«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тәбиғәтебеҙгә ҡурҡыныс янай



16.10.2012 Тәбиғәтебеҙгә ҡурҡыныс янай

Башҡортостан Республикаһы экологик-иҡтисади индекс буйынса 54-се баҫҡыста тора. Уникаль тикшереү 2012 йылда Рус географик ойошмаһы ярҙамында «Яңылыҡтар» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды тарафынан уҙғарыл­ған.
Был исемлектә тәбиғәт юҡҡа сыға барған төрлө ҡаҙылмаларға бай төбәктәр һуңғы урындарҙы биләй. Рейтингтың тәүге урындары илдең аграр төбәктәренә тура килә. Беренсе урынды Алтай Республикаһы яулаған. «Алтайҙа урман запасының күп булыуы һәм белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спортҡа ҙур күләмдә аҡса тотонолоу арҡаһында төбәк тәүге урынды биләй», – ти тикшереүселәр.
Исемлектә барлығы 83 баҫҡыс. Башҡортостан уртала – 54-се урында тора, Татарстан – 53-сө. Күрше Свердовск өлкәһе – 64-се, ә Һамар 62-се позицияла килә. Рейтингты Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец Автономиялы Округтары тамамлай. Был төбәктәрҙең файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыуҙа өлөштәре иң юғары, шуға күрә уларҙың тәбиғәт ресурстары ҙур темпта юҡҡа сығарыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға