«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Малығыҙ именме, дуҫтар?



05.10.2012 Малығыҙ именме, дуҫтар?

Ысын хужалар мал-тыуарын килем сығанағы итеп түгел, күңел йылыһын биреп ҡараған кескәй дуҫтары кеүек итеп тә ҡабул итә. Малға ҡыш сығырлыҡ аҙыҡ әҙерләү кеүек мәшәҡәттәр менән бер рәттән, уны йыртҡыстарҙан, еңел табыш эҙләүсе бурҙарҙан ҡурсалау сараһын да табырға тура килә. Һуңғы ваҡытта мал-тыуарын юғалтҡан кешеләр тураһында йыш ишетелә башланы. Шуға ла гәзит уҡыусыларыбыҙҙың хәл-әхүәлен белеү маҡсатында төрлө райондарҙан мәғлүмәт тупланыҡ.

Юлай РӘХМӘТУЛЛИН, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы:
− Шөкөр, быйыл бесәнде етерлек әҙерләй алдыҡ. Шуға ла малдарыбыҙ имен генә ҡышлар тип көтәбеҙ.
Элегерәк беҙҙең ауылда йылҡы малын йыш ҡына урлай торғайнылар. Төндә ҡырҙа йөрөгән аттар иртәнгә тиклем юҡҡа сыға ла ҡуя ине. Хәҙер ундай хәл күҙәтелмәй. Йыртҡыстар ташланғанын дә күргән юҡ. Шуға ла, малдарыбыҙ имен, иҫән-һау, тип ҡыуанып әйтә алабыҙ.

Әминә ҒӘЛИНА, Бөрйән районының Мәҡсүт ауылы:
− Беҙҙең мал-тыуарҙы айыу йонсота инде ул. Бына бер нисә көн элек кенә эңер төшөп килгәндә ауылдашыбыҙ Сабит Ғәлиндың һыйырын айыу баҫтырып, ауылға тиклем килеп инде. Урамда электр уты ла янып тора бит әле, шунан да ҡурҡмай хатта. Ярай был хәлде кешеләр күреп ҡалған – тайыш табанды мылтыҡтан атып, ҡурҡытып ебәрҙеләр. Һыйыры яраланһа ла, шәбәйеп килә ти инде.
Әле тегендә, әле бында айыу эҙен күрәбеҙ, был хәл беҙҙә проблема булып тора. Тик нишләйһең – урман хужаһын атып йығып булмай бит. Яҡында ғына билдәле ҡурсаулығы бар.
Әле бына күршебеҙ Ағиҙелдә балыҡ тотоп торғанда, яҡында кеше булыуына бөтөнләй иғтибар бирмәй, йылға аша йөҙөп сығып, һин дә мин атлап киткән айыу­ҙы күргән. Аптырап һөйләп торҙо. Быйыл айыу­ҙар ауылға бигерәк яҡынланы. Миләш тә, балан да юҡ – улар нимә эшләһен инде? Тамаҡтары ас. Исмаһам, еләк тә булманы. Элегерәк тә ундай хәлдәр булғыланы. Былтыр, мәҫәлән, ферманың бик ҙур тоҡом үгеҙен тамаҡлап киттеләр. Ферма ауылға күренеп кенә тора, бына яңыраҡ ҡына шунда кәртәлә торған малға төндә айыу һөжүм иткән. Меҫкенкәйҙәр кәртәне емереп сығып ҡасҡандар-ҡасыуын, тик йыртҡыс уларҙың дүрт-бишәүһен тамаҡлап өлгөргән. Бер һыйырҙың еленен тулыһынса ашап бөткән тиҙәр. Малҡайҙар бик йәл. ҡанһырашып яталар. Айыу талаған малдарҙың үкереүе ауылға ишетелеп торҙо, йыртҡысты халыҡ бергәләп барып ҡыуып ебәрҙе. Таланған малдың берәүһен генә салып өлгөрҙөләр.
Әле беҙҙә көтөү йөрөй, шулай ҙа йәйләүҙән малдар­ҙы иртәрәк алып ҡайттылар. Йыртҡыс хайуандың ауылға уҡ килә башлауы хәүефләндерә. Малы зыян күргән кешеләр төрлө урындарға мөрәжәғәт итә шикелле. Моғайын, мәсьәлә хәл ителер.

Гөлнара ШӘЙӘХМӘТОВА, Шишмә районының Шөңгәккүл ҡасабаһы:
− Элек мал-тыуарҙы урлау осраҡтары тураһында йыш ишетелә ине. Әле тегендә, әле бында төн сыҡҡансы эре малды урлап, һуйып, иртән итен һаттылар. Хәҙер ундай хәл ишетелмәй. Шулай ҙа был көнитмешебеҙҙә бурлыҡ кәмегәндән түгелдер ул. Эш шунда – беҙҙең яҡта халыҡ эре мал аҫрауға ҡарағанда ҡош-ҡорт үрсетеүҙе хуп күрә башланы. ҡаҙ-өйрәкте урлау осраҡтары йышайҙы. Йәндәй күреп үҫтергән ҡош-ҡортто урлап алып китәләр. Әле был күршебеҙ, әле икенсеһе ҡаҙын, йә булмаһа, өйрәген урлау­сылар­ҙы язаға тарттырырға теләп, полицияға мөрәжәғәт итә. Тик бындай енәйәттәр бик йыш асылмай ҡала. Рәхәт йәшәргә яратҡандарға, кеше малын ашар­ға оялмағандарға ни тип әйтәһең инде – ҡасан да булһа уларға ла закон буйынса үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тура килер.
Шуға ла ҡош-ҡортобоҙҙо тәүлек әйләнәһенә иғтибар үҙәгенән ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ.

Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға