«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тамамланмаған һабантуй



12.10.2012 Тамамланмаған һабантуй

Был һабантуйға етмеш йыл­дан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул бөгөнгөләй иҫемдә.
… Бер нисә көн элек кенә яҙғы сәсеү тамамланды. Ауыл халҡы һабантуй тип мәж килә. ҡатын-ҡыҙҙар − бүләктәр, малай-егеттәр ат сабышына әҙерләнә. Һабан­туйҙың ойоштороу комитеты ағзалары күрше ауылдан ҡунаҡтар саҡыра, майҙанды ҡарай.
Байрамды Йәнбирҙе яланында ойошторорға булдылар. Иртәгә һабантуй тигән көндө егеттәр ауылдың үрге осондағы тирәклектән оҙон тирәк ҡырҡып, уны өс оҙон арбаға тейәп алып килеп майҙандың уртаһына һалды. Бер нисә егет бағана ултыртырға тәрән соҡор ҡаҙҙы. Беҙ, ваҡ малайҙар, арба менән йылғанан эре таштар килтер­ҙек. Иртәгәһен иртә менән бағананы ҡабығынан таҙартып, ныҡ итеп һабынлап, осона хром итек элгәндән һуң, уны соҡорға төшөрөп, тупраҡ ҡатыш таштар менән күмеп, төйгөсләп ҡуйҙылар. Икенсе урынға тоҡ менән һуғышыу өсөн ике йыуан бағананы ергә соҡоп ултыртып, өҫтөнә ултырыр өсөн йыуан бүрәнә беркеттеләр, арыраҡ оҙонлоҡҡа һикереү өсөн өс метр оҙонлоғонда соҡор ҡаҙып, уны һыу менән тул­тыр­ҙылар, матур ғына тигеҙ үләнлектә милли көрәш өсөн майҙан билдәләнеләр, эргәһенә еңеүсе-батырға ҙур ғына һарыҡ тәкәһен дә бәйләп ҡуйҙылар, арыраҡ көршәк ватырға ла урын әҙерләнеләр. Ситтәрәк биҙәлгән тирмәләр ҡо­рол­ған, сит ауылдар­ҙыҡы ла бар ине шикелле.
Тирмәләр эсендә аш-һый әҙерләгән апайҙар ҡымыҙ бешә. Һалҡын шишмә буйындағы ҙур ҡарама күләгәһендә дүрт-биш ҡаҙанда ит бешә, самауырҙарҙа сәй ҡайнай. Ағас күләгәләрендә бәйге аттары сабышырға әҙер тора. Бикес, ҡолсора, ҡайып, Сәңкем ауылдарынан да күп кенә ҡунаҡ килгән. Ауыл советы рәйесе Николай Алексеев байрамды асып, һүҙҙе колхоз рәйесе Абдулла Ишемғолов­ҡа бирҙе. Ул сәсеүҙе уңышлы та­мамлап, бесәнгә әҙерлек тураһында һөйләне, сәсеү алдын­ғыларына бүләктәр тапшырғас, байрамды башлайбыҙ тип, ойоштороу комитеты рәйесе Рәшит Килсуринға баш ҡаҡты. Рәшит ағай ҡыҫҡаса байрамдың программаһы менән таныштырғас, байрамды ат бәйгеһенән башлайбыҙ, тип әйтеүе булды, утыҙлаған һыбайлы кему­ҙар­ҙан уҡ кеүек алға атылды. Улар Йәнбирҙе яланын ун мәртәбә урап сығырға тейеш. Аттар сабышҡан арала башҡа урындарҙа ла ярыштар башланды. Бағанаға менеп, хром итекте алам тип, байтаҡ ҡына малай, егет, хатта ирҙәр ҙә маташып ҡараны, әммә улар­ҙың береһе лә бағананың осона тиклем менә алманы. Оҙаҡ ҡына ярыша торғас, минән дүрт йәшкә оло Ғәйзулла бағананың осона менеп, теге хром итекте ергә ырғытты ла, тиҙ генә төшөп кейеп тә алды.
Милли көрәш бик ҡыҙыу барҙы. Унда бала-сағанан башлап оло йәштәге ағайҙар ҙа көс һынашты. Мин дә көрәштә ҡатнашып, күп кенә тиҫтеремде еңеп, бүләккә таҡыя алдым. Оло малайҙар араһында ҡорбан ағайым еңеүсе булып, яңы салбар менән бүләкләнде. Егеттәр һәм ирҙәр араһында утыҙ һигеҙенсе йылда япон һуғышында ҡатнаш­ҡан Хисмәт ағайға тиң көрәшсе булмағандыр. Беҙ, малайҙар, уның унлаған әзмәүерҙәй баһадирҙы ике-өс метрға алып бәреүен һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Аҙаҡ Хисмәт ағай­ға ҡаршы оло кәүҙәле, киң яурынлы бер ағай сыҡты. Ул милли көрәш буйынса район чемпионы икән. Улар бик оҙаҡ бер-береһенә билдәрен бирмәйсә көрәште. Теге район чемпионы бик оҫта булып сыҡты. Хисмәт ағай уны башҡа көрәшселәрҙе күтәреп бәргән кеүек үҙе аша ырғытырға тырышһа ла, булдыра алманы. Бына айҡаша торғас, теге чемпион беҙҙең Хисмәт ағайҙы күтәреп, ергә һалды. Хисмәт ағай ятҡан урынынан һикереп тороп, теге чемпиондың үҙен ике-өс метр­ға быраҡтырмаһынмы! Теге ағай аптырап ҡалғандыр инде, бер аҙ аңына килә алмай ултырҙы ла, яңынан Хисмәт ағайға ташланды, бер нисә мәртәбә күтәреп маташһа ла, еңә алманы. Байтаҡ ҡына көрәштеләр, арып та киттеләр шикелле. Айҡаша торғас, Хисмәт ағай чемпионды ҡапыл күтәреп яурынына һалды ла, башы аша ырғытты. Чемпион уңай­һыҙланып ҡына урынынан торҙо һәм Хисмәт ағайҙың ҡулын ҡыҫты. Ағайыбыҙҙың оҙон мөгөҙлө ҙур тәкәне яурынына һалып торғаны әле лә хәтеремдә.
Хисмәт ағай тураһында уның замандаштары легенда ла һөйләй торғайны. Хеҙмәттәше Вәхит ағай түбәндәгеләрҙе һөйләгән: Көнсығышта хеҙмәт иткән осорҙа, утыҙ етенсе-утыҙ һигеҙенсе йылдар­ҙа япондар менән һуғышҡанда, Хисмәт самурайҙарҙың бер нисәүһен штык менән сәнсеп алып, бесәнде кәбәнгә ырғытҡан кеүек ырғыта. «Унан күрмәксе мин дә самурайҙы ырғытайым тип ҡараһам, бер ҙә булдыра алмайым, сәнсеп алыуын алдым да, тик уны күтәреп Хисмәт кеүек бәреп булмай, самурай тыпырсына башлай, йә штыктан ысҡынып, миңә атырға маташа. Шул саҡта Хисмәт ҡапыл килеп сығып самурайҙың башына мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып үлтерер ине». Икенсе бер хәбәр иҫемдә ҡалған. Колхозда яҙғы сәсеү тамамланғас, Хисмәт ағай икенсе бер ир менән бәхәсләшкән. Бәхәстең шарты буйынса ул Наҡаҫ йылғаһы аша егеп йөрөгән атын елкәһенә һалып алып сығырға тейеш булған. Башҡалар йылғаны һыбай кискән, ә ул, ысынлап та, атты елкәһенә һалып алып сыҡҡан.
Ә тоҡ кейеп йүгергәндә Ғәли ағай Иҙрисовҡа етеүсе табылманы. Оҙаҡ та үтмәне, ат сабышы тамамланды. Колхоз идараһы айғырында Сабир беренсе булып килеп, ҙур бүләккә лайыҡ булды. Ә көршәк ватыусылар­ҙан һуҡыр Ғилмет­дин иң оҫтаһы тип табылды. Арҡан тартышыусылар араһында мышыр Сәйфулла иң көслөһө булып сыҡты. Ул бер үҙе биш-алты ир-егетте һөйрәп алып китте.
Байрамдың иң ҡыҙыу мәлендә ауыл советы рәйесе Николай ағайға бер ҡыҙ ҡағыҙ бирҙе. Рәйес ҡағыҙҙы уҡып, немец фашистары беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башлаған, байрамды туҡтатабыҙ, бер-ике сәғәттән күптән түгел армиянан ҡайтҡан егеттәр, көрөшкә, сеүәтә, икмәк алып, ауыл советы янына йыйылһын, тине. Төштән һуң унлаған ир фронтҡа китергә әҙер булып, ғаиләләре менән баҫып тора ине, уларҙы бар халыҡ ҡашҡар тауын менгәнсе оҙатып барҙы.
Ошо көндән башлап ауыл халҡы көн һайын тиҫтәләгән ирҙе ҡашҡар тауынан оҙатты. Һуғыш башланғандың тәүге көндәренән үк колхоз фронтҡа йөҙәрләгән яҡшы атын ебәрҙе. Яу оҙаҡ бармаҫ, тиҙҙән бөтөр, тиһәләр ҙә, оҙаҡҡа һуҙылды. Һуғыштың тәүге айҙарынан уҡ ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ»ҙар ҙа килә башланы.
Ауылдың бар халҡы дошманды еңергә тигән лозунг аҫтында колхоз яланында көнө-төнө эшләне. Беҙ ҙә, бәләкәй булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, берҙәм булып утауға, бесәнгә, әсәй­ҙәргә ярҙамға ураҡҡа йөрөнөк, көлтә ташыныҡ, башаҡ йыйҙыҡ. Уҡыу башланғас та төрлө дарыу үләндәре йыйып, район үҙәгенә оҙаттыҡ. Һуғыштың икенсе-өсөнсө йылдарында инде илле йәшлек ирҙәр – фронтҡа, ә унан ололары хеҙмәт армияһына китеп бөткәс, барлыҡ бала-саға, йәш үҫмер колхоздың төп эшселәренә әйләнде. Күптәребеҙгә уҡыуҙы ташлап, эшләргә лә тура килде. ҡыштарын көл йыйып, колхоз яланына сығар­ҙыҡ, иген һуҡтыҡ, урман ҡырҡтыҡ. Дүртенсе-бишенсе кластарҙа уҡы­ғанда һуғыштан яраланып, бер аяғын ҡалдырып ҡайтҡан Рәшит ағай Ғәббәсов хәрби һөнәргә өйрәтте. Ағас мылтыҡ, граната аҫып, окоптар ҡаҙып, һөжүмгә барырға, дошман менән көрәшеү алымдарын өйрәнә инек. Ә ун биш-ун алты йәшлек малайҙарҙы ҡыш буйына район үҙәгенә йыйып, хәрби хеҙмәткә өйрәтәләр ине.

Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға