҡаҙаҡбаев, һуғышта бер ҡулы яраланып, «контужин» булып ҡайтҡас, колхозда бригадир булып эшләргә тотондо. Бер көн беҙ, малай­ҙар, ҡапҡа төбөндә эскәмйәлә һөйләшеп ултыра инек, Абдрафиҡ ағай беҙгә инеп, әсәйемә ниндәйҙер эш ҡушып, ҡапҡанан сығып, көнбағыш ашай-ашай, китә башлағайны, Фәрит:
− Ағай, көнбағыш бир әле, − тип һорағас, ул:
− Улым, көнбағышым юҡ, − тине. Уға ышанмай, Фәрит:
− Алдайһығыҙ, ана бит, алып ашайһығыҙ, − ти. Абдрафиҡ ағай:
− Ул көнбағыш түгел, галифе, − тигәс, Фәрит:
− Галифе булһа ла бир. Мин дә һинең кеүек сыртлатып ашағым килә, − ти.
Ошонан һуң, көнбағыш ашағанын күрһәк, ағай, галифе бир әле, тип этләшә торғайныҡ.
1948 йылда, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Мораҡ (Күгәрсен районы) педучилищеһына уҡырға инергә булдым. Ғилметдин ҡартҡа инеп, салбар һатмайһығыҙмы, тип һорағас, салбарҙарым юҡ, бына бер галифе салбар ғына бар, тик уны һатмайым, эшкә ялланған малайҙарға ғына бирәм, тине. Мин уйлап тормай: «Бабай, мин дә һеҙгә ялланырға теләйем, нимә эшләргә һуң?» − тип һорағас, ул:
− Бер аҙна миңә эшләйһең. Урмандан утын ташып, уны бысаһың, яраһың, бесәнгә бараһың, миндек бәйләйһең, − тине. Әлбиттә, быға бер һүҙһеҙ, атайымдарҙың рөхсәтен һорамайынса ла риза булдым.
Иртәгәһенә иртә менән уларға килеп, эш башланым. Аттарын алып ҡайтып, бабайҙы ултыртып, бесәнгә киттем. Инәй миндек тә алып ҡайтырға ҡушты. Сапҡан үләнде йыйып, арбаға тейәйем, алдан килтереп һалған ҡайынды тураҡлап, бесән араһына тығам. Бер аҙҙан бабай ҙа арбаға менеп, бесәнде тапай башланы. Ул минең хәйләне һиҙҙе шикелле.
− Улым, әллә ҡайын ағастары ла һалғанһың инде? Инәйең бит миндеккә ағас ботаҡтарын ғына алырға ҡушҡайны бит, − ти.
− Бабай, борсолма, ағасын утын итеп яғыр­һың, ботаҡтарынан нәҙек сыбыҡтарын алып, миндек бәйләрһең, ә ҡайындың ҡабығын һыҙырып, әбейең туҙынан һағыҙ ҡайнатып сәйнәр, − тип яуапланым.
Бесән күп сабылған, ахыры, арба тулып, байтаҡҡа артып китте. Мин бабайға, бесән арбаға һыймай, ҡалғанын башҡа ваҡытта алырбыҙ, тиһәм дә, ул ризалашманы, бөткәнсе тейәргә ҡушты ла, нығыраҡ баҫып бесәнде тапай башланы. Ни эшләйһең, бай ҡушҡас, тип, бесәнде арбаға ырғытып бөттөм.
Дилбегәне нығыраҡ тотһам да, ҡыҙыл яр ҡабағын төшкәндә арбалағы бесән бер аҙ ҡыйшайҙы ла, күп тә үтмәне, бабай бесән менән уң яҡҡа шап итеп ергә ҡоланы. Етмәһә, ҡайын ағасы ла уның башына эләкте, ахыры. Бесәнде тиҙ генә тейәнем, бабай арбаға ҡабат менмәне, арттан йәбешеп кенә барҙы.
Ат йылғаға төшөү менән, туҡтап, һыу эсергә тотондо. Мин нисек кенә дилбегәне үҙемә тартһам да, эсеүен дауам итте. ҡайҙа инде уны тыңлатырға, көнө буйы эҫелә булып, ауыр йөк тартып килә. Бабай, атты ҡыу, эсермә, тип ҡысҡыра башланы. Сыбыртҡы менән һуғыуым булды, ат урынынан ҡапыл ҡуҙғалып та китте. Шул арала бабайым һыуға шап итеп ҡолап та ҡалды. Һыуҙы сығып, атты туҡтатып, артыма ҡараһам, ҡарт баҡа кеүек һыу эсендә ята, былай үҙе торорға ла уйламай, һыуҙа ятыуы рәхәттер ҙә, әллә ҡурҡышынан ҡото осҡанмы? Етмәһә, таҡыяһы ла башынан төшөп, ағып киткән. Уның янына, тиҙ генә барып, көскә аяғына баҫтырып, ярға сығарҙым. Ауылға ҡайтып ингәндә, Фатима әбей ҡапҡаһын асып беҙҙе көтөп тора ине. Уның:
− Ниңә оҙаҡланығыҙ, көтә-көтә көл булдым, берәй хәл булмаһа ярар ине, тип хәүефләнеп бөттөм. Ярай әле иҫән-һау ҡайттығыҙ, Аллаға шөкөр, − тип әйтеүе булды, Ғилметдин ҡарт үҙенең ҡолағандарын түкмәй-сәсмәй һөйләргә тотондо.
Фатима инәй, ҡоро кейемдәр кейҙерәм, тип бабайын мунсаға алып киткәс, атты туғарҙым да, бесәнде лапаҫ башына ырғыттым, аҙаҡ киптерергә йәйеп таратҡансы байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп тә киткән. Тамағым кипте, исмаһам, Фатима инәй бер сүмес айран да сығарып бирмәй. ҡоҙоҡтан алып һалҡын һыу эскәс, рәхәт булып ҡалды. Эште бөтөрөп өйгә ингәндә, бабай менән әбей ашап ултыра ине. Урындыҡтың ситенә генә ултырып, ыумас ашы ашап, бер стакан әсегән бал, аҙаҡ сәй эскәс, әҙерәк хәл инде.
ҡайтыр алдынан бабайҙан, иртәгә нимә эшләргә, тип һорағас, ул инәй менән Сыбарға ҡоро утынға барырға ҡушты. ҡояш күтәрелгәнсе йоҡлағанмын. Әсәйем дә, мине йәлләп­терме, уятмаған. Шул арала Фатима әбей килеп тә еткән.
− Ни эшләп ҡояш ҡыҙҙырғансы йоҡлап ятаһың? Мин инде, һин килмәгәс, атты ла яландан алып ҡайттым. Аша ла тиҙерәк кил, − тип асыуланып сығып китте. Ни эшләйһең инде, галифе салбар кейәм, тип ялланғас, барыһына ла түҙергә тура килә.
Сыбар урманынан арыу ғына утын алып ҡайттыҡ. ҡороһо эргәһенә байтаҡ ҡына сей утын да эләкте.
Беҙ ашаған арала Красногорҙа йәшәгән лесник Егор ҙа килеп инде. Ул утынлыҡтағы күп кенә сей ағастарҙы күреп, знакум, нишләп сей ағастарҙы ҡырҡтығыҙ, тип һорағас, бабай:
− Мин бит һуҡыр, ҡоро икән тип ҡырҡҡанмын, − тип мәрәкәләне, табынға саҡырҙы.
Аҙаҡ ҡына белдем: беҙ Фатима инәй менән урманға киткәс тә, Ғилметдин ҡарт Ғәйшә ҡыҙы менән Красногорға барып, лесникты ҡунаҡҡа саҡырған, үҙенә ағас ҡырҡырға рөхсәт алған. Утынға тағы барырға тура килде, уны бысып, ярып өйөргә лә кәрәк ине. Утынды өйөшөргә Фатима инәй ҙә сыҡты. Күмәкләшеп эшләгәс, эш ырамлы булды, тиҙҙән бысҡан утынды өйөп тә ҡуйҙыҡ. Эште бөтөп, ҡайтыр алдынан бабайҙан, миңә галифе салбарҙы ҡасан бирәһегеҙ, тип һорағас:
− Улым, ҡоро утынды бысып бөткәс, бирермен. Иртәгә йома, төшкә тиклем эшләргә ярамай, төштән һуң кил, − тип мине ҡайтарып ебәрҙе.
Иртәгәһен әсәйем тәмле ҡоймаҡ менән һыйланы. Галифе салбарҙы бөгөн кейеп ҡайтам тип, шатланып төш еткәнен көтөп алдым. Утынды бысып, ярып бөткәс, тиҙ генә өйөп тә ҡуйҙым. Бына Фатима әбей миңә бирергә салбарҙы тотоп сыҡҡан. Киске ашҡа ла ҡалмай, әбей менән бабайға рәхмәт әйтеп, өйгә йүгереп ҡайттым да, галифены кейеп ҡараһам, уның балағы әҙерәк тарыраҡ булып сыҡты, шулай ҙа оҡшаны. Киске ашты ашап, клубҡа уйынға барғас, малайҙарҙың күҙҙәре аҡайҙы, ә һуғыштан ҡайтҡан ағайҙарҙың ҡараштары, һиңә галифе кейергә иртәрәк, әрмегә барғас та кейергә өлгөрөрһөң әле, тигәнде аңлата ине шикелле.
Мин, бер кемгә лә иғтибар итмәйенсә, ул кистә үҙемде эре генә тоттом. Башҡа көндәрҙә лә салбарымды һаҡлап ҡына кейҙем.
Мораҡҡа уҡырға ингәс, Ғөбәйҙулла ағайым үҙенең армиянан кейеп ҡайтҡан итеген бирҙе. Икенсе курсты тамамлағас, Өфөгә атайымдың бер туған ҡустыһы Хәмиҙулла ағайҙарға ҡунаҡҡа барҙым. Ул ғаиләһе менән илленсе йылда Берлиндан полковник дәрәжәһендә демобилизацияланып ҡайтҡайны. Ағай миңә үҙенең хәрби кейемен (кителен, салбарын, хром итеген) бүләк итте. Өфөлә йөрөгәнемдә ҡайһы бер һалдаттар аңламаҫтан миңә честь биреп китерҙәр ине. Мораҡта училищела береһенең дә ундай хәрби офицер кейеме булмағас, минең кейемгә һоҡланып ҡаранылар. Хатта Булат ағай дүртенсе курста Бүздәк районына өйләнергә барғанда, минең хәрби кейемдәремде кейеп барҙы. Педучилищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда, уны тамамлап, Йомағужа урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгәндә лә Хәмиҙулла ағайымдың полковник кителе менән галифе салбарын кейгеләп йөрөнөм. Үҙем өлкән лейтенант чинын йөрөтһәм дә, хеҙмәт итергә тура килмәне, 55 йәшкә тиклем запастағы хәрби кеше булып йәшәнем. Әлбиттә, мине бер нисә мәртәбә хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар, юғары чин бирәбеҙ, тип өгөтләһәләр ҙә, ни эшләптер күңел тартманы, фәнгә нығыраҡ бирелеп, инглиз телен өйрәтеү методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, республикама сит тел уҡытыусылары әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаштым, башҡорт мәктәбендә инглиз телен өйрәтеү буйынса 150-нән ашыу фәнни мәҡәлә, методик ҡулланма, дәреслек, монография яҙҙым, инглизсә-башҡортса-русса, башҡортса-инглизсә һүҙлектәр төҙөнөм. Бөтөн ғүмерем буйы мәғариф чиновниктары менән башҡорт мәктәптәрендә сит телдәрҙе балаларҙың туған теле аша уҡытыуҙы ойоштороу өсөн көрәштем.
Хәҙер 50 йылдан ашыу галифе салбар кеймәһәм дә, кинола шуны кейгән хәрби кеше­ләр­ҙе, йә урамда ирҙәрҙең көнбағыш ашап барыуын күрһәм, бынан 70 йыл элек теге бригадир Абдрафиҡ ағайҙың кеҫәһенән алып көнбағыш ашауы, ә Фәриттең, ағай, галифе булһа ла бир, ашайым, тигәне иҫемә төшөп ҡуя.

Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы. Башы 79 – 81-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға