«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡәйнә



21.09.2012 Ҡәйнә

Ҡәйнә
-Уға яҡшы ҡарау кәрәк, яңғыҙын ҡалдырыу мөмкин түгел, – табип, карауатта ятҡан оло йәштәге ҡатынға арты менән боролоп, шым ғына ишекте япты ла, коридорҙа өйкөлөшкән балаларына күҙ атты. – Был турала үҙегеҙ һөйләшеп килешерһегеҙ, тип уйлайым.
Терапевт йыйынып ҡайтып китеү менән, ҡарсыҡтың өлкән ҡыҙы ыңҡылдап һүҙ башланы:
– Ы-ы, мин ала алмайым, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡан баҫымым юғары. Үҙемә ярҙам кәрәк, саҡ йөрөйөм. Ә уның бабайын кем ҡарар?! Теге ней, ы-ы, уға үҙенә айырым кеше талап ителә, кәлтер-көлтөр генә йөрөй...
Йәш килен, ҡунаҡҡа, сәйгә тигәндә бер ҙә ауырыйым тимәй­һең, сабып йөрөйһөң, тип төрттөрөргә уйланы ла, ваҡытында телен тешләне: аҙаҡ мең йыл йәшәһә лә онотмаҫ, гел иҫеңә төшөрөп тик торор – ҡәйенбикәһенең хәтере шәп. Шуға ла кинйә малайҙың ҡатыны иренә иркәләп, ирендәрен генә турһайтты:
– Беҙ алайыҡмы инде?! Һеҙ ҙә ҡыҙыҡ ҡына инде. Беҙ икебеҙ ҙә көнө буйы эштә, кем уны ҡарар? Балаларыбыҙ ҙа бәләкәй. ҡәйнәмә яҡшы тәрбиә кәрәк, ә беҙҙә шау-шыу ҙа инде!
«Әсәй пенсия алған һайын һеҙгә мул өлөш сығарғанда, ҡәйнә лә ҡәйнә тип бейеп йөрөгән кеше һин инең дәһә, нишләп алырға ашыҡмайһың? – ҡәйенбикәһе килененә үҙе күрмәгәндә генә яратмай һөҙөп ҡараны. – Аҡсаны кем дә ярата ул, ә ҡәйнәнән ҡандала еҫе киләме?».
– Ярай, тапҡанһығыҙ проблема, үҙебеҙгә алырбыҙ, – өлкән килен ышаныслы тауыш менән күңелһеҙ тартҡылашҡа нөктә ҡуйҙы. – Өйөбөҙ иркен, беҙ эштә саҡта улыбыҙ ҡарашыр.
Уның шулай тип әйтерен бер кем дә көтмәһә лә, барыһы ла еңел тын алып, уны йөпләргә тотондо:
– Ы-ы, эйе шул, һеҙҙең буш торған бүлмәгеҙ бар ҙа инде.
– Ә мин көн дә килеп һиңә ярҙамлашырмын инде!
Был һөйләшеүҙе ябылып етмәгән ишек аша яҡшы ишетеп ятҡан ҡарсыҡ борос йотҡандай сытырай­ҙы – уның бер ҙә өлкән килене ҡулына эләккеһе килмәй ине. Тубығы артроздан шешенеп сатанлап йөрөгәнендә үк, бындай көнгә ҡалдыниһәм, бауырыма баҫҡан һөйөклө кинйәкәйемдең ике ҡатлы йортонда байбисәләрҙәй йомшаҡ түшәктәрҙә татлы телле киленемде йомшап ятыр инем, тип уйлағайны ла бит. Фәрештәнең амин тигән сағына тура килмәгәндер уй-ниәттәре, хәҙер кемгә үпкә? Бөтөнләй аяҡһыҙ ҡалырмын тип уйламағайны, яҙатайым баҫып, ҡолап һындыр­ған аяғы төҙәлмәне бит, хәйерһеҙ. Эргәһендә койка шығырланы, яңыраҡ ҡына ятҡан бабайы тағы тороп ултырҙы. ҡарсыҡ, асыуланып, уға табан башын борҙо:
– Шағыр-шоғор йөрөрһөң инде, артыңа урын тапмай, бер тораһың, бер ятаһың... Һинән бер пакуй юҡ!
Бабай килешеүсән тауыш менән аҡланды:
– Оҙаҡ ултырһаң, йә ятһаң, бил һыҙлай бит. Бәлки, һиңә сәй яһар­ғалыр? Тамағың кипмәнеме?
– Сәйең-утың менән ҡаҙалып китмәйһеңме шунда... Кәрәкмәй!
– Атыу мин үҙемә сәй яһатып алайым әле, – бабай уфылдап, аяҡтарын саҡ шыуҙырып, ишекте шар асып аш бүлмәһенә йүнәлде. Уны күреү менән барыһы ла шымышты, юҡ эштәрен бар итеп өйҙәренә таралышыу яғын ҡараны. Өлкән килен ҡәйнәһе эргәһенә килде:
– Ярай, ҡәйнәм, борсолма, бер үҙеңде ҡалдырмабыҙ, – баш аҫтындағы мендәрен ипләне. – Бөгөн кискә үк күсереп алып ҡайтырбыҙ.
– Эй-й, теләһә нимә эшләгеҙ ҙә, – әбей үсеккән бала һымаҡ стенаға башын борҙо, диҡҡәт менән обойҙағы сәскәләрҙе өйрәнә башланы. Килене, табуреткалағы бысраҡ һауыт-һабаны йыйып, аш бүлмәһенә алып сыҡты. Әбейҙең илағыһы килде, тик күпме теләһә лә күҙ йәштәрен һығып сығара алманы. Мин уны яҡшы күрәм – сәғәттән ашыу залдағы тәҙрә яңағына һөйәлеп торам һәм өнһөҙ генә бөтә һөйләшеүҙәрҙе күңел яҙмаһына төшөрә барам. Һәр һүҙ, ым-ишара миңә мөһим кеүек. Кемдең нимә уйлағанына ҡәҙәр алдан һиҙеп, белеп торам. Сөнки уларҙың барыһы ла миңә күптән таныш – йөҙҙәренә бер ҡараш һалыу менән асылған китап кеүек һәр береһен уҡыйым. Кеше көнөнә ҡалған әбей­ҙе ихлас күңелдән йәлләйем, ләкин ярҙам итә алмайым. Уға бөтөнләй сит кешемен, бында яңылыштан ғына килеп эләктем дә хәҙер сығып китә алмай яфаланам.
Ауа-түнә тигәндәй бабай яртылаш сәйе ҡалған сынаяғы менән йоҡо бүлмәһенә инеп китте лә, бер аҙҙан аһылдап урынына ауҙы. Мин уның артынса ишектәрен ябып, аш бүлмәһендәге ултырғысҡа барып ултырҙым. Һауыт-һаба йыуған өлкән килененә өндәшергә ауыҙ асҡайным, уның кеҫә телефоны шылтыраны. Ул һыулы ҡулын таҫтамалға тиҙ генә һөрттө лә, раковина янында ятҡан телефондың тауышын асып, алло, тип өндәште. ҡулдары сынаяҡтарҙы сода менән етеҙ генә ышҡыуын дауам итте.
– Был дөрөҫмө? – трубкала нәҙек тауыш яңғыраны.
– Нимә дөрөҫмө? – өлкән килен телефонға бер аҙ эйелде.
– Аңламағанға һалышма, әле генә магазинда ҡәйенбикәңде күрҙем, унан ишеткән хәбәр дөрөҫмө?
– Ә-ә, эйе, дөрөҫ, – тине ҡатын тыныс ҡына.
– Ай, иҫәүән, күпме һинең ҡаныңды эсте ул зәһәр ҡарсыҡ, оноттоңмо ни?! Аҡыл ултырманымы ни һиңә һаман да? Үҙегеҙгә алып ҡайтһаң, ул бит һине тереләй йотасаҡ!
– ҡуй, болоттар, ҡуйыртма, – ҡатындың йөҙөндә бер нервыһы ла ҡыбырлап ҡуйманы. – Кәре киткән уның, кеше көнлө булып ята. Үткәндәрҙе күңел ҡапсығына тултырмай, бушатып барғанды беләһең. Юҡ, ысын онот­ҡанмын яуызлыҡтарын. Уларҙың барыһын да нисек хәтерләп бөтмәк кәрәк?!
– Һин ысынлап та иҫәрҙер ул!
– Мин уны ғына түгел, үҙемде лә, бәлки, ҡайғыртамдыр, сирле кешене ҡарап сауап алырмын, – урта йәштәрҙәге ҡатын көлдө.
Был һөйләшеүгә артыҡ ҡолаҡтар кәрәкмәй, тип өнһөҙ генә ҡатынға ҡул болғаным да (йәнәһе лә, осрашырбыҙ әле), был тынсыу, ҡарт кешеләр йәшәгән йортҡа хас специфик еҫ тулған фатирҙан сығып киттем. Ул бер мәлгә әхирәте менән һөйләшеүҙе өҙөп, артымдан ҡысҡырып тороп ҡалды:
– Килеп сығырһың!
– Ярай! – тигәнем ишек ябылғас яңғыраны.
Һүҙемде тоттом, бер айҙан улар­ға һуғылдым. Үткәндә телефон аша һөйләшкән әхирәте менән сәй эсеп ултыралар ине, табынға саҡырҙылар. Әбей ме­нән бабай йоҡлай, төштән һуң гел шулай бер-ике сәғәт серем итеп алалар, тигәс, оло кешеләрҙе бор­соп торманым. Хәл-әхүәл­дәрен һорашҡас, өлкән килендең әхирәте уратып-суратып тормай, күңелендәгеһен уртаға ярып һалды:
– Килене, ҡәйнәмә, уның бабайына ярайым тип, йәнен фиҙа ҡыла, улар­ҙы өй түренә килтереп һалып, бала урынына ҡарай, ә ул, мәскәй ҡарсыҡ, һаман риза түгел, ингән-сыҡҡанға киленен ошаҡлап тик ята – уға ашы ла килешмәй, сәйе лә оҡшамай... Булмағанды ҡыума, тип торам, кире алып барып ташла шуларҙы фатирҙарына, тим, тыңламай.
– Һуң тегеләй-былай йөрөтөргә улар әйбер түгел дә, тере кешеләр, – тине өлкән килен, миңә сәй йәһәтләп. – Килтергәс, ҡарайым.
– ҡыҙы, кесе килене киләләрме?
– Килене тәүҙә көн дә инеп йөрөнө, аҙаҡ аҙнаһына бер генә күренә башланы. Ә ҡыҙы килмәһә яҡшыраҡ та булыр ине, зарланыу­ҙан, аҡыл өйрәтеүҙән уҙмай.
Әбей менән бабай уянғас, улар янына инеп сыҡтым. Хәле арыуҙан булмаһа ла, әбей ныҡ күренә, төшөнкөлөккә бирелгәне һиҙелмәй. Йылы, йомшаҡ ерҙә ятыуына ҡарамаҫтан, бар күңеле менән яратҡан кинйәһе янында, бар теләге уларға күсеү. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә берҙәй ауырта, балаларҙың барыһын да ата-әсә бер тигеҙ ярата, тиһәләр ҙә, был буш хәбәр. Барыбер балалар араһында ата-әсәнең иң яратҡаны, иң-иң яҡыны була. Бына был оло әсәнең дә биш балаһының икеһе әллә ҡайҙа сит тарафтарҙа төпләнеп, уның янына бик-бик һирәк ҡайта, ләкин әсә улар өсөн бошонмай, иң мөһиме – кинйәһе яҡында. Янында уҡ булмаһа ла, төпсөгө ике-өс көнгә бер килеп күҙенә күренһә, әсәнең йөҙө ҡояштай балҡып китә, аҡһыл йөҙөнә алһыулыҡ бәрә, йәшлегенә ҡайт­ҡандай була. Дүрт балаһы тәүге иренән уның. Ата-әсәһе, яҡшы, ныҡлы ғаиләгә эләгәһең, тип уны йәшләй утыҙ йәшлек сатан иргә кейәүгә бирә. Яратмаған кешеһенән бер-бер артлы балалар таба, дүртеһе йәшәп китә, башҡалары сабый саҡта гүр эйәһе була. Мөхәббәттең, һөйөүҙең ни икәнен дә белмәй, баш баҫып эшләп йәшәп ятҡанында ире йөрәк өйәнәгенән баҡый донъяға китеп бара. Тол ҡалыуының бишенсе йылында күмәк хужалыҡҡа, мул уңышты йыйышырға, тип ситтән шофер­ҙар килә. Яңғыҙлыҡтан арыған, әле үҙенә ят, әйтеп аңлатып булмаған нимәгәлер сарсаған ҡатындың күңелен иләҫләндереп, шофер­ҙарҙың береһе уға ҡаш һикертә. Әле һылыулығын ташламаған ашнаҡсы ҡатын үҙенән күпкә өлкән булһа ла, илгәҙәк шофер егет уның күңелен яулай, һәм бер аҙҙан уларҙың ғишҡы тураһындағы хәбәр бөтә ауылға тарала. Ай ярымдан механизаторҙар ҡайтып китә. Үҙенең ауыр­ға ҡалғанын белгән ашнаҡсы, балаларын ғәйбәттән аралар­ға маташып, ҡалаға күсеп китә. Төҙөлөштә саҡ эш табып, таныштарының фатирында мөйөштә йәшәп, мең михнәт менән ир бала табып алғас, еңел тын ала – йәшәү мәғәнәһен тапҡандай тойола. Оло йәштә тыуҙырғанғамы икән, төпсөгө һаулыҡҡа туймай ҡаңғыра, йыш сирләй. Ләкин әсәнең мөхәббәте уны үлемдән йолоп, аралап ҡала. Бөгөн ике метрлыҡ шифоньерҙай иргә ҡарап, уның ҡасандыр ана үләм, бына үләм тип саҡ тын алып ятҡан бала тип уйыңа ла килтермәҫһең. Әсәнең ғорурлығы бар йәһәттән дә шәп, уңған, етеҙ. Башҡа балаларынан айырмалы рәүештә, юғары белем алды, етәксе вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй. Мөхәббәттән тыуған балалар шундай һөйкөмлө лә була, тормоштары ла ыңғай бара шул. ҡайтыр саҡта кинйәкәйенең исемен ауыҙынан төшөрмәгән әсәгә, алла бойорһа, тиҙҙән һөйөклө улығыҙ янына күсерһегеҙ, тинем. Уны ҡайҙан алып әйткәнмендер, белмәйем. Ләкин шулай булып сыҡты ла. Өлкән килендәре ауырып киткәс, кесе килен теләр-теләмәҫ кенә ҡәйнәһен үҙҙәренә алып ҡайтты. Бабайҙы алырға теләмәнеләр. ҡарт өлкән килен йортонда тороп ҡалды. Дүрт стенаға ҡарап ултырыуы ялҡытҡыс, исмаһам, бергә-бергә сөкөрләшеп сәй эсербеҙ, тип ун йыл элек ҡауышҡан ике яңғыҙаҡты шулайтып айырып ҡуйҙылар. Бында һеҙгә тамаҡ яуы булып ятмайым, тип ҡарт бер аҙҙан бөтөнләйгә үҙ балаларына ҡайтып китте. Аҙаҡ ҡәйнә кешенең кесе килененән дә риза булмағаны ишетелде: «Өлкән киленемдә янымдан кеше өҙөлмәне, көн һайын һурпа эстем, ә бында көндәр буйы япа-яңғыҙ бикле ятам, тамсы һыу эсергән дә, килеп-китеп йөрөгән дә әҙәм юҡ. Өлкән киленемдең ҡәҙерен белмәгән икәнмен». Әбей ғәзиз төпсөгөндә бер ай ҙа йәшәмәне, китеп барҙы. Вафаты алдынан өлкән киленен янына саҡырып алып, ғәфү үтенгән. «Гел һине яманланым, ғүмерҙә ярҙам итмәй, ярҙан эттем, ә шулай ҙа кеше икәнһең, шул тиклем һинән риза булып китәм, балаларыңдың игелеген күр, был донъяның да, әхирәттең дә рәхәтен күр, килен, миңә рәнйе­мә инде», – тигән. Ни өсөн яратмағанын да аңлатҡан: «Килен булып төшкәс тә тешеңде күрһәттең бит һин. Яһил ҡәйнәгә бирешмәйем, тигәнһеңдер инде. Бигерәк тура һүҙлеһең, бер ваҡытта ла һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырманың, телең әсе ине. Ярарға тырышмағаның өсөн асыуым килде. Алдан уртаҡ тел тапһаҡ ни булған, күпме йыл бер-беребеҙҙең йәнен юҡҡа ҡыйҙыҡ, йә инде...» Уҫал ҡәйнәнең һуңлап булһа ла өлкән килененә йөҙө менән боролғанына, әхирәткә таҙа күңел менән китеүенә ихлас ҡыуандым. Артыҡ йөк унда уға нимәгә?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға