«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һағындыра йәшлек йылдары



28.09.2012 Һағындыра йәшлек йылдары

Һағындыра йәшлек йылдары
Әбейҙәр сыуағының матур иртәһендә Күгәрсен тарафтарына юлландыҡ. Һары һәм ҡыҙыл шәлдәренә уранған урман-ҡырҙарға һоҡланып бара торғас: “Кеше тормошон юҡҡа миҙгелдәр менән сағыштырмайҙарҙыр. Көҙ – ул йәшәлгән ғүмерҙең һөҙөмтәһе, ҡартлыҡты кәүҙәләндерә. Уның алтын балҡышы кеүек ололарҙа аҡыл, бай тормош тәжрибәһе, үткән йылдарҙың ауазы сағыла”, – тигәс, юлдаштарым йөпләп ҡуйҙы. Күгәрсен районының ҡадир ауылында йәшәүсе, күптән түгел алтын туйын билдәләгән Асия һәм Мәжит Йосоповтар менән таныш­ҡас, шул һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы инандыҡ.
Ололарҙың бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән. Мәжит Зыя улы ҡадир ауылында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булған, 1943 йылда яу яланында баш һалған. Мәжит буй еткергәс, Свердловскиҙа торф сығара, сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша. 1961 йылда ул Түләбай ауылы ҡыҙы Асияны осрата. Егет, оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙ йортона яусы ебәрә. Йәш ғаилә йорт һалып сыға, тиҙҙән балалары Нәжип тыуа. Ғаилә башлығына улының тәүге аҙымдарын, теле асылғанын күрергә тура килмәй, ул Совет армияһы сафына саҡырыла. Өс йыл дауамында хәрби бурысын үтәгән саҡта, ҡатыны менән улы уны һағынып көтә.
Мәжит Зыя улы, әрменән ҡайт­ҡас, ауылдағы колхозда эш башлай. Тәүҙә тракторсы була, артабан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, йөк автомобилен йөрөтә. Ғаиләгә ҡот өҫтәп, ул-ҡыҙҙары Наил, Рәсилә, Айһылыу, Фаил донъяға килә. Асия инәй, балалар тәрбиәләү менән бер рәттән, быҙау ҙа ҡарай, һауынсы ла була, сөгөлдөр баҫыуында ла тир түгә, хисапсы булып та эшләй. Ул заманда, фермала автоматлаштырыу булмағанда, һауынсыларға иртәле-кисле утыҙар баш һыйырҙы ҡул менән һауыуы, ай-һай, еңелдән булмағандыр.
– Йәш саҡта хәлдән килгәнсә колхоз йөгөн тарттыҡ инде, – ти олатай. – Эшебеҙ күп булһа ла, бер ҙә арытмай ине. Етмәһә, кистәрен уйынға йыйылабыҙ. Гармун тартыусыһы табылһа, клубты дер һелкеткәнсе бейей торғайныҡ. Таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йыр-моң таңға тиклем туҡтаманы. Һайлауҙар булһынмы, өмәме – барыһы ла дәррәү йыйылыша. Бер кем дә зарланманы, эскелек, ялҡаулыҡ булманы.
– Юҡлыҡты күреп үҫкәнгәлер, бөгөнгө тормош беҙгә ожмахтай тойола. Кескәй саҡта башаҡ сүпләп, шуны ыуып, бутҡа бешереү – беҙгә ҙур байрам, татлы һый. Хыялыбыҙ – туйғансы икмәк ашау, кейемле булыу. Ә бөгөн ҡайһыларҙың булғанына шөкөр ҡыла белмәүе, юҡтан ҡайғы табып, төшөнкөлөккә бирелеүе күңелде ҡыра. Элекке тормош нисек кенә булмаһын, берәү ҙә, йәшәүҙән биҙҙем, донъя йөгөн күтәрә алмайым, тип муйынын элмәккә тыҡманы. Әле, үкенескә күрә, типһә – тимер өҙөрлөк йәштәр ауырлыҡтар алдында һына. Бының тамыры рухи көсһөҙлөктә, аҙғын күңелгә баш була белмәүҙә, эскелектә, – ти, әсенеп, Асия Абдулхаҡ ҡыҙы. Ул ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм итеүенә, күп ҡыҙ-егеттең ғаилә ҡормауына борсола.
Ғүмер буйы тир түктек, пенсияла инде тик ял итәйек, тип ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай Йо­соповтар. Улар тилберлеге, уңғанлығы менән йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай, ишле мал-тыуар аҫрай­ҙар, мул баҡса үҫтерәләр. Хужа күп йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Элегерәк умарталар һаны алтмыштан ашһа, хәҙер уларҙы бер аҙ кәметкән, әммә яратҡан шөғөлөн ташларға йыйынмай.
Йосоповтарҙың ныҡлы рухы, тормошто яратыуы, бөтмөрлөгө һоҡландырҙы. Әйткәндәй, Мәжит Зыя улына былтыр хаж ҡылып ҡайтырға насип булған. Улар заман менән бергә атлай, ил-донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмай. Өйҙәрендә байтаҡ республика баҫмаһы күренде.
– “Йәшлек”те “Ленинсы” сағынан уҡ яратып уҡыйбыҙ, һәр һанын көтөп алабыҙ. Гәзиттең ҡыйыу темалар күтәреүе, бөтә өлкәне лә тигеҙ яҡтыртыуы оҡшай. “Хужа беҙҙең арала” рубрикаһына төрлө ҡыҙыҡ хәлдәрҙе яҙып та ебәрәбеҙ, – тине, йылмайып, Асия Абдулхаҡ ҡыҙы.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә, изге эштәргә арнаған инәй менән олатай бөгөн шуның татлы емешен ейә. “Һәр көнгә ҡыуанып-шатланып йәшәйбеҙ, бөгөнгөбөҙ менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең уңыштарын күреү – үҙе оло бәхет. Хоҙай бүләләребеҙҙе күрергә насип итһә ине”, – ти улар.
“Ғүмерҙең һәр миҙгеленең үҙ күрке, йәме бар. Ана шул матурлыҡты тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, балалар”, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе ололар.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға