16.10.2012 Береһенә – штраф, ҡалғандарына – колония
Хәмер арҡаһында әҙәм балаһы күпме бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарый! Уның тик насарлыҡ килтереүен белә-күрһәк тә, эскелек һаҙлығына батыусылар һаны кәмемәй. Эскән кешене шайтан ҡоторта, тиҙәр халыҡта. Өфөлә йәшәүсе, слесарь булып эшләүсе ирҙе лә ана шул аҙҙырған, күрәһең. Уның бик эскеһе килһә лә, бер үҙе табын ҡорорға күңеле бармай. Араҡы, бутербродтарын ала ла төнгө урам буйлап үҙенә шешәләштәр эҙләргә тотона. Юлына 16 һәм 17 йәшлек малайҙар тап була. Ирҙең тәҡдимен ҡыуанып ҡабул итәләр. Малайҙар икеһе лә күптән полицияла иҫәптә тора. Кесеһе урлашҡаны өсөн колонияла ултырып та сыҡҡан.
Яңы “дуҫтар” бер йорттоң подвалында араҡы һемерергә тотона. Күңелле генә гәпләшеп ултырғанда, ир малайҙарҙың йәшерәген кәмһетергә тотона. Тегенеһе түҙмәй, уға бер нисә тапҡыр тондора. Яуап итеп, ир ерҙә ятҡан тимер киҫәге менән уның ҡолаҡ тәңгәленә һуға. Шул саҡ уның кеҫәһенән телефоны төшөп китә. Үҫмерҙәр шуны эләктерә лә тайыу яғын ҡарай.
Малайҙар травмпунктҡа йүнәлә, ә ир полицияға ғариза яҙырға китә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре малайҙарға ҡарата урлашҡаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғата. Ә слесарь иргә ҡарата бәлиғ булмағандарға араҡы эсергәне өсөн административ протокол төҙөлә һәм штраф һалына.
Г. АЙҘАРОВА.