19.10.2012 Хәҡиҡәт кем яғында?
йәки Баймаҡ районындағы Ғәле ауылының бөгөнгө хәле тураһында
Баймаҡ районының Ғәле ауылында йәшәүсе Аманъюл Биксуриндан редакциябыҙға хат килеп төштө. Унда: “Ауылыбыҙҙа кеше йәшәмәгән емерек өйҙәр бик күп. Ауыл осондағы иҫке мәсет бинаһы ла тирә-яҡты йәмһеҙләп тора. Район етәкселәре хәлде белмәй, ахыры, бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Килегеҙ, үтенеп һорайым”, – тигән зар тулы юлдар бар ине.
Ғәле Татлыбай ауыл биләмәһенә ҡарай. Уның башлығы Рәүеф Байбулов менән телефон аша һөйләштек. Хәлде аңлатҡас, ул Аманъюл Биксуриндың ялыу яҙырға әүәҫ булыуы тураһында һөйләне. “Уның һорауҙары район ултырышында тикшерелде. Мәсет бинаһы Аманъюл Биксуриндың шәхси ҡарамағына тапшырылды. Туҡтауһыҙ яҙғас, бынан ары уның ялыуҙарын ҡарамаҫҡа тигән ҡарар сығарылды. Араны алыҫ тимәһәгеҙ, килегеҙ, беҙҙең яҡтарҙы күреп ҡайтырһығыҙ”, – тип саҡырҙы ауыл башлығы.
Нимә тип зар илай Ғәле ҡарты?
Баймаҡ – Сибай трассаһындағы Ғәле ауылы туҡталышында төшөп, бер саҡрым самаһы ташлы юлдан тәпәйләгәс, ауылға килеп тә индем. Ғәле – Ирәндек һыртына һыйынған бәләкәй генә ауыл. Бик матур урында урынлашҡан: уны бер яҡтан ҡалҡан кеүек тау ҡаплай, икенсе яҡтан Урғаҙа йылғаһы аға. Саф һауа, тирә-яҡ тыныс, ҡоштар һайрай. Сит илдәргә юлланғансы, йәйҙе ошондай хозурлыҡта үткәреү мең артыҡтыр, тип хистәргә бирелеп тә өлгөрҙөм.
ҡасандыр был яҡ гөрләп торған, балалар тауышы яңғыраған, йәштәр таңға тиклем йыр һуҙған, ә хәҙер тып-тын. Тәҙрәләренә арҡыры таҡталар ҡағылған “күҙһеҙ” йорттар, сүп үләндәре баҫҡан урамдар ҡәберлекте хәтерләтте.
Бөгөн был ауылда туғыҙ йортта ғына кеше йәшәй. Улар – йә ҡарт-ҡоро, йә тормош мәғәнәһен тик эскелектә күргән ир-ат. Нигеҙе әле лә ныҡ булған магазин тиҫтә йыл элек үк ябылған. Үткән быуаттың илленсе йылдарында ауыл мәсетенең манараһын ҡырҡып, мәктәп иткәндәр. Ауылға “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылғас, белем усағы ябыла, хәҙер был бина ауыл осонда етемһерәп тора.
Бөгөнгө оптималләштереүҙән һуң гөрләп торған ауылдар бер нисә йылдан ошо Ғәле кеүек булырмы, тигән ҡурҡыныс уйҙар ирекһеҙҙән баштан үтте.
Хаттың авторы менән осрашҡас, иң алда уның тормошо ҡыҙыҡһындырҙы. 78-се йәшен ҡыуған Аманъюл Вәлиәхмәт улы ошо ауылда тыуып үҫкән. 53 йыл буйы ауыл һәм урман хужалығында тир түккәс, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше Нәфисә Ғөбәйт ҡыҙы менән өс малайға һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Былтыр хәләл ефете гүр эйәһе булған. Әле улы һәм килене менән йәшәй. Артабан ул проблемаһы тураһында ентекләп һөйләне.
– Ғәле ауылы бөтөнләй етемһерәне, бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ. Татлыбай ауыл биләмәһе башлығы беҙгә бөтөнләй иғтибар бирмәй. Ни өсөн төҙөкләндереү эшен башламаҫҡа, өмәләр үткәрмәҫкә? Уға артыҡ аҡса кәрәкме ни? Сход булһа, ҡоро һүҙ генә һөйләнә лә, аныҡ эштәр күрелмәй, барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡала.
Төрлө инстанцияларға яҙа торғас, бер нисә йыл элек күпер һәм туҡталыш мәсьәләһе хәл ителде. Ауылға юл һалырға, емерек йорттарҙы һүтеп алып ташларға кәрәк. Ни өсөн Ғәле үгәйһетелә?
Аманъюл олатайҙың, оло йәшкә еткән аҡһаҡалдың, үҙ дәрәжәһенә тура килмәгән ҡайһы бер һүҙҙәре ҡолаҡҡа ятманы. Артабан ауыл буйлап атланыҡ. Уның ҡорҙаштары Фәтих Морапталов, Сабит Байбулов, ирле-ҡатынлы Нәфисә һәм Ирғәле Морапталовтар менән аралаштыҡ. Улар ауылдың һүнеүенә бошондо, әммә ауыл башлығына ҡарата үпкә һүҙҙәре яңғыраманы.
“Барыһы ла халыҡ өсөн”
Ғәле ауылы тураһында фекер туплағас, ауыл биләмәһе башлығына юл тоттом. Рәүеф Рамаҙан улының вәғәҙәһенә тоғро булмауы күңелде ҡырҙы. Килер көндө, сәғәтте алдан уҡ хәбәр итһәм дә, уны оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Ниһайәт, осрашҡас, был проблема хаҡында түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
– Татлыбай ауыл биләмәһенә ингән Ғәле, Хәсән, Фәйзулла ауылдары совет заманында “перспективаһыҙ” тип аталды. Шуға ундағы социаль объекттар эшләүҙән туҡтаны. Йәшерәктәр ситкә китте, тик ололар ғына ҡалды. Ауылдарҙы үҫтереү өсөн аҡса бүленмәй. 1997 йылда Хәсән ауылы федераль программаға эләгеп, ҡайтанан тергеҙелә башланы.
Һәр кемдең нисек йәшәгәнен, тын алғанын күреп-белеп торабыҙ. Әммә барыһына ла ярҙам итерлек ресурстарыбыҙ юҡ. Былтырҙан алып һәр ауыл биләмәһенә квартал һайын йөҙәр мең һум аҡса бирелеүе ауылдарҙың үҫеүенә бик ныҡ ярҙам итә. Был сумманы электр бағаналары ултыртыуға, ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонабыҙ. Дәүләт етәкселәре ошо аҡсаны халыҡты һыу менән тәьмин итеүгә тотонорға рөхсәт бирһә ине, тигән теләгем бар. Бөгөн бик күп ауылда һыуға бәйле проблема бар, әммә уны хәл итерлек сара юҡ.
Ғәле ауылына иғтибар бирелмәй, тип әйтмәҫ инем. Ололарҙы байрамдарҙа ҡотлайбыҙ, мөмкинлеккә ҡарап ярҙам ҡулы һуҙыла. Мәҫәлән, бағыусылар аҡсаһына, 70 мең һумға, Ғәле ауылында һыу скважинаһы ҡаҙылды, әле счетчик ҡуйҙырырға ғына ҡалды. Ошо урында һорау тыуа – ә кем уның өсөн түләй?
ҡышҡыһын ауыл юлын Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы даими таҙарта, ғәлеләр бер ҡасан да көрткә батып ултырмай. Юл насар, тип әйтеп булмай. Быйыл ауыл эсенә ингән юл урыны-урыны менән ремонтланды.
Емерек өйҙәргә килгәндә, бөгөн уларҙың хужаһын эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Закон буйынса, уларҙы тота килеп һүтергә хаҡыбыҙ юҡ. Әгәр ҙә табылмаһа, һәр бер йортҡа техпаспорт эшләтергә, судҡа бирергә, суд ҡарарын алырға кәрәк. Ә бының өсөн байтаҡ аҡса талап ителә.
Ғәле ауылы кешеләре йорттарын һата. Алыш-биреш итеүе, әлбиттә, уларҙың шәхси эше. Әммә беҙгә килеп теркәлмәйҙәр, йорттоң хужалары тураһында мәғлүмәт табыу ҡыйынға тура килә.
Муниципаль район советы секретары Радмир Ишбулатовтан ауылдарҙағы ташландыҡ йорттарҙың артабанғы яҙмышы тураһында һорашҡас, ул түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Эйе, иҫке өйҙәр ауылдың күркен ебәрә, күп урынды ала – бәхәс юҡ. Әммә уларҙы тиҙ генә һүтеп булмай, ҡағыҙ эштәре менән шөғөлләнергә, хужаларын табырға кәрәк. ҡайһы саҡ ул йорттарҙы алып ташлаһаң, ҡайҙандыр хужалары килеп сыға һәм матди зыянды ҡаплауҙы талап итә. Әйтерһең дә, улар ошо аҙымды көтөп кенә йөрөгән. Һөҙөмтәлә ауыл башлығына штраф һалына.
Ауыл биләмәләре етәкселәренең эштәре иҫке өйҙәрҙән башҡа ла етерлек, уларҙың бурыстары бик күп”.
Һүҙ аҙағында
Ғәле ауылының киләсәге борсолдорһа ла, үтә насар уйҙарға бирелергә ярамай. Ул Сибай ҡалаһына бик яҡын урынлашҡан. Бер заман был ауылдан “перспективаһыҙ” мөһөрө алынып, ул дачалар ҡасабаһына әүерелер, бәлки, кем белә.
Бер ҡарауҙан ғына кемдең хаҡлы, ә кемдең хаҡһыҙ икәнлеген әйтеүе ауыр. Хәбәрсе судья ла, прокурор ҙа түгел, берәүҙе лә ғәйепләргә йә аҡларға йыйынмайым. Бер-береңә бысраҡ өйөү − килешмәгән эш. Бары ошо хәлде һүрәтләп, ауылдарҙа ниндәй проблемалар барлығын сағылдырырға теләнем. Ундай хәлдәр һәр районда бар.
Ауыл менән идара итеүселәргә бөгөнгө шарттарҙа эшләүе еңел түгел, шулай ҙа улар халыҡтың үтенесен ишетһен ине. Хәҙрәт дуҫым әйтмешләй, һәр кемгә ихтирам һәм иғтибар кәрәк. ҡарттарҙы ололау байрам менән тәбрикләүгә генә ҡайтып ҡалмай, әлбиттә.
Һәр кем донъяға үҙ манараһынан баға. Булғанға шөкөр итә белмәү, ҡылынған изгелекте һанламау, йә дәүләт ышанысы менән артыҡ мауығыу төрлө аңлашылмаусанлыҡтар, ығы-зығы тыуҙыра.
Түрә-ғараның һәр һүҙенә “ура” ҡысҡырырға күнеккәнбеҙ. Властың һәр кимәлендә лә аманъюлдар күберәк булһа, идара итеү сифаты күпкә юғары буласаҡ, уныһы – раҫ.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Баймаҡ − Өфө.
Автор фотолары.