19.10.2012 Бер ҡап тәмәке өсөн – 150 һум?!
Тәмәкегә акциздар өс йыл дауамында яйлап артасаҡ. РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы белгестәре фекеренсә, бындай аҙымдан һуң ил халҡының дүрттән бер өлөшө никотиндан баш тартасаҡ. Шулай ҙа ил ҡаҙнаһына аҡса ағасаҡ – бер триллион һумға күберәк табыш инәсәк. Тик бер атыуҙа ике ҡуян – сәләмәт халыҡ һәм бай ҡаҙна булырмы? Эксперттар һағая, сөнки контрафакт тәмәке барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Бөгөн бер ҡап тәмәкегә уртаса хаҡ 35 һум тәшкил итә. Акциздан ил бюджеты йылына яҡынса 200 миллиард һум табыш ала. Рәсәй халҡы йылына яҡынса 19 млрд ҡапты төтәтеп бөтә. Әгәр ҙә акциз арттырылһа, 2015 йылда бер ҡап тәмәке 150 һум буласаҡ. Был ғаилә кеҫәһен арыу уҡ йоҡартасаҡ. Яҡындарыңдың, балаларыңдың өлөшөнә ингәнсе, бөгөндән үк тартыуҙы ташлау яҡшыраҡ була түгелме?
Әйткәндәй
Йәмәғәт урындарында тартыу тыйыласаҡ
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев әйтеүенсә, Рәсәй, ҡытайҙан ҡала, тәмәке күләме буйынса икенсе урында тора. Бөгөн илебеҙ баҙарын эре дүрт сит ил компанияһы биләй. Улар беҙҙә 1990 йылдарҙа уҡ төпләнгән. “Улар, йәнәһе, “еңел” тәмәке булдырып, реклама һәм дизайн өҫтөндә эшләп, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың иғтибарын йәлеп итте. Әлеге мәлдә һатыу күләме өс тапҡырға арттырылған. Статистика буйынса, 1992 − 2010 йылдарҙа тартыусы ҡатын-ҡыҙҙар һаны 7 проценттан 22 процентҡа тиклем күбәйгән”, – тип белдерҙе РФ Хөкүмәте Рәйесе. Ҙур ҡалаларҙа гүзәл заттың өстән бер өлөшө тәмәке көйрәтә, ә балалар 11 йәштән үк тарта башлай. Бөгөн 44 миллион Рәсәй гражданы никотин ҡолона әйләнгән.
Медведев йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйырға кәрәклеген билдәләгән. Был закон 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.
Ошо көндәрҙә парламентта поезд, вокзал, эш урынында, бина эсендә тартыуҙы тыйған закон проекты ҡараласаҡ. Бынан тыш, кафе һәм төнгө клубтарҙа тәмәке һәм кальян көйрәтеү ҙә тыйыласаҡ. Ә тартыусы геройҙары булған фильмдар һәм телетапшырыуҙар эфирға сыҡмаясаҡ. Тәмәке изделиелары рекламаһы ла тулыһынса тыйыласаҡ .
Г. АЙҘАРОВА.