«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Оло юл башы



09.10.2012 Оло юл башы

Оло юл башы
Ни эшләптер үҙемде һаман да уҡыусы итеп тоям. Әсәй, мине атайым менән бергә беренсе тапҡыр 1-се синыфҡа мәктәпкә алып барғайнығыҙ. Миңә генә түгел, беҙҙең ауылдың бик күп балаһына һинең уҡыусың булыу бәхете тейҙе. Улар бының менән ҡалай ғорурлана ине. Ә мин икеләтә-өсләтә ғорурландым, сөнки һин уҡытыусым ғына түгел, ғәзиз әсәйем дә.
Уҡытыусы балаһы булыуҙың бик яуаплы миссия икәнен мин бәләкәй сағымдан уҡ яҡшы аңлай инем. Һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым. Әлегеләй хәтеремдә: мине алдыңа ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп:
– ҡыҙым, үҙемдең балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, мин ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдан яҡшы булыуҙарын талап итәйем? Үрнәк булырға туйешһең, сөнки һин – уҡытыусы ҡыҙы, минең ҡыҙым, – тинең.
Был "дәресең" күңелемә мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Бөгөн үҙем дә, уҡытыусы булараҡ, һинең һүҙҙәреңде үҙ балаларыма ҡабатлайым. Ә улар тәртиптәре, яҡшы уҡыуы менән ҡыуандырып тора.
Уҡыусыларымды мин дә үҙ балаларымды яратҡан кеүек яратам. Хатта ҡайһы саҡта нығыраҡ та кеүек, сөнки уларға иғтибар күберәк бүленә. Ә кис эштән арып ҡайтҡас, үҙемдекеләргә хәл ҡалмай, ваҡыт та етмәй. Иң мөһиме: ғаиләм мине аңлай һәм ярҙам итә.
Эшемдә, әсәй, һинән күргән эш тәжрибәһенә, ысулдарға таянам, һинең менән кәңәшләшәм һәм методикаңдың бөгөн дә актуаль булыуына инанам. Үҙең әйтмешләй, уҡыу­сылар­ҙың ихтирамын яулау өсөн белемле, кешелекле, кеселекле булырға кәрәк.
Мәктәп эше, йәмәғәт эше, йорт эше, ишле ғаилә... Уйлап ҡараһаң, башҡа һыймаҫтай хәл! Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй, тиһәләр ҙә, һинең, әсәй, ҡурҡып торорға ваҡытың да булмағандыр. Сөнки бөтәһенә лә өлгөрөргә, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа кәрәк... ҡырҡ йыл тынғыһыҙ уҡытыу эше...
Ғүмер үтеп, һеҙ атайым менән тигеҙ олоғайып, беҙ өлкәнәйгән һайын һеҙгә булған һөйөү, ихтирам тағы ла арта, ғәзиз, йылы нигеҙебеҙ нығыраҡ һағындыра. Әүәлге бәхетле, бер ҡайғыһыҙ, ел-ямғырһыҙ бала саҡҡа ҡайтҡы килә.
Әсәй, һиңә мәктәп эше менән районға, конференцияларға, кәңәшмәләргә, курстарға китергә тура килгән саҡтарҙа беҙҙең атайыбыҙ менән бергәләп донъя көтөүебеҙ иҫкә төшә. Һинең эштән ҡайтыуыңа концерт номерҙары әҙерләп, теҙелеп ҡаршы алыуыбыҙ, һинең менән һирәк-мирәк сабыйҙарса онотолоп уйнау... Саҡ ҡына эштән бушаған арала, биш ҡыҙыңа ҡурсаҡтыҡы кеүек матур күлдәктәр тегеп кейҙереп, таҡмаҡ әйтеп бейетеп ҡыуаныуың, тәмлекәстәр бешереп һыйлауың һағындыра. Биш ҡыҙығыҙ араһында иң шуғы, иң шаяны мин инем. ҡайһы саҡ кәйефеңде лә ҡырғанмындыр, ғәфү ит!
Урамда көҙ. Мин яратҡан тылсымлы алтын көҙ. Уттай янып, бар тәбиғәткә йәм биреп ултырған балан тәлгәштәре, көҙгө саф һауа, мәктәптәге тәүге ҡыңғырау, балаларҙың шат тауыштары донъяның матурлығы һәм фанилығы тураһында һөйләй. Киң донъяға оло юл башы мәктәп һуҡмағынан, мәктәп тупһаһынан, изге күңелле уҡытыусынан башлана. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙе "уҡытыусы балаһы" итеп тойоп, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышайыҡ. Сөнки һеҙ уҡытыусығыҙға һәр саҡ үҙ балаһылай яҡынһығыҙ, ҡәҙерлеһегеҙ. Ул үҙен һеҙҙең өсөн һәр саҡ яуап­лы тоя.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға