«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡошҡайҙарға ни булған?



16.10.2012 Ҡошҡайҙарға ни булған?

Ҡошҡайҙарға ни булған?
Өфөнөң Октябрь проспекты янында урын­лаш­ҡан Кольск урамында тротуарҙа үлеп ятҡан бик күп ҡарабаш турғай табылған. Үлгән ҡоштар шул тиклем күп, улар хатта тротуарҙы тултырып тиерлек һибелеп ятҡан. Бер нисә тиҫтә ҡарабаш турғайҙың бер үк урында һәм ваҡытта һәләк булыуы сәбәбен асыҡлай алмайҙар әле. ҡошҡайҙарҙың имгәнгән, яраланған урындары ла күренмәй.
ҡоштарҙы өйрәнеүселәр был хәлде бер төрлө лә аңлата алмай. ҡарабаштар бөтәһе бер юлы ниндәй­ҙер аҙыҡ ашап ағыуланған, тип әйтер инең – улар урман ҡоштары, тамаҡтарын шунда туйҙыралар. ҡоштар урманда ағыуланған осраҡта ҡалаға тиклем осоп килеп үлмәҫтәр ине бит инде. Уларҙың көҙ көнө үк Өфө уртаһына килеп инеүе лә аңлашылмай – ҡарабаш турғайҙар ҡалаға сатнама һыуыҡтарҙа, урманда аҙыҡ ҡалмағанда ғына килеүсән. Был ҡоштарҙың бер урынға шул тиклем күп тупланыуы ла сәйер. ҡағиҙә булараҡ, улар айырым-айырым осоп йөрөй. ҡыҫҡаһы, күптәр был хәлде ниндәйҙер мөғжизәгә бәйләй.
Меҫкен ҡоштарҙың нишләп күпләп үлеүен асыҡларға тырышалар. Артабан да ҡабатланмаһын өсөн әлеге хәлде ныҡлы тикшерергә кәрәк.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға