09.10.2012 Өс ҡатын. Өс яҙмыш
Зөлфиә апай
− ҡайҙан йүгереп килә ятаһың? − ҡунаҡханаға сабып инеп барғанымда, өҫтәл артында ултырған Зөлфиә апай күҙенә салындым. − Әллә берәйһе артыңдан ҡыуа сыҡҡанмы?
Ул Татарстандан килгән 45 йәшлек мөләйем генә йөҙлө, ҡупшы кәүҙәле ханым. Бәлиғ булған ике ҡыҙы көн дә тиерлек төрлө экскурсияларға йөрөй, ә Зөлфиә апай пляжда ятыуҙы хуп күрә. Йәш һөйәркәһе ул табып биргән ире менән даулашып, мал бүлешеп айырылышҡанына биш йыл, ләкин йөрәк яралары һаман уңалмағандай. Әллә шуғамы икән, бер аҙ холоҡһоҙораҡ күренә ул миңә. «Холоҡһоҙораҡ» тигәс тә, тәртип боҙоп йөрөмәй, киреһенсә, тәртип боҙғандарҙы тиҙ генә күрә һалып, әсе теле менән сағырға әҙер. Шуға ла унан арыраҡ йөрөргә тырышам, әммә ул мине, киреһенсә, «практически яҡташ» тип бик яҡын күрә, үҙенсә өгөт-нәсихәт уҡырға, донъя көтөргә өйрәтергә маташа. Әле лә бына, бәлки, миңә өндәшмәйҙер, тигәндәй, тирә-яғыма күҙ йүгерттем дә, ресторанда үҙемдән башҡа бер кемде лә күрмәгәс, артыҡ теләкһеҙ генә Гөлнахарға кемделер тәмләп сәйнәгән Зөлфиә апай янына барып ултырҙым:
− Магазинға сувенирҙар алырға барғайным...
− Шулай һуңмы?
− Әле сәғәт туғыҙынсы ярты ғына, бында магазиндар ун икегә ҡәҙәр эшләй, − Гөлнахар миңә ярҙамға килде. − Мин үҙем дә кисә кис сәғәт туғыҙҙа сығып, хәлүә һатып алып индем. Көндөҙ эҫе бит, йөрөүе ҡыйын.
− Былай һуң кеүек түгел ине. Бер һатыусы ир, яңғыҙ йөрөмә, юғиһә урлап ҡуйырҙар, тигәнгә шөрләп, елдереп ҡайтып барыуым.
− Һи-и, − Зөлфиә апай мине һынамсыл ҡарашы менән баштан-аяҡ күҙҙән үткәрә, әйтерһең дә, тәнемдең һәр күҙәнәген рентген нурҙары менән ҡапшап сыға. − Кемгә һинең кәрәгең бар? Урлайым тиһәләр, йәш ҡыҙҙар бөткәнме уларға?
Шулай бер-ике һөйләм менән генә татар апайы мине бөтөнләй юҡҡа сығарып ҡуя.
− Һәләк матур ул, ана ниндәй һомғол кәүҙәле, − Гөлнахар һаман мине яҡларға маташа.
− Китсәле, артыҡ бер нәмәһе лә юҡ! − Зөлфиә апай менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ, шуға уның менән тыштан ризалашып, ауыҙҙы йырам да, һүҙҙе икенсегә бороп, тиҙ арала бүлмәмә шылам. Ә Зөлфиә апай, ҡыҙып-ҡыҙып: «Төрөк ирҙәре бисәләренең артын ғына үпмәй инде, ярарға тырышып, йүгереп йөрөйҙәр: балаһының памперсын да алмаштыралар, ҡатындарына сәйен дә йүгертеп килтерәләр, арҡаларына кремын да һөртәләр, нишләп беҙҙекеләр шулай түгел икән, ә», − тип һөйләп ултырып ҡала. Гөлнахар уның ыңғайына башын ҡағып ризалашалыр, моғайын...
Икенсе көнө иртән беҙҙең өҫтәлде хеҙмәтләндергән йәш кенә официант егеткә ошо турала һөйләп көлдөрәм. Унан ярҙам һорайым:
− Әйҙә шул апайҙы ҡыҙыҡ итәйек, һин беҙҙең менән һыу инерһең, йәме, − тим.
Ул тәүҙә, беҙгә ял итеүселәр менән бергә һыу инергә ярамай, ти, аҙаҡ ярҙамлашырға ризалаша:
− Мин сәғәт өстә бушайым, пляжға килермен. Тик оҙаҡҡа түгел, бер генә сәғәт буш ваҡытым бар.
Ун һигеҙ йәшлек ҡарағайҙай матур кәүҙәле, һылыу төрөк егете килешкән ваҡытҡа килде һәм беҙ уның менән хәбәр һата-һата тулҡын баҫтырҙыҡ. Зөлфиә апай күрһен өсөн, махсус рәүештә күҙен сейләндереп, байтаҡ ҡына ваҡыт ярҙа ла һөйләшеп-көлөшөп торҙоҡ. Төрөк егете, утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайып-балҡып, гюле-гюле, тип, йыраҡ китеп тә өлгөрмәне, Зөлфиә апай түҙмәй яныма килеп тә етте:
− Был ни ғәләмәт булды ул, ә? Кем ул? ҡайҙа танышып өлгөрҙөң?
− Әй, бер таныш егет, − тим, илтифатһыҙ ғына таҫтамалға һөртөнә-һөртөнә. − Истанбулдан ял итергә килгән. Буласаҡ табип.
− Һуң ул һиңә бигерәк йәш түгелме? Һиңә нисә йәш әле ул?
Түҙмәй, шарҡылдап көлөп ебәрҙем:
− Зөлфиә апай, тынысланығыҙ, был бит беҙҙең өҫтәлде хеҙмәтләндергән официант егет! Һеҙ кисә, һиңә кем ҡараһын, тигәнгә үпкәләп, уның менән кәмит ҡорорға килештем. ҡыҙыҡ булды, эйе бит?!
− Кит, шайтан ҡыҙ! − тәүҙә асыуланырға уйлаған Зөлфиә апайҙың бер аҙҙан ҡаштары яҙылды. − ҡалай яуызһың һин, ә! Ысынға алдым бит шаяртыуыңды.
− Зөлфиә апай, һеҙ йылмайһағыҙ, шундай матурһығыҙ! ҡаш төйөп йөрөмәгеҙ! Әйҙәгеҙ берәй төрөктө үҙегеҙгә ғашиҡ иттереп ҡайтығыҙ әле.
− Эйе шул, кем миңә ҡараһын, ҡартайып бөткән, ҡойҡаһы ҡойолған бисәгә...
− Үҙегеҙҙе үҙегеҙ кәмһетмәгеҙ, быны башҡалар ҙа рәхәтләнеп эшләр. Айырылышыуҙы үлем итеп түгел, ә тормошто өр-яңы биттән башлау итеп ҡабул итегеҙ ҙә ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Әле ҡарт түгелһегеҙ, үҙегеҙгә ҡул һелтәмәгеҙ, ишегеҙҙе табырһығыҙ әле. Һеҙгә иң яҡын кешегеҙ хыянат иткән икән, был бөтәһе лә дошман тигәнде аңлатмай ҙа һуң. Әйләнгән-тулғанған һайын ирегеҙҙең хыянатын йөрәгегеҙҙә әүәләп, кешеләргә үсәп, тормошоғоҙҙо ағыулайһығыҙ. Ә ғүмер бер генә.
− Башҡалар ҡыуанһа, көлһә, йәнем көйә шул. Күңелем янып көлгә әйләнгән. Һин минең ниҙәр кисергәнде белмәйһең. Һөйөп-һөйөлөп кенә ҡауышып, егерме йыл буйына арҡаны-арҡаға терәп йоҡлаған кешең бер көн килеп, һин − ҡартһың, эшкинмәгәнһең, тәнең ҡурҡыныс, йөҙөң сирыш, тиһә, шуны көн дә ҡабатлай башлаһа, үҙеңдең икенсе сортлы икәнлегеңә ышанмаҫ ереңдән ышанырһың, − Зөлфиә апай шыбырлауға күсә. − Бергә йәшәүебеҙҙең һуңғы йылдарында ул минең менән йоҡламай ҙа башланы. Ә минең иң дәртле сағым ине... Һинең бер ерең дә минең ирлегемде ҡыҙыҡһындырмай, тине ул, ни ҡыҫып тоторлоҡ осаң юҡ, ни һоҡланырлыҡ тырпайып торған түштәрең юҡ, һәлберәп кипкән ике сепрәк, ти. Ике гөлдәй балабыҙҙы имеҙеп үҫтереүемде, уның өҫтөнә саң да ҡундырмай донъя көтөүемде онотҡан. Иремдең йәш бисәһе өлкән ҡыҙым йәшендә-ә!
Зөлфиә апайҙың һуңғы һүҙҙәре ыңғырашыу ҡатыш һығылып сыҡты. Уның йән әрнеүе миңә лә күсте. Тиҙерәк был ауыр тойғонан арыныу маҡсатында, сүгәләп, аяҡтарымды, ҡулдарымды һыуҙа сайҡаным. Зөлфиә апайҙың ҡайғыһы тиҙерәк таралып, күҙҙәре асылһын ине, тип эстән генә диңгеҙгә өндәштем: «Хәтерендәге ҡара уйҙарын, үсен йыу, зинһар, һин миһырбанлы, пакһың, исемең дә Аҡ диңгеҙ бит!» ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән генә түгел, ә шулай ҙа ул үҙенең ишен тапһын, тип ысын күңелдән теләнем. Саф һөйөү генә уның үлгән күңелен терелтер, йөрәк яраларын дауалар кеүек.
Бәхетле кешеләр күберәк булһа, донъялар ҙа яҡтыраҡ кеүек.
(Дауамы. Башы 77-се һанда).