«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәхет өсөн һиңә нисә һум кәрәк?



12.10.2012 Бәхет өсөн һиңә нисә һум кәрәк?

Бәхет өсөн һиңә нисә һум кәрәк?
йәки Йәмәғәт фекерен өйрәнеү фондына яуап биргән замандаштар “әллә ни күп һорамай”
ҡыҙыҡ һорау менән мөрәжәғәт иткән йәмәғәт фекерен өйрәнеүселәр. Бәхет, әлбиттә, һумдар менән генә иҫәпләнергә тейеш түгел, шулай ҙа яныҢда ана шул һумдарың булмаһа ла бәхетһеҙһең бит әле. Бына, дөйөм алғанда, Рәсәй кешеһе айына уртаса 107 мең һум эш хаҡы алһа, донъяһы сәпсим түңәрәккә әйләнә икән. Тик әлеге лә баяғы мәскәүҙәр­ҙең генә “ғорлаһы” киңерәк – уларға 120 мең һум аҡса кәрәк.
Бындай һорашыуҙар элек тә үткәрелгән булған. Былтыр ғына, мәҫәлән, халыҡ, бәхет өсөн кәрәк тип, ярайһы ғына түбән һанды күрһәткән. Йылдан-йыл нәфсе лә арта инде әллә? Бәлки, инфляция ғәйеплелер?
Шуныһы ҡыҙыҡ: илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр 52 мең һумды ярарлыҡ килем тип билдәләй. Бәхет өсөн кәрәккән һумдар түгел, ә “ярарлыҡ” төшөнсәһе генә. Был ысынында ҡалалағы уртаса хеҙмәт хаҡына тап килә. Тимәк, халыҡ үҙҙәренә кәрәкле аҡсаны ала. Ә бәләкәйерәк ҡалаларҙа кешеләр “нормаль килем”де 28 мең һум менән “тигеҙләй”. Был күрһәткес ҡайһы бер төбәктәрҙәге уртаса хеҙмәт хаҡынан да түбән.
Ошо уҡ ваҡытта, Рәсәй статистикаһы хәбәр итеүенсә, илдә ярлылар әҙәйгән. Икенсе кварталда йәшәү минимумы 6385 һум булған да, килеме шунан да түбәнерәк кешеләр 16,4 миллионға ҡалған. Беренсе кварталда ундайҙар 19,1 миллион кеше һаналған. Оптимистарса ҡараһаҡ, бер нисә йылдан йәшәү минимумынан да түбән килемлеләр бөтөнләй ҡалмаясаҡ та, бөтөнөбөҙҙөң кеҫәһе лә байлыҡтан бүҫелеп торасаҡ инде, ә?
Шулай ҙа бәхет өсөн күпме кәрәк һуң? Үҙемә түгел, күршегә күпме кәрәген һанарға була, ишеген шаҡыным.
Ул – әле урта йәштәргә етмәгән ҡатын – яңғыҙ йәшәй. Иң тәүҙә айлыҡ килемен нимәгә тотонғанын иҫәпләне. Уртаса эш хаҡы 16 – 17 мең һумға барып баҫа. Халыҡ араһында йыш була, шуға гел ҡупшы кейенергә кәрәк: ай һайын 1000 – 1500 һумын булһа ла кейемгә тотона. Косметикаға, шәхси гигиенаға 1000 һум аҡса китә, тине. Юлына, төшкә ашханала ашарына – 2600 һум. Фатиры ипотекаға алынған, коммуналь хаҡтар менән айына 8500 һум түләй. ҡалғаны өйөндә ашар өсөн аҙыҡ-түлеккә, башҡа кәрәк-яраҡҡа саҡ-саҡ етеп ҡала.
“Бәхет өсөн? Һи-и, миңә ни, ай һайын бер 30 мең һум килеп торһа, ыһ та, уф та итмәҫ инем!” Шулай булды яуап. Ул өҫтә яҙылған 107 мең һум тураһында хатта ауыҙ ҙа асмай. Бына бит, нәфсебеҙ улай уҡ ҙур түгел дә. Бюджет тармағында эшләүсе тағы бер-ике танышым да шул сумма – 30 мең һум – тирәләй хыял итә икән.
Ә бына үҙен һатыу буйынса менеджер тип таныштырған Динара ханымдың ихтыяжы ҙурыраҡ – ул фитнес залына ла йөрөй, автомобиль дә йөрөтә, кафеларға ла инеп сығырға тура килә, шуға тотона торған һумдары ла күберәк. “Миңә үҙемде бәхетле тойорға айына 60 – 70 мең һум кәрәк”, – тине ул.

Пессимистарса фекер йөрөтһәк…

Рәсәйҙә иҡтисад торошоноң хөртәйеүен фаразлайҙар. Халыҡтың байтағы киләсәккә хәүефле күҙҙәрен төбәгән. Эшҡыуарҙар ҙа бына-бына төшөнкөлөккә бирелер төҫлө.
“Финмаркет” агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡулланыусыларҙың ышаныс кимәле өсөнсө кварталда, икенсе квартал күрһәткесе менән сағыштырғанда, алты процентҡа тиклем төшкән.
Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, киләһе 12 айҙа илдәге иҡтисад торошонда үҙгәрештәрҙең яҡшырыуын халыҡтың 20 проценты көтә. Кире яуап биреүселәр араһында, әлбиттә, был һан күберәк. Шуныһы бар: икенсе кварталда хәлдең яҡшырыуына 25 процент кеше ышанған, 17 проценты ышанмаған булған.
Көҙөн, ҡағиҙә булараҡ, бәғзеләр­ҙең кәйефе төшә. Быйыл йәйге ялдан һуң айырыуса хафаланып эш башлаусылар артҡан. “Киләсәккә нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорауға халыҡтың 69 проценты “хәүеф менән” тип яуаплаған. Йәйен генә был күрһәткес 58 процентты тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта үҙенең тормошо менән ҡәнәғәтлек тураһында күрһәткестәр насар түгел – Рәсәй ҡалалары халҡының 84 проценты ҡәнәғәт икән. Ә үҙҙәре киләсәктән ҡурҡа. Хатта “ҡурҡаҡтар” проценты 89-ға уҡ етә, имеш.
Августа халыҡтың 23 проценты үҙенә яңы автомобиль алыу мөмкинлегенә ышанған, ә әле ошо күрһәткес биш пунктҡа төшкән. Етмәһә, йәй үтеү менән эшһеҙлек кимәле 1,5 процентҡа өҫкә һикергән.
Бында кем оптимист та, кем пессимист инде?

Әйткәндәй

2015 йылға Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 29 300 һумға етеүе ихтимал.
Республиканың БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары ҡарауына тәҡдим ителгән киләһе өс йылға социаль-иҡтисади үҫеш проекты шуны күҙаллай.
БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин һүҙҙәренсә, проектты эшләү донъя иҡтисады үҫешенең төрлө сценарийҙарынан сығып, мөмкин булған дүрт вариант буйынса алып барылған. Рәсәй бюджетын формалаштырыу өсөн “уртаса оптимистик вариант” нигеҙ итеп алынғанлыҡтан, Башҡортостан да шуны һайлаған.
Әлеге вариант, бөтөнөһө лә үҙ сираты менән барасаҡ, нефткә хаҡ юғары була, барреле – 97 – 104 доллар (уға ярашлы республика бюджетында аҡса ла арта), артабан да үҫәсәк, тигәнде аңлата. Әгәр ҙә нефть 80 долларға тиклем арзанайһа, “өҫтәмә вариант” бар – икенсе планда торған бөтөн сығымдар ҡырҡыласаҡ. “Көрсөк варианты” иһә һәр нәмәне экономиялауҙы талап итәсәк. Шулай ҙа беҙҙә уға тиклем төшөү көтөлмәй.
Нисек үҫергә һуң? Фараздар ҡолас етмәҫлек.
Үҫеү тигәндән, халыҡ һаны артасаҡ. Ауылдыҡы даими кәмеп, ҡалала йәшәүселәр күбәйәсәк.
Эшкәртеүсе сәнәғәттең роле киңәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта нефть һәм ағас эшкәртеүҙең әкренләп түбәнәйеүе күҙаллана. Уның ҡарауы, транспорт, металл продукция, аҙыҡ-түлек күберәк етештереләсәк. Айырыуса консервалар, үҫемлек майы сығарыу күләме һиҙелерлек күтәрелер, моғайын.
Иң мөһиме, 2015 йылғаса уртаса эш хаҡы 29300 һумға етәсәк. Бюджетта эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы башҡаларҙыҡына ҡарағанда тиҙерәк артасаҡ.
Ана шул 29 300 һум тигәне генә уйландыра төшә. Нисегерәк иҫәпләнә һуң ул уртаса эш хаҡы? Ниңә уны түрәләрҙең ҡалын көшөлөгө менән ҡуша иҫәпләйҙәр? Был бит төптө дөрөҫ түгел. Унан һуң күпселек, әйҙә, аптырай: ниңә, исмаһам, шул уртасаның яртыһын булһа ла алмайбыҙ икән, тип.
… Ә эштә, финанслау 20 процент­ҡа ҡыҫҡартыла, нисек хеҙмәт хаҡын кәметмәй торорға икән, тип баш вата етәкселәребеҙ.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға