«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәлә башы – шешәлә!



02.10.2012 Бәлә башы – шешәлә!

Бәлә башы – шешәлә!
Яҡын туғанымдың улы баҡый донъяға күсте. Эскелектән. Әммә ул бер ҙә алкоголик булманы. Байрамдарҙа һәм мәжлестәрҙә генә ауыҙына ҡаба ине. Бер мәл ул дуҫтары менән берәр бокал шампан шарабы эскәс, йоҡлап киткән. Һүндерелмәй ҡалған газ плитаһынан ут сығып, ир янып үлде. Йәш кенә ҡатыны бер йәшлек ҡыҙы менән тол ҡалды. Янғындан һәләк булған бит, хәмерҙең ни ҡыҫылышы бар, тиһегеҙме? Әгәр ҙә ул шампан шарабы ҡулланмаһа, был бәлә лә булмаҫ ине. Иртәме-һуңмы, яйлапмы, әллә тиҙме – алкоголь кешене үлтерә!
Үҙҙәрен мосолман тип һанағандар ҙа Яңы йылда, юбилей-туйҙар­ҙа хәмер шешәләрен табынға теҙә. “Был бит бары шарап”, “онот­ҡанда бер эсеү гонаһ түгел” тигән аҡланыу­ҙарҙан һуң эскәс, “әпәр” итеүселәр ҙә юҡ түгел.
Бер күршем ғүмер буйы эскесе иренән яфаланып көн итте. Ә үҙе тыуған көндәрен араҡы менән ”йыуыр” ине. Батырға теләмәһәң, йылғанан ары йәшәргә кәрәк. Шул рәүешле ул үҙе ирен эскелеккә этәрә түгелме?
Мәҙәниәтле эскелек нимәһе менән хәүефле? Организмыбыҙ үҙенә кәрәкле күләмдә С2Н5ОН спиртын етештерә. Кеше даими рәүештә шарап, һыра, араҡы һ.б. эсә башлағас, организм был спиртты барлыҡҡа килтереүҙән ҡырҡа туҡтай. Сираттағы рюмка кәрәк булғас, ул: “һыра (ҡыҙыл шарап, шампан, араҡы һ.б.) теләйем!” − тип даулай башлай. Йәғни үҙебеҙҙе үҙ аллы спирт барлыҡҡа килтереүҙән туҡтатабыҙ һәм хәмер ҡолона әйләнәбеҙ.
Мәҙәниәтле эсеү – ул алкоголизмдың тамыры, беҙҙең бөтә бәләләребеҙҙең башы. Уның иң ҙур ҡурҡынысы – балаларҙың шуны күреп, эскелеккә программаланып буй еткереүе! Оло кеше табынға араҡы ҡуя, ҡунаҡтар­ҙы ҡыҫтай-ҡыҫтай эсерә, матур тостар яңғырай, өҫтәл артында күңелле, барыһы ла яҡшы кәйефтә. Уларҙы күҙәтеп торған бала, араҡы – ул байрам, тигән фекерҙе аңына һеңдерә. Буй еткергәс, эскелекте күңел асыу сараһы кеүек ҡабул итәсәк. Берәүҙең дә ауыҙына шаҡарып ҡоймайҙар, кешеләр үҙ теләге менән алкашҡа әйләнә! Мәҙәниәтле эсеүселәр булмаһа, бөгөн алкоголиктар улай күп булмаҫ ине.

Теоретик күҙлектән дә, практик яҡтан да бер кем дә алкоголдең хәүефһеҙ дозаһын билдәләмәгән һәм билдәләй алмай ҙа. Тик һеҙгә дошман булған табип ҡына сикле күләмдә алкоголь эсергә рөхсәт бирер.
Йәштәр һыра һемерергә ярата. Уның составында – һыу, шәкәр, ҡур (солод), әсетке бактериялары һәм алкоголь ағыуҙары. Ағыу менән ҡушылған бактериялар кескәй генә сусҡаларҙы хәтерләтә. Уларҙың армияһы шәкәр, ҡурҙы ашап бөтә һәм һыу уларҙың газдары һәм бүлендектәре менән тула. Һыра бокалында беҙ күргән ҡыуыҡ – шул микросусҡаларҙың газы, ә ҡарағусҡыл шыйыҡса – уларҙың мәйете һәм ҡалдыҡтары. Һөҙөмтәлә ир-егеттәрҙә импотенция һәм ҙур ҡорһаҡ барлыҡҡа килә, ә ҡатын-ҡыҙҙар йышыраҡ депрессияға бирелә, иммунитеты ҡаҡшай. Һыра көслө заттарҙы көсһөҙ кешегә әйләндерә. Ундағы прогестерон гормоны арҡаһында ир-егеттәрҙең һөт биҙҙәре үҫә башлай, янбаш һөйәге киңәйә. Быға Наполеон асыҡ миҫал. Һыра мейе, йөрәк һәм бауыр эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуы процесын боҙа.
Хатта кескәй генә спирт дозаһы ҡандағы эритроциттарҙы йәбештерә алыу һәләтенә эйә. Барлыҡҡа килгән тромбылар ҡан тамыр­ҙарына йыйыла һәм серей башлай, ә туҡлыҡлы матдә алмаған нейрондар һәләк була. Был ваҡытта кешенең башы сатнап ауырта, һыу эскеһе килә. Һыу менән бергә мейеләге нейрондар йыуыла. Һөҙөмтәлә бәүел аша мейе өлөшсәләре сыға. Дүрт йыл дауамында байрамдарҙа ғына рюмка күтәргән мәҙәниәтле эсеүсенең мейеһенең күләме үҙгәрә, ул бер аҙ “сөрөшә” һәм ҡәберлекте хәтерләтә.
Эскелек арҡаһында дуҫ-иштәрем, туғандарым күп ҡаза күрҙе. Ике туған апайымдың иренә эскелек шәкәр диабеты “бүләк” итте. Ул ете йыл буйы түшәктә ятып, ыҙа сигеп йән бирҙе. Бер танышым, әсәһе һәм атаһына эйәреп, эскесегә әйләнде. Уң яҡтағы күршемдең ағаһы эскән килеш рулгә ултырып һәләкәткә тарыны. Үҙегеҙҙең таныштарығыҙҙы барлап ҡарағыҙ. Миҫалдар бик күп бит! Бөтә фажиғәләрҙең башында тик эскелек тора. Рюмкаға үрелер алдынан уйлағыҙ – был эскелек һеҙҙе ҡайҙа илтер?

Заря БИКТАШЕВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға