28.09.2012 Еләкһеҙ йәй ғәйепле
Бөрө районының Яңы ҡолсобай ауылында инә айыу балалары менән умарталыҡтан умарта урлаған.
Умартасы бер нисә көндән урманда айыубикәнең үҙен осратып, ҡото алына. Ирҙең бер түгел, ике эте, хәүефте һиҙеп, ҡойроҡтарын һыртҡа һала. Хайуан, бик уҫал күренһә лә, иргә теймәй. Балы өсөн рәхмәте шул булғандыр, күрәһең. Тәмлетамаҡ тайыштабандарҙың ҡоролоҡ арҡаһында емеш-еләкһеҙ ҡалыуы һөҙөмтәһе был.
Быйыл айыуҙарҙың кешегә яҡынлау осрағы бик күп теркәлгән. Бөрйән районының төпкөл ауылдарында айыуҙарҙың малдарға ташланыуы көндән-көн йышая. Хайуандар ҡышҡылыҡҡа үҙенә кәрәкле аҙыҡты, шул иҫәптән ҡурай еләген йыя алмағанлыҡтан, аҙына, туйғанын һис аңламай, ти урындағы һунарсылар.
Л. ТАШБУЛАТОВА.