«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һеҙ фәҡирлектән ҡурҡаһығыҙмы?



19.10.2012 Һеҙ фәҡирлектән ҡурҡаһығыҙмы?

Альбина БИКЕСОВА, Салауат ҡалаһы:
– Юғары уҡыу йортон тамамлап, ни бары ике ай элек хеҙмәт юлын башланым. Әлегә туғанымдың фатирында йәшәгәнгә күрә торлаҡ өсөн аҡса түгергә кәрәкмәй. Түләүле торлаҡ булһа, эш хаҡымдың яртыһынан күбеһе китер ине. Ғөмүмән, студент саҡта аҡса етә ине, ә хәҙер, үҙ аллы эшләй башлағас, кеҫә тағы ла таҡырайып ҡалғандай булды.
Кемдәрҙер оҙон аҡса артынан Себерҙә йөрөп тә етешә алмай, ә кемдер йүнләп эш булмаған ауыл ерендә лә бынамын тигән итеп йәшәй. Фәҡирлекте булдырыу-булдырмау кешенең үҙенән тора. Үҙем аҡсаның күктән яумағанын һәм дәүләт уны күпләп тоттормағанын аңланым инде. Шуға күрә, дәүләт хеҙмәтенән тыш, үҙ эшемде башларға тип маҡсат ҡуйҙым.

Ринат ӘЛЕМҒУЖИН, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы:
– ҡурҡмайым, сөнки мин былай ҙа фәҡир. Ысынлап әйткәндә, фәҡирлектән байҙар ҡурҡа. Ә беҙҙә, ябай халыҡта, урланған аҡса, йәшереп тотҡан байлыҡ юҡ. Шулай булғас, фәҡирлектең нимәһенән ҡурҡырға?

Венера Йәрмөхәмәтова, Йылайыр районы, Матрай ауылы:
– Фәҡирлеккә үҙең юлығыуың (уйланмаған эш, эскелек, башҡа насар ғәҙәттәр һөҙөмтәһе), ысынлап та, ҡурҡыныс. Шул уҡ ваҡытта ил ни күрә − шуны күрәбеҙ. Баштағылар − дөрөҫ сәйәсәт менән, ә беҙ, намыҫлы граждандар, һөҙөмтәле эштәр менән илгә янаған көрсөктән, фәҡирлектән сыға алабыҙ. Ә шулай ҙа иң ҡыҙғанысы − саҙаҡа һораған хәйерселәр...

Земфира ТАҺИРОВА, БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы:
– Бөгөнгө заманда халыҡтың эш хаҡы бик түбән, өҫтәүенә, ҡыҫҡартыуҙар ҙа бара. Әммә, эш хаҡы әҙ, тип кенә төшөнкөлөккә бирелеп, үҙеңдең тормошоңдо күрәләтә фәҡирлеккә этәреү алйотлоҡ булыр ине, тип уйлайым. Кешене фәҡирлеккә төшөргән сәбәп­тәр­ҙең береһе − ул эскелек, битарафлыҡ, бер ниндәй ҙә маҡсатың һәм хыялдарың булмау. Тырыш кеше нисек тә булһа юлдарын табып, аҡса эшләй һәм үҙен дә, балаларын да, хатта ейән-ейәнсәрҙәрен дә фәҡирлектә ҡалдырмаясаҡ. Хәҙерге көндә "Тырыш­ҡан − табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр", "Тиндәрҙән һумдар йыйыла" тигән мәҡәлдәр бик тә актуаль. Барыһы ла үҙебеҙҙең тырышлыҡтан һәм һаулыҡтан тора!

Рәйлә САБИТОВА, Өфө ҡалаһы:
– Мин былай ҙа фәҡирлектә йәшәйем.

Заһит ҡУНАФИН, Өфө ҡалаһы:
– Фәҡирлек – ул күп нәмәнең һөҙөмтәһе, быға сәбәп итеп ялҡаулыҡ, түҙемһеҙлек, үҙ-үҙеңде ихтирам итмәүҙе һанап китергә кәрәк.
Алдан күрә белеү һәләте бирелмәгән, берәү ҙә, бындай хәлгә төшмәҫмен, тип ныҡлы әйтә алмай.
Нисек кенә булмаһын, кеше үҙенең алдындағы офоҡтарҙы ни тиклем киңәйтә ала, уның хыялдары һәм маҡсаттары ла шул тиклем юғары һәм бейек. Фәҡирлектән ҡасыу − хәрәкәт итеү, хәрәкәт ваҡытында бындай уйҙарға ваҡыт ҡалмай.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Фәҡирлектән барыһы ла ҡурҡа. Ярлылыҡ насар кейем, ҡаты-ҡото тамаҡ булыуҙан ғына түгел. Мәҫәлән, СССР мәлендә лә ярлы кешеләр булған, тик уларҙы бер кем дә кәмһетмәгән. Улар балаларына белем бирә алған, бушлай торлаҡ һәм дауаланыу менән тәьмин ителгән. Һәм ярлылыҡтан сығыу мөмкинлегенә эйә булғандар. Ә бөгөнгө дәүләттә фәҡирлек − хоҡуҡһыҙлыҡ, түбәнһетелеү, мәсхәрәләнеү, хурланыу. Иң ауыры, бәхетле, бай тормош булдырыр­ға хәлеңдән килмәһә, балаларың да ошо ҡараңғы, өмөтһөҙ донъяла йәшәйәсәк. Был, ысынлап та, бик ҡурҡыныс...

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға