«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » УРАНЛЫ УРАЛ ХАЛЫҠТЫҢ ҒҮМЕРЕН УРЛАЙ



12.10.2012 УРАНЛЫ УРАЛ ХАЛЫҠТЫҢ ҒҮМЕРЕН УРЛАЙ

«Губернатор»ҙа ҡунаҡта
УРАНЛЫ УРАЛ ХАЛЫҠТЫҢ ҒҮМЕРЕН УРЛАЙ
Салауат совхозында бөгөн берҙән-бер шәхси хужалыҡ ҡалған. Утыҙ йыл самаһы элек, Магнитогорск металлургия комбинаты утар халҡы тир түккән урман участкаһын тәьмин итеүҙән туҡтағас, урындағылар үҙәккә, цивилизация хөкөм һөргән ерҙәргә күсенә башлай. Тәүҙә урыҫтар, унан яйлап башҡорттар ташлап китә совхозды. Бында ни бары бер ғаилә тороп ҡала. Фуат Нуретдинов Губернатор урамында көн иткәнгә күрә үҙенә ошондай уҡ яңғырайышлы ҡушамат таҡҡан халыҡ. Өс йыл элек әбейе совхоздан алыҫ түгел ерҙә аварияла һәләк булғас, бабай шыпа яңғыҙы ҡалған. Электр уты юҡ, оло ер менән тик радио ғына бәйләй. Балалары күрше-тирә ауылдарҙа йәшәй. Күптән түгел бабайҙың күршеһендә, туристик үҙәк ойошторам тип, егерлыҡ исемен алып, бер эшҡыуар йорттар төҙөгән. «Үҙәк»тә күбеһенсә ҡала кешеләре типтерә, һунар өлкәһендә һуңғы яңылыҡ булып иҫәпләнгән техникаһы һәм ҡоралдары менән ярышырға яратыу­сылар «ял» итә.
Берҙән-бер көндө күршенең бер йорто янып киткәс, ут төртөүҙә бабайҙы ғәйепләйҙәр. Полицей­скийҙар Фуат апаны һорау алырға район үҙәгенә алып китә, тик ғәйеп таға алмайҙар һәм ҡайтарып ебәрәләр. Бабай, бәләһенән баш-аяҡ тип, хәҙер күршеһенә яҡын да бармай һәм аралашмай.
Үҙемде «Йәшлек» гәзитенән тип таныштырғас, ҡарт кешенең йөҙө яҡтырып китте:
– Мин һеҙҙең гәзитте алдырам, бик ҡыҙыҡлы баҫма, афарин, гел шулай тура һүҙле булып ҡалығыҙ! «Йәшлек»те яратып уҡыйым, маладистар!
Баҡһаң, ул пенсияһы артынан Буранғол почта бүлексәһенә барған саҡта үҙе яҙылған төрлө гәзит-журналдарын да алып ҡайта икән. Кемдер төпкөлдә яңғыҙы йәшәүсене белемһеҙ тип уйлар, ә бабай заманында Ленинград ҡалаһында Урман академияһын тамамлаған. «Йәшлек»тән тыш сәләмәт тормош тураһында айлыҡ журналды ҡыҙыҡһынып уҡый. Үҙ һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң, был төпкөлдә ашығыс медицина ярҙамына һис ышанып булмай. «Минең бер ҡасан да духтырға мөрәжәғәт итмәүемдең сәбәбе – алтын тамыр төнәтмәһен эсеүҙә», – ти 74 йәшлек урындағы «Робинзон».
Яйлап ҡына Фуат апанан радиация хаҡында ниҙәр белеүен һорашабыҙ.
– Өс япраҡҡа оҡшаған һары-ҡыҙыл билдәләр эленеп торҙо, ана, береһе Үҙәнбаш яғына урманға инеп киткән юл сатындағы ағасҡа ҡатылғайны. Тағы береһе – баҫыу ситендә, икенсеһе зыярат аръяғында булды. 2003 йылда Өфөнән килеп, уларҙы һүтеп алып киттеләр. Халыҡтың һорауы буйынса райондың экология хеҙмәте лә килеп киткәйне. Бушҡа борсолмағыҙ, бер ниндәй ҙә радиация юҡ, тип тынысландырҙылар. Шулай ҙа йыл һайын Мәскәүҙән белгестәр килеп, ниндәйҙер тикшереүҙәр уҙғара. Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, барыһы ла яҡшы икән, ниңә йыл да артыҡ мәшәҡәтләнергә?
Бынан дүрт тиҫтә йыл элек ауыр хәрби техниканың тегеләй-былай үтеп йөрөүен яҡшы хәтерләй Фуат Нуретдинов. ҡырҡты аша Салауат совхозы – Йәлембәт маршруты (Бөйөк Ватан һуғышынан һуң әсир немецтар һалған юлдың 70-се йылдарҙа ҡараулы сағы була, әле ул ташландыҡ хәлдә) буйынса хәрби машиналар хәрәкәте өҙөлгәс, радиация билдәләре эленеп ҡуйыла ла инде.
«Йыл да был тирәгә төрлө шикле әҙәмдәр килә, – ти ул. – Ошо координаттар ҡайҙа, был нөктәгә нисек барырға, тип ҡыҙыҡһыналар. Мин иң тәүҙә уларҙың дүкәминттәрен һорайым, тота килеп белмәгән кешегә нисек барыһын да аңлатып, һөйҙәп торайым инде». Ошо рәүешле утарын үҙенсә ҡурсалаған, һаҡлаған була бабай.
Фуат бабай, килеүселәрҙең араһында Ринат Мәһәҙиевтың булыуын белгәс, «Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына. Һинең менән күптән танышып-һөйләшергә теләй инем», – тине. ҡарттың Ринат Таңатар улынан ниндәйҙер кәңәш һораған сағында ситкә китеп тороуҙы хуп күрҙем.
УРАНЛЫ УРАЛ ХАЛЫҠТЫҢ ҒҮМЕРЕН УРЛАЙ

Ветеринар-санитар нормаларға яуап
бирмәгән себер язваһы ҡәберлеге

ҡайтыр юлға сыҡҡас, Исхаҡ ауылының ситендә кәртәләнгән, тик ҡоймаһы урыны-урыны менән емерелеп ятҡан ташландыҡ ергә иғтибар иттем. Баҡһаң, өйҙәргә терәлеп торған был урында 1953 йылда себер язваһы сығанағы булған. Мал аша ауырыу йоҡтороп үлгән кешеләрҙең йорттарын яндырып, малдары менән ошонда күмгәндәр.
Себер язваһы (түләмә) ҡәберлектәре дәүләт ветеринар хеҙмәте тарафынан тикшерелеп торорға тейеш икәнлеген кемгәлер аңлатып тороу урынһыҙ. Бындай хәүефле урындарҙы йылына кәмендә ике тапҡыр ныҡлап ҡарау зарур. ҡәберлек һаҡлағыс бетон саркофаг менән ҡапланырға, биләмә ҡойма менән уратып алынырға тейеш. Сөнки себер язваһын барлыҡҡа килтереүсе бактерияның (бацилланың) иң мөһим үҙенсәлеге – ул тышҡы мөхиттә (тупраҡта, һыуҙа) оҙаҡ ваҡыт һаҡланып ҡала һәм ауырыу тыуҙырыу һәләтен юғалтмай. Вирус тышҡы мөхиттә хатта ҡайнатыуға бирешмәгән тышса барлыҡҡа килтерә. Кеше мал тәрбиәләгәндә йә уны һуйғанда зарарланыуы ихтимал, йәнә вируслы тупраҡ менән булышҡанда, ер ҡаҙғанда әлеге сиргә юлығырға мөмкин.
Был бик ҡурҡыныс инфекцион сиргә тарыусылар үлә, тере ҡалғандары бик ҡатмарлы процедуралар аша дауалана.
Исхаҡ ауылындағы ярым емерек себер язваһы ҡәберлегенең биләмәһенә мал инеп, рәхәтләнеп үлән ашай ала, бәләкәй балаларҙың да тыйылған урынға инеп уйнауы мөмкин. Бындағы хәүеф барлығын белдергән «Очаг сибирской язвы, 1953 год» тигән яҙыу ҙа юғалған. Ни ғәләмәт, халыҡ һаулығына ҡурҡыныс янаған урындарҙы белдергән билдә-яҙыуҙарҙың барыһы ла юҡҡа сыҡҡан! Ветеринар-профилактик вайымһыҙлыҡ арҡаһында, тейешле органдарҙың битарафлығынан ғәйепһеҙ ғүмерҙәр ҡыйылмаһын, шул ғына...

Беҙҙә – халыҡ-ара атом сүплеге

Радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү проблемаһы бөгөн һәр кемгә билдәле. Беҙҙең «аҡыллы» баштар сит ил АЭС-тарының файҙаланылған яғыулығын (отработанное ядерное топливо – ҡыҫҡаса, ОЯТ) Рәсәйгә индереп, аҡса эшләү хаҡында көнө-төнө хыяллана. Атом министрлығы чиновниктары вәғәҙә итеүенсә, йәнәһе, бер тоннаһына бер миллион доллар һорап, анһат ҡына бик ҙур суммала аҡса эшләргә мөмкин. Ә файҙаланылған ҡалдыҡтарҙан тик атом бомбаһы ғына ҡурҡынысыраҡ. Улар үлем ҡурҡынысын йөҙәр йылдар буйы һаҡлай. Әлегә ядро ҡалдыҡтарын хәүефһеҙ һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса донъяла бер ниндәй ҙә технология уйлап табылмаған.
Был ҡалдыҡтар барлыҡ илдәрҙә атом индустрияһының үҫешенә аяҡ сала, йәғни бөтә донъя атом сәнәғәте үҙ эшмәкәрлегенең ҡалдыҡтарына күмелеп бара. ҡалдыҡтарҙың хәл итеп булмаҫлыҡ проблемаларын иҫәпкә алып, үҙенең биләмәһендә халыҡ-ара атом сүплеген ойошторорға ризалашасаҡ илде оҙаҡ эҙләнеләр. ҡыҙғаныс, был ил беҙҙең Рәсәй булып сыҡты, перспективабыҙ эс бошорғос – Атом министрлығының планы буйынса киләһе 10 йыллыҡта илгә 20 мең тонна Германия, Италия, АҡШ һәм башҡа илдәрҙең радиация ҡалдыҡтары индереләсәк. Ил граждандарының 93,5 проценты был эшкә протест белдерһә лә, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ыжламай ҙа, закон проекттарын ҡабул итте. Йәнәһе, башҡа илдәр­ҙең бысрағын ҡабул иткән өсөн «компенсация» беҙҙең атом индустрияһын үҫтереүгә тотоноласаҡ һәм был өлкәлә күпкә алға китәсәкбеҙ.
Рәсәй, ярлы, меҫкен ил, аҡсаға ҡыҙығып, сит илдәрҙең хәүефле, юғары радиациялы матдәләрҙән торған «коктейл»ен эшкәртәсәк. Беҙҙә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн берҙән-бер урын – Силәбе өлкә­һендәге «Маяҡ» производство берекмәһе. Эйе, эйе, Чернобыль аварияһы мәлендә атмосфераға ташланылған радиацияға ҡарағанда 8 тапҡырға күберәк бысранған, ҡорамалдар бик ныҡ иҫкергән, планеталағы иң бысраҡ урын тип билдәләнгән «Маяҡ»ҡа ташыясаҡтар сит илдәрҙең радиоактив ҡалдыҡ­тар­ҙы. Рәсәй экологтары, сит илдәр­ҙәге коллегаларынан айырмалы, был афәт хаҡында әллә ни шау-шыу тыуҙырмай. Уларҙың да араһында аҡса өсөн йәнен фиҙа ҡылыусылар етерлек инде. Шулай булмаһа, рәсми булмаған атом ҡалдыҡтары ҡәберлектәре хаҡында мәғлүмәттәр­ҙе улар ете йоҙаҡ аҫтында һаҡлар инеме?
Уралды донъя кимәлендәге атом ҡалдыҡтары сүплегенә әйләндер­ҙеләр... Икенсе Швейцария тип һаналған хозур ерҙәрҙең онкологик статистикаһынан сәс үрә тора...

Лилиә ХӘЛИТОВА.
(Аҙағы. Башы 77-се һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға