«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өс ҡатын. Өс яҙмыш



12.10.2012 Өс ҡатын. Өс яҙмыш

Валентина Павловна
Таҡта кеүек яп-ябыҡ, муйыны балерина­лар­ҙыҡы кеүек оҙон ханым Кемерово ҡалаһынан егерме йәшлек улы менән ял итергә килгәйне. Тәүге биш көндө улар гел икәү бергә йөрөнө: экскурсияларға, пляжға, киске шоу-программалар ҡарарға... Алтынсы көндө өс күңелсәк йәш ҡыҙ йөҙгә-башҡа һөйкөмлө күҙлекле егетте үҙҙәренең өҫтәле янына саҡыр­ҙы. Егет, әсәһенә инәлесле ҡараш ташлағас, әсәһе уға, бар, тигәндәй эйәген ҡаҡты. Беҙ Гөлнахар, Зөлфиә апай менән күрше өҫтәл артында урынлашҡайныҡ, шуға ла яңғыҙ һерәйеп ултырып ҡалған ханымды үҙебеҙҙең компанияға саҡырҙыҡ. Текә генә күренгәс, килмәҫ, тип уйлағайным, ләкин ул һыулы стаканын алып, яныбыҙға күсте. Зөлфиә апай бар ҡағиҙәһе буйынса һорау алыу ойошторҙо: «Кем? ҡайҙан? ҡасан?» һ.б., һ.б. Валентина Павловна, был икәүҙән айырмалы рәүештә, һәләк бәхетле генә йәшәп ята икән. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән, махсус музыкаль белемле, музыка училищеһында балалар уҡыта, тормошта, ире лә шул уҡ училищела эшләй.
− Мин тәүҙә училище бөттөм, аҙаҡ эшләп алдым, унан һуң консерваторияға уҡырға индем. Кейәүгә һуң ғына сыҡтым. Әбейҙәрем, һуң сыҡһаң да уң сыҡ, тип теләй торғас, егерме биш йәшемдә Володеньканы тап иттем. Ул минән ун йәшкә кесе. Хәҙер генә ҡатындар үҙҙәренән йәшерәктәргә кейәүгә сыға. Ә минең осорҙа был турала уйларға ла мөмкин түгел ине. Миңә дәрескә йөрөй торғас, бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ, ләкин хистәребеҙҙе асманыҡ, аңлашманыҡ. Ул армиянан ҡайтҡас, осраштыҡ та, тағы өс йыл дуҫлашып йөрөнөк. Уның да, минең дә атай-әсәй дуҫлығыбыҙға тәүҙә ҡырҡа ҡаршы инеләр, әммә һуңынан күнектеләр. Шулай итеп, утыҙ өс йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Володенькам, иң кәмендә өс бала кәрәк, тиһә лә, бер генә бала таба алдым. Уныһы ла мөғжизә. Балалар аналығы, тигән диагноз ҡуйғайнылар, әллә ниндәй мөғжизә менән ауырға ҡалдым. Улыбыҙ − беҙҙең йәшәү мәғәнәһе.
Валентина Павловна тыштан һалҡын, эре күренһә лә, аралашыуҙа ябай, ихлас булып сыҡты. Ул күп уҡыған, зыялы кеше. Их-х, йәл, бында пианино юҡ, һеҙгә уйнап ишеттерер, күңелегеҙҙе асыр инем, тип көйәләнгән Валентина Павловнаны Зөлфиә апай бүлде:
− ҡуй, кәрәкмәй, − әйтерһең дә, музыкант ҡатын уйнай ҙа башланы, танауын сирҙы. − Башты ауырттырып ни.
− Ә мин ғүмерҙә лә концертҡа барғаным, тере музыка тыңлағаным юҡ, − тине Гөлнахар.
− Һинең кишлакта ниндәй тере музыка булһын, − татар апайы көлдө лә, аяҡ аҫтында уралған бесәйгә типте. − Кит бынан, бетеңде ҡойоп йөрөмә!
− ҡалай бесәйемә оҡшаған! − Валентина Павловна йөрәкһеп китте, саҡ мыраубай артынан тороп йүгермәне. − Ун алты йыл беҙҙә йәшәп, ғаилә ағзаһына әйләнгән бесәйебеҙ быйыл май айында үлде. Эй ҡайғырыуым!
− Башҡа ҡайғың булмағас ни, − тине Зөлфиә апай татарса кәйефһеҙ генә, − эт-бесәй үлде тип илап ултырмам да...
Ләкин Валентина Павловна уны ишетмәне, һөйләүен белде:
− Бесәй тип бер ваҡытта иҫем китмәгәйне, ғөмүмән, фатирҙа бесәй аҫрау минең өсөн нонсенс ине! Әммә... Ун алты йыл элек һөт-май алырға баҙарға сыҡтым. ҡыш көнө, зәһәр һыуыҡ. Бер прилавка янында ҡапта ике бесәй балаһы өшөп ята ине. Һөт һатыусы ҡатын, инәләре бында ҡайҙалыр йөрөй, тине. Алған эремсектән бесәйҙәргә өлөш сығар­ҙым да ҡайтып киттем. Үҙем ҡайтҡас та шул бесәй балаларын иҫтән сығара алмайым, шуларҙы уйлап тик йөрөйөм, йәлләйем. Икенсе көн Володенькаға, мин бесәй балаларын алып ҡайтам, тим. Ул ризалашмаҫ тип уйлағайным, ләкин ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәне, үҙ мәйелеңдә, тине. Баҙарға барһам, ҡапта бер генә бесәй балаһы ята, ҡалтырай, мыйылдаған тауышы сыҡмай. Икенсеһе туңып үлгән икән, ә инәйҙәре тәки килмәгән. Бесәй балаһын ҡуйыныма тығып алып ҡайттым да, иҫке шәлемә урап диванға һалдым, пипетка менән ауыҙына йылы һөт тамыҙҙым. Көнө буйы уны бала урынына ҡосаҡлап йөрөнөм, пипетка менән имеҙҙем. Йылынып алғас, моронон төртөп, мине еҫкәгән булды, күҙҙәрен безелдәтеп тирә-яҡҡа ҡараны ла миңә нығыраҡ һыйынды. Володенька ла, улым да бесәйҙе яраттылар. Ана шулай итеп ул беҙгә килеп эләккәйне. Ныҡ аҡыллы, тәртипле бесәй булып сыҡты, тик бер ҡасан бер ауырлыҡ тыуҙырманы тиһәм, алдау булыр. Ата бесәйебеҙ бер ваҡыт ныҡ мыяулап, ишекте тырнай, тәҙрәгә һикереп менеп, нимәлер талап итә башланы. Сығарып ебәргәйнек, өс көн юғалып торҙо. Аҙаҡ тырналып, ҡанға батып, ләкин шундай ҡәнәғәт ҡайтып тәгәрәне лә көнө буйы йоҡланы. Йыуындырып, йәрәхәттәрен дауалағанда, ул миңә рәхмәт әйткәндәй, һырпаланды, мырылданы. Хас та кеше кеүек, теле генә юҡ. Был сәйәхәттәре даими рәүештә ҡабатланып торғас, алты йыл элек бер инә бесәй һатып алдыҡ. Балаларын ҡайҙа тығырға белмәй аптыраныҡ: күрше-күлән, туған-тыумаса ҡалманы... Быйыл яҙ стерилизацияға алып барырға тип йөрөгәндә инә бесәйебеҙ юғалды ла ҡуйҙы бит, хәйер­һеҙ. Беҙҙең бесәй эй ҡайғырҙы! Ана шул юғалтыуҙан һуң ул мандый алманы шикелле. Мин үлемен шунан ғына күрәм.
− Бесәйҙәр ундай көслө тойғолар кисерә алмай! − Зөлфиә апай, һәр ваҡыттағыса, ҡәтғи. − Айырыуса ата бесәйҙәр. Ғөмүмән, ир-аттарға көслө, тәрән тойғо ят нәмә. Бигерәк тә тоғролоҡ уларға хас түгел.
Бәхәс ҡупты, тиһегеҙҙер, ләкин юҡ. Барыбыҙ ҙа ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай шымышып ҡалабыҙ. Ә сәхнә яғында, күңел ҡылдарын һыҙлатып, скрипка өҙөлә. Киске еләҫ ел диңгеҙ һауаһын асыҡ ресторанға килтерә. Беҙ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килеп, Антальяла осрашып танышҡан дүрт ҡатын, үҙ уйҙарыбыҙға сумабыҙ. Дүртебеҙ дүрт төрлө, төрлө яҙмышлы булһаҡ та, беҙҙе бер нәмә берләштерә − дүртебеҙ ҙә Төркиәгә ғашиҡ. Уның тәбиғәтенә, һауаһына, Аҡ диңгеҙгә, кешеләренә ғашиҡбыҙ. Шуға ла юлдарыбыҙ ошонда киҫешкән, осрашҡан. Ә шундай осрашыуҙар алда әле әллә күпме − тик бер урында туҡтап ҡалмаҫҡа, алға барырға кәрәк.

(Аҙағы. Башы 77, 78-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға