«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Насвай – наркоманияның тәүге баҫҡысы



12.10.2012 Насвай – наркоманияның тәүге баҫҡысы

Баш ҡаланың Үҙәк баҙары янында ҡышын да, йәйен дә тигәндәй ҡара халыҡ вәкилдәре насвай һатыу менән шөғөлләнә. Ары-бире үтеп йөрөгән “сауҙагәр”ҙәргә әленән-әле 10 – 15 йәшлек малайҙар килеп, аҡса һона, ә улары бәләкәс төргәккә һалынған насвай тоттора. Бындай нөктәләр республикала бик күп. ҡайһы берәүҙәр уны интернет аша ла һата. Был факттар тураһында хоҡуҡ һаҡсыларына еткереү һөҙөмтә бирмәй, насвай – рәсми рәүештә наркотиктар рәтенә индерелмәгән, тимәк, уны таратыусыларға ҡаршы көрәшеп булмай.
Насвай Азия илдәре мәҙәниәтенең бер өлөшө булһа ла, һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә тиҙ популярлашты. ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул беҙҙең илгә йылына 200 – 250 тонна индерелә. Һатыусылар насвайҙы зыянһыҙ, хатта файҙалы тип ышандыра. ҡиммәт булмаған хаҡҡа иркен һатылған матдә бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында киң таралды. Бәләкәй генә ҡабы ни бары ун һум тора! Етмәһә, үҫмер, тәмәке һәм спиртлы эсемлектән айырмалы рәүештә, насвайҙы еңел генә һатып ала. Уны берәү ҙә тыймай бит. Статистиканан күренеүенсә, кеше насвайға тиҙ өйрәнә, ә бер аҙҙан унда көслөрәк наркотикка күсеү теләге барлыҡҡа килә.
Профессор, онкоэпидемиолог А. Чаклин “Яман шештең төбәктәр­ҙә таралыуы” монографияһында, географик һәм климат торошона, урындағы йолаларға һәм ғәҙәттәргә таянып, халыҡтарҙың сирен өйрәнгән. Ул Урта Азияла ауыҙ ҡыуышлығы яман шешенең күп таралғанын билдәләгән. Сәбәбе – был яҡта тел аҫтына “наса” тип атал­ған матдә һалыу. Ошо уҡ күренеш Һиндостанда ла күҙәтелгән. Был илдең халҡы бетель тип атал­ған үҫемлектең япрағын эшкәртеп, уға тәмәке һәм эзбиз ҡушып сәйнәп йөрөй. Колумбияла тартыусы ҡатын-ҡыҙҙар йорт эштәрен башҡарғанда тәмәкенең утлы яғын ауыҙ эсенә ҡаба. Улар аңҡау яман шешенән яфалана.
Рәсәйҙә йөҙ мең кешегә ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡ яман шешенә тарыусы – 1,3 – 2,7, Урта Азияла – 4,3, Үзбәкстанда 8,7 процент тура килә. Ә Һиндостанда ул бөтә онкология ауырыуҙарының 52 процентын тәшкил итә. Үзбәк­стандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре асыҡлауынса, ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡ яман шешенә дусар булыусыларҙың 80 проценты насвай ҡулланған.
Был продукт нимәнән эшләнә һуң? Тәмәке йәки махорка, һүндерелгән эзбиз, дөйә йәки тауыҡ тиҙәге – насвайҙың төп компоненты. Эксперттар унда тағы ла кадмий, ҡурғаш, пестицидтар, селәүсендәрҙең йомортҡаларын тапҡан. Уның составындағы нейротоксик матдә кешене ағыулай.
Бөгөн насвайҙың хәүефһеҙлеге тураһында төрлө уйҙырмалар йәшәй. Шуларға туҡталайыҡ.
Насвай – таҙа продукт. Ул һаулыҡҡа зыян килтермәй. Респуб­лика ҡалаларында һатыл­ған нас­вай­ҙың химик составы тикшерелгән. Антисанитария шарттарында әҙерләнгән продукттың составында түбән сифатлы тәмәке, зыянлы элементтар табылған. Ә уның таҙалығы тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин? Насвай кешегә тик зыян килтерә.
Ул тәмәкене ташларға ярҙам итә. Насвайҙа тәмәкеләге кеүек үк никотин бар. Уның күләме әҙ булыуына алданырға ярамай! Насвай ҙа, тәмәке кеүек үк, яман шешкә килтерә.
Теш ауыртыуын баҫа. Нас­вайҙың составындағы эзбиз ауыҙ ҡыуышлығын яндыра, һөҙөмтәлә теш һыҙлауына тел, ауыҙ эсе ауыртыуы ла ҡушыла. Ошо ысулды ҡулланһағыҙ, кәмендә пародонтит, лейкоплакия, кариес, стоматит, гингивит һәм башҡа ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙары “хужаһы” булырһығыҙ.
Кеше уға өйрәнмәй. Насвай ҡулланған үҫмерҙәр әйтеүенсә, был алама матдәгә организм бик тиҙ күнегә һәм һәр ваҡыт күберәк доза талап ителә. Ә бер аҙҙан уларға башҡа көслө наркотик кәрәк буласаҡ.
Насвай наркотик түгел. Уны аңды томалаусы матдәләр исемлегенә индерергә була. Ул киндер, амфетамин, әфиүн кеүек үк йоғонто яһай. Насвай ҡулланған кешенең психикаһы һәм һаулығы ҡаҡшай, ҡиммәттәргә ҡарашы үҙгәрә, шәхес булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Насвай – наркоманияның беренсе баҫҡысы. Уны һатыусылар бер аҙҙан клиенттарын көслөрәк матдәгә ултырта, шул рәүешле кеҫәләрен ҡалынайталар.
Ул тыйылмаған. Ысынлап та, насвай тыйылған тауарҙар исемлегенә индерелмәгән. Тыйыл­маған рөхсәт ителгән тигәнде аңлатмай. Насвай һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Уның сифат тураһында таныҡлығы юҡ, дәүләт реестрында ла теркәлмәгән.
Уйҙырмаларға ышанырға ярамай, был бары реклама! Кеше­ләрҙең йомшаҡлығынан файҙаланып байығыусылар, балалар һәм йәштәр араһында ялған фекер тыуҙырып, яңы-яңы ҡорбандар эҙләй. Тимәк, бысраҡ ҡулдар­ға аҡса ағымы инә. Наркотик һатыу­сыларға сәләмәтлегегеҙҙә аҡса эшләргә юл ҡуймағыҙ! Ауға эләкмәгеҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға