«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Була бит шундай ханымдар…



16.10.2012 Була бит шундай ханымдар…

Был тормошта төрлө кешеләр була, берәүҙәре ҡамғаҡ кеүек, ел ҡайһы яҡҡа иҫә − шул яҡҡа тәгәрәй, икенселәре тәрән тамырлы бейек ағас кеүек, ел иҫкәндә бөгөлһә лә, һынмай, кире турая, ә өсөнсөләре, мәғрур ҡаялай, хатта елгә лә иғтибар итмәй, ғорур һәм сабыр булып ҡала. Кешеләр төрлө, шуға яҙмыштары ла төрлө… Берәүҙәр ғүмер буйы нимәгәлер үкенеп, кемдәргәлер үпкәләп, рәнйеп, кемдәрҙелер әрләп, ғүмерен бушҡа үткәрһә, икенселәре һайлаған яҙмыштарына күнеп, һәүетемсә генә йәшәп ята, берсә улар­ға бәхет йылмая, берсә йылмаймай ҙа…
Ә өсөнсөләре һәр саҡ ниндәйҙәр яңылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла, бер кемгә лә ялағайланмай, бер кемдән дә ҡурҡмай, яҙмышына баш эймәй…
Мин ошо өсөнсөләргә ҡарап һоҡланам, эстән генә: «Их, шулар кеүек сая, баш бирмәҫ, көслө рухлы булһаң ине», − тип уйлайым. Тик күп ваҡытта икенселәр шикелле алтын уртаҡлыҡты һайлайым, минеңсә килеп сыҡмаһа, яҙмыштыр, тим.
Рус шағиры Н. Некрасов әйтмешләй, сабып барған атты ла туҡтатыр, янған өйгә лә инерҙәй бик шәп әхирәтем бар. Ул – Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы Миңнур Яңыбай ҡыҙы Амангилдина (Иҫәнгилдина). Уның менән 1985 йылдан танышмын. Ул минең курсташым. Уның менән пединституттың дөйөм ятағында ике йыл бер бүлмәлә йәшәп, бер телем икмәкте бүлешеп ашап, яҡшы бүлмәләш, серҙәш (һуңынан инде райондаш та) булдыҡ.
Миңнур алсаҡлығы, шаянлығы, бөхтәлеге, әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Шул уҡ ваҡытта ипле, йомшаҡ һүҙле, кешелекле, кеселекле лә. Шуғалыр ҙа дуҫтары ла күп.
Бүлмәләш, группалаш, курсташ, яҡташ дуҫтары…
Әхирәтемдең иң оҡшаған сифаттары − тура һүҙлелеге, тоғролоғо. Шул туралығы ҡайһы саҡта ҡамасаулап ҡуйһа ла, ул булмышына бер ваҡытта ла хыянат итмәне. Тағы ла бер сифаты (һәм был сифат бөгөн бик күптәргә етмәй) – үҙһүҙлелеге, үҙ-үҙенә ышанысы оҡшай миңә. Быны мин-минлелек менән бутарға ярамай.
Мәҫәлән, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән еренән ул тормошон ҡырҡа бороп, шәхси эшҡыуар булып китте.
Миңнур һаман да студент саҡтағы үткерлеген, саялығын юғалтмаған, әле лә мөләйем, йәш. Ул тормош иптәшенән дә уңды. Бер матурға − бер матур, бер егәрлегә − бер егәрле, бер яҡшыға − бер яҡшы, тип ике яртынан бер бөтөн, бер ғаилә төҙөлөүе фәрештәнең амин тигән сағына тура килгәндер…
Тормошҡа, бар донъяға нур һибеп, исемдәре есемдәренә тап килеп, йәшәй Миңнур һәм уның хәләле Йыһанур. ҡыҙҙары Миңлегөл – М. Аҡмулла исемендәге педуниверситеттың нәфис-графика факультетының 5-се курсында, Сөмбөл – Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курсында, ә инде кинйәләре Мораҙым 2-се класта уҡып йөрөй.
ҡыҙҙар әсәһенә оҡшап бөтмөр, егәрле булһа, Мораҙым спорт ярата, көрәш, бокс менән ҡыҙыҡһына, атаһынан күреп ҡулы ағас эшенә тартыла.
Уңған ғаилә Сибай ҡалаһы ситендә бик матур итеп өй һалып инде. ҡулы оҫта булғас, Йыһанурҙың мунсаһы ла ҡупшы итеп, семәрләп-биҙәкләп эшләнгән, ишек алды бик ныҡ уйлап, ҙур һәм иркен итеп ҡалдырылған, сөнки унда алмағастарға, грушаларға, сейә ағастарына, ҡарағат-крыжовник ҡыуаҡтарына ла урын табылған. Унан тыш, бик күп йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йыл да ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, һуған, боростары ишелеп уңа. Миңнур ишле ғаиләһенә ҡыш буйына етерлек итеп салаттар, компот, ҡайнатмалар эшләй.
Йыһанур һәм Миңнур кешеләрҙән заказдар ҡабул итә, тәҙрә рамдары, ишектәр, буралар бурап һаталар.
Миңнур оҫта итеп машина ла йөрөтә, шәхси «Газель» машинаһында иген, ярма ташып та кешеләрҙе ҡыуандыра.
Матур кеше бар яҡтан да матур. Миңнур ҙа, Йыһанур ҙа кешегә изгелекле, ярҙамсыл, булдыҡлы, эшлекле булыуҙары менән дә күркәм.
ҡыҫҡаһы, улар менән ғорурланам, улар өсөн ҡыуанам.
Яңыраҡ беҙ әхирәттәрҙән ҡоҙасаларға әйләндек. Миңнурҙың ҡустыһы менән минең бикәсем сәстәрен-сәскә бәйләне. Йәштәр бәхетле булһын. Тормош дауам итә…

Әлфиә ИЛЕМБӘТОВА.

Хәйбулла районы,
Әбеш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға